RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсүл СӘҒИТОВ: «ҮҘ ТӨБӘГЕҢДЕКЕ МӨҺИМЕРӘК»

05.06.2012 Рәсүл СӘҒИТОВ: «ҮҘ ТӨБӘГЕҢДЕКЕ МӨҺИМЕРӘК»

Рәсүл СӘҒИТОВ: «ҮҘ ТӨБӘГЕҢДЕКЕ МӨҺИМЕРӘК»
Журналист һәм яҙыусы, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитов Мәскәүҙә ҙур еңеү яулап ҡайтты – «Мәғлүмәти партнерлыҡ: Власть – Киң мәғлүмәт саралары – Йәмғиәт» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Гәзите­беҙҙең күптәнге дуҫына шылтыратып, был ваҡиға, сара тураһында һораштыҡ.
– Конкурс кемдәр араһында, нимә өсөн үткәрелде һәм уны кем ойошторҙо?
– Унда киң мәғлүмәт саралары, йәғни төрлө редакциялар, уларҙа эшләүсе айырым хәбәрселәр һәм шулай уҡ урындағы үҙидара органдары йәки уларҙың вәкилдәре (бер нисә төбәктән ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары бар ине) ҡатнашты. Шулай муниципаль хакимиәттәр вәкилдәре лә булды, сөнки бәйгенең исемендә лә был сағыла бит – власть тиелә. Ошо яуап эсендә нимә өсөн үткәрелеүгә ҡарата ла яуап ята: муниципалитеттарға – һәйбәт эш өсөн, хәбәрселәргә, редакцияларға ‒ ошо пробле­малар­ҙы яҡ­тыртҡан өсөн, хәйер, был да – һәйбәт эш инде. Ике тармаҡҡа ла айырым номинациялар ҡаралғайны. Ә төп ойоштороусы Рәсәй Феде­раль Йыйылышының Феде­рация Советы булды, уның Ҙур Дмитровка урамындағы төп бинаһында эшләнек.
– Эшләнегеҙ?
– Бында асыҡлап үтергә кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ яһау, дипломдар тапшырыу бынан ҙурыраҡ икенсе бер сараның бер өлөшө булды. «Ҙурыраҡ сара» тигәнем – Бөтә Рәсәй баш мөхәррирҙәр конференцияһы. Ул өс көн дауамында Мәскәүҙә эшләне, шуның ике, юҡ, көн ярымы, әйтеүемсә, Федерация Советында уҙҙы.
– Конференцияла нимәләр ҡаралды?
– О-о-о, бик күп мәсьәлә – киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө хәле, һүҙ азатлығы, иҡтисади, юридик, әхлаҡи мөнәсәбәттәр һәм башҡалар. Конференция ошо йүнәлештәр буйынса белгестәрҙең беҙҙең алда сығышынан, дискуссияларҙан, үҙебеҙ эшләгән киң мәғлүмәт саралары менән таныштырыуыбыҙҙан ғибәрәт булды. Берәүҙәр быны шунда уҡ телдән башҡарҙы, икенселәр – яҙма рәүештә. Минең үҙемә баш ҡалаға китер алдынан ғына «Журналистика һәм медиабаҙар» журналына мәҡәлә яҙырға тәҡдим ителгәйне һәм шулай иттем дә. Рәсәй Журналистар союзы сығарған был баҫманың май һанында ул донъя күрҙе һәм конференцияла таратылды ла.
– Мәҡәләң нимә тураһында?
– Был конкурсҡа тәҡдим ителгән проектыма өҫтәмә булды. Ә проектым «Даирә» радиотапшырыуымдың урындағы үҙидара мәсьәләләренә арналған сығарылыштары ине. Конкурсҡа һайлап алынғандар араһында Башҡортостандан яңғыҙым ғына булыуымды иҫтә тотоп, унда был яҡлап тотош республиканы күҙ алдында баҫтырырға тырыштым. Юғиһә, мәҫәлән, Владимир өлкә­һенең Гусь Хрустальный ҡалаһы вәкиленең беҙҙә бер ваҡытта ла булмауы, ә, тимәк, тормошобоҙҙо аңлап бөтмәүе лә ихтимал да баһа. Шуға күрә, әйтәйек, ҡала ерендәге муниципалитет менән ауылдағы үҙидара араһындағы айырмаларҙы асып һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Күпселек иғтибарҙы ауылға бүлдем. Был турала журналдан уҡырға була, төп нөсхәһе баҫманың үҙенең, шулай уҡ ФРИП (Мәғлүмәти сәйәсәтте үҫтереү фонды) тигән ойошманың сайтында ла бар.
– Дәүләт хакимлығы яғынан киң мәғлүмәт сараларына ҡарата ниндәй фекерҙәр яңғыраны?
– «Район гәзиттәре ауыр, ләкин оҙаҡ йәшәйәсәк», – тигән (көлә). Юҡ, быныһын дәүләт вәкиле түгел, ә эксперттарҙың береһе белдерҙе. Уныһы ла дөрөҫ инде – кешенең бит әллә ҡайҙағы Мәскәүҙәге хәл-ваҡиғаларҙан бигерәк үҙе йәшәгән бәләкәй төбәктәге яңылыҡтарҙы белгеһе килә. Улар, гәзиттәр, йәнә лә ҡағыҙ килеш тә оҙаҡ ҡына донъя күрер, тигән уйҙамын. Сөнки олораҡ быуын һаман да, ҡыштырлатып, ҡағыҙ гәзитте уҡырға ярата. Яратмағаны ла мәжбүр – интернет­ҡа инеү бөтә ерҙә лә мөмкин түгел дәһә. Һәм гәзиттәр һаҡланһын да әле, тим. Үҙем дә хеҙмәт биографиямды район гәзитенән башлағайным. Ә бына ауырлыҡҡа килгәндә, еңеләