08.06.2012 Артһын әйҙә!
1 июлдән Рәсәйҙә бер шешә араҡы кәмендә 98 һум торасаҡ.
Ошо көндән алкоголле продукцияға акциз 15 процентҡа арттырыла. Һөҙөмтәлә бер шешә араҡы яҡынса – 10 – 15, шарап 15 – 20 һумға ҡиммәтләнәсәк. Шулай уҡ ҡиммәтле спиртлы эсемлектәрҙең дә хаҡы һиҙелерлек үҫәсәк. Ә 2013 йылдың ғинуарынан алкоголгә акциз 30 процентҡа арттырыласаҡ. Ул саҡта иң арзан араҡы 170 – 180 һум буласаҡ.
Ә һыраға хаҡтар ҡапыл түгел, ә йыл буйы яйлап үҫәсәк.