RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был донъяла һин яңғыҙ түгел,

05.06.2012 Был донъяла һин яңғыҙ түгел,

Был донъяла һин яңғыҙ түгел,
сөнки «Йәшлек» гәзите һәр саҡ һинең менән
Ярҙам ҡулын һуҙ
Иң оло мәрхәмәт белдереүгә ҡарағанда
иң кескәй генә ярҙам күрһәтеү яҡшыраҡ.
Владислав Лоранц.

Һуңғы ҡыңғырауға әҙерләнеп йөрөгәндә дуҫыбыҙ Гөлйөҙөм Туйсинанан ҡайғылы хәбәр килде: «Баныу апай, яҡташым, 94-се йылғы ҡыҙ Гөлназ Иҫәндәүләтова үлеп ҡалды...» Был ҡайғыны ул ҡәҙәрем йөрәгеңә яҡын алма, тип уны тынысландырырға тырышһам да, үҙемде был яңылыҡ шаңҡытты. Былтыр, декабрь айында булһа кәрәк, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Гөлназ тураһында тапшырыу ҡарап, уға һоҡланғайным, Баймаҡ районы ҡыҙының үлемесле сиргә ҡаршы көрәштә еңеп сығырына ышанғайным. «Иртән күҙемде асам да, иҫәнмен икән, тип шатланам», «Атай-әсәйем, дуҫтарым булған, ҡыуаныс тулы донъяла йәшәгем килә, уны ташлап киткем килмәй. Шулар хаҡына йәшәр өсөн көрәшергә кәрәк», − тигән һүҙҙәре хәтергә уйылды. ҡыуаныслы ғына түгел, үкенесле лә шул донъя... Һуңғаса йәшәргә ынтылған батыр һәм матур Гөлназдың йәне йәннәттә булһын, ата-әсәһенә, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ. Уға ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрмәнек, тигән уй йөрәкте өйкәп тик торор инде бынан ары. Шундай үкенестәр солғауында батып ҡалмаҫ өсөн, бөгөн «Йәшлек» гәзите уҡыусыларына тағы ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Был юлы Күмертау ҡалаһы һылыуы Альбина Ибраһимова ярҙамыбыҙға мохтаж. Изге кешеләргә өндәшеп, Альбинаның һеңлеһе хат яҙҙы.
«Минең исемем – Айгөл Ибраһимова, беҙ атай-әсәйем менән Күмертау ҡалаһында йәшәйбеҙ, − тип башланған ул хат. − Апайым бар, исеме − Альбина. Беҙ уның менән бала саҡтан татыу булдыҡ, бергә балалар баҡсаһына йөрөнөк, бергә уйнаныҡ, хатта дуҫтарыбыҙ ҙа уртаҡ. Йәш айырмаһы ике йыл булһа ла, бер-беребеҙгә шул тиклем оҡшағанбыҙ (тауыштарыбыҙҙы ла айырыуы ҡыйын), шуға ла күптәр беҙҙе игеҙәктәр икән тип уйлай торғайны. Беҙ бер үк нәмәләрҙе яратабыҙ, бер үк кешеләргә һоҡланабыҙ, бер үк нәмәгә нәфрәтләнәбеҙ... Әсәйебеҙ − хужабикә, ә атайыбыҙ – һөнәре буйынса шофер. Алыҫ Когалымға вахта менән йөрөп эшләне. Атай-әсәйебеҙҙе ихтирам итеп, һөйөп-һөйөлөп, ихлас, татыу йәшәнек.
2009 йылда Альбина, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. Матур ғына уҡып китте. Өсөнсө курста һаулығы менән проблемалар башланды: ангина менән ауырып китте, юғары температура төшмәй ҡаңғыртты, сир дауалауға бирешмәне. ҡат-ҡат ҡанды анализға биргәс, табиптар, нимәнәндер шикләнеп, Альби­наны Республика клиник дауаханаһына ебәрҙе. Һәм 2011 йылдың 6 октябрендә ҡурҡыныс диагноз мәғлүм булды − киҫкен лейкоз. Был диагноз барыбыҙҙың да тормошон тулыһынса пыран-зыран килтерҙе, ә Альбинаның ғүмерен ныҡлыҡҡа һынауға әйләндерҙе. Дауахана стеналары уға өйөбөҙҙөң стеналарын алмаштырҙы. Апайым өсөн һәр көн − ғүмер өсөн, яҡындарын күреү өсөн көрәш. Быны үҙ башынан үткәргән кеше яҡшы аңлар. Ә аңламағандарға ундайҙы күрергә, белергә, кисерергә яҙмаһын.
