RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларығыҙ нисек ял итә?

08.06.2012 Балаларығыҙ нисек ял итә?

Уҡыусыларҙың көтөп алған мәле – йәйге каникул башланды. Әлеге мәлдә балалар нисек ял итә икән? Ошо һорау менән бер нисә ата-әсәгә мөрәжәғәт иттек.
Дилара ҡАҺАРМАНОВА, Бөрйән райо­нының Ғәлиәкбәр ауылы:
− Быйыл ҡыҙым 11-cе синыфты тамамлай. Уның өсөн генә түгел, беҙгә лә тынғыһыҙ, яуаплы мәл башланды. ҡыҙымдың бер минут та буш ваҡыты юҡ, китаптарынан айырыла алмай. Әле ике предмет буйынса БДИ тапшырҙы. Тағы ла математика, физика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән һынау көтөлә. Алла бирһә, маҡсат итеп ҡуйған уҡыу йортоноң студенты булғас, рәхәтләнеп ял итер.

Фәриҙә ЯХИНА, Баймаҡ районы Ниғәмәт мәктәбенең 7-cе синыфы етәксеһе:
− Улым әлеге мәлдә районыбыҙҙағы Граф күле буйындағы йәйге лагерҙа ял итә. Үҙе әйтеүенсә, унда уға бик оҡшай.
Мәктәптә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “Бер айҙа – 200 “бишле” конкурсы уҙғайны. Унда класым еңеү яуланы. Шул айҡанлы уларға Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу мөмкинлеге бирелде. Ошо көндәрҙә уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән шунда барып ҡайттыҡ. Хозур тәбиғәтле Бөрйән, тарихи урындар, мәмерйә, усаҡ янындағы төн балаларҙың күңеленә хуш килде, бай тәьҫораттар алдылар. Артабанғы ялдары файҙалы, имен һәм күңелле үтеүен теләйем.

Эльвира ФАЗЛЕТДИНОВА, РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республи­каһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе:
− Ғаиләмдә ике бала үҫә. ҡыҙым Ләйсән − 8-cе, улым Илназ 1-cе синыфты уңышлы тамамланы. Әлеге мәлдә улар мәктәп янындағы лагерға йөрөй. Унда көн буйы бай йөкмәткеле саралар үтә, Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияларға, кинотеатрҙарға йөрөтәләр. Икеһе лә ялдан бик ҡәнәғәт. Мәшәҡәттәрғә сумып, балаларға йыш ҡына тейешенсә иғтибар биреп булмай бит. Шуға мәктәп хеҙмәткәрҙәренең уларға матур ял ойоштороуына сикһеҙ рәхмәтлемен.
Һуңғараҡ ҡыҙым менән улымды тәүҙә Йәрмәкәйҙә йәшәүсе олатаһы-өләсәһе янына, шунан Бәләбәй районына ебәрәсәкбеҙ.

Хәсән УСМАНОВ, йырсы:
− Уҡыу йылы тамамланғас, ҡыҙым менән улымды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе ҡайны-ҡәйнәмә ҡайтарып ҡуйҙыҡ. Шәүрә мәктәптәге йәйге лагерға йөрөй. Әле үҙебеҙ ҙә шунда ял итәбеҙ. Саф һауа, тыныслыҡ – йән рәхәте. Һуңғараҡ ялыбыҙҙы нисек ойошторорбоҙ – уныһын күҙ күрер.

Илгиз ХӘМИТОВ, Илеш районы, Йөннө ауылы:
− ҡыҙым район һабантуйында спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ, әле шуға әҙерләнә. Шулай уҡ волейбол түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Улым мәктәптәге хеҙмәт лагерына йөрөй.
Ауылда эш етерлек: балалар баҡсаға һыу һибә, сүп-сар утай, мал-тыуарҙы ҡараша. Һуңғараҡ Өфө ҡалаһына апаһына ҡунаҡҡа барып ҡайтырҙар.

Эльвира ДИЯРОВА, Өфө ҡалаһы:
− Әлеге мәлдә улым көнө-төнө уҡыу менән мәшғүл. Ул 9-cы синыфтың сығарылыш имтихандарын тапшыра. Улар тамамланғас, уны ауылға ебәрәсәкмен. Саф һауала һаулығын нығытыр, көс туплар, туғандары менән аралашыр.

Г. АЙҘАРОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”