Әлеге ваҡытҡа Альбина дүрт курс химиотерапия үтте. Табиптарҙың тырышлығы һәм апайымдың ҡаһарманлығы менән сир артҡа сигенде. Ләкин тулыһынса һауығыр өсөн һөйәк елеген күсереү талап ителә. Р. Горбачева исемендәге Санкт-Петербург балалар-үҫмерҙәр гематология үҙәгенә ҡабул итеп, ҡатмарлы операция яһарға әҙерҙәр. Әммә мин, бер туған һеңлеһе, Альбинаға донор булараҡ тура килмәнем, шуға ла Халыҡ-ара регистр аша сит илдә донор эҙләйәсәктәр. Әгәр 18 000 евро аҡса тапһаҡ (был сумманың үҙгәреүе лә ихтимал). Бынан тыш, 2 500 евро трансплантатты килтереү өсөн кәрәк буласаҡ. Електе күсергәндән һуң да дауаланыу оҙаҡ, ҡатмарлы, ҡыйбат...
Һәр кемгә үҙ ғүмерендә башҡаларҙан ярҙам һорарға тура килә. Мин дә апайымды ҡотҡарырға ярҙам һорайым! Үкенескә күрә, беҙҙең тормошта бар нәмә лә, хатта ғүмер ҙә аҡса менән үлсәнә. Ғаиләбеҙ бындай ҙур сумманы бер нисек тә, бер ҡайҙан да таба алмай (атайым эштән сығырға мәжбүр булды, сөнки әсәйем менән икеһе гел апайым янында). Зинһар өсөн, мөмкинлегегеҙҙән сығып, ярҙам итегеҙ.
Кескәй генә ярҙамығыҙ өсөн дә рәхмәтлемен».
Апаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Айгөл ҡул ҡаушырып ултыра алмай, ҙур сумманы йыйыр өсөн төрлө акциялар ойоштора, фекерҙәштәр туплай. Ә ярҙам итер өсөн күп тә кәрәкмәй. Мәҫәлән, ошо телефонға – 8-937-362-80-97 йөҙ һум аҡса һалырға була («Мегафон» абоненттары өсөн түбәндәге команданы йыйып, аҡса күсерергә мөмкин *133*сумма*9373628097#, комиссия 5 һум). Телефон иҫәбенә күскән аҡсаны аҙаҡ банк иҫәбенә күсерәсәктәр.
Шулай уҡ туранан-тура иҫәпкә лә аҡса һала алаһығыҙ. Реквизиттар түбәндәгесә:
Сбербанк
Номер карты: № 63900206 9001927985
Номер лицевого счета: № 40817810706223001366
Кумертауское отделение №7722 АК Сберегательного банка РФ Башкирское ОСБ 8598 Уральского банка, ИНН 7707083893/026202001, БИК 048073601, к/с 30101810300000000601, р/с 47422810006229940001, ОКПО 02830875, ОКОНХ 96130
Получатель: Ибрагимова Альбина Рафисовна
Шулай уҡ терминал аша ла аҡса күсереп була:
Яндекс деньги: 410011273782715
QIWI Кошелек: 9373628097
WebMoney: 336 461 539 637
Альбинаның хәлен белергә теләүселәр уның яҡындарына шылтырата ала: 8-927-922-91-66 (Рәфис Тимерғәле улы), 8-929-756-08-74 (Розалия Ибраһим ҡыҙы), 8-937-362-80-97 (Айгөл). Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр, рухи ярҙам күрһәтергә теләүселәр «Бәйләнештә» сайтында Альби­на­ға ярҙамға ойошторолған клубҡа берләшә ала http://vk.com/club32821808.
«Йәшлек» гәзите уҡыусылары бер нисә үҫмерҙе үлемдән йолоп алырға ярҙам итте лә инде, Альбинаны ла яңғыҙ ҡалдырмаҫтарына ышанысым сикһеҙ. Сөнки баҫмабыҙҙы «иң-иң»дәр генә – иң изгеләр, иү әүҙемдәр, иң дәртлеләр яҙҙырып алдыра, уҡый. Моңһоҙҙар, битарафтар юҡ уҡыусыларыбыҙ араһында.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.

P. S. Мәҡәлә баҫырға әҙерләнгәндә, яҡшы хәбәр килеп етте: 200 000 һум аҡса Германияға күсерелгән, тимәк, Альбина өсөн донор эҙләй башлағандар! Донор эҙләү процесы − яҡынса өс-дүрт ай. Ошо ваҡыт эсендә ҡалған сумманы йыйып бөтөргә кәрәк. Әлегә тик 20 716 ғына һум йыйылған. Табиптарҙың һүҙе буйынса, Альбинаның иҫән ҡалырына өмөт бар. Әйҙәгеҙ, шуны файҙа­ланыр­ға ярҙам итәйек!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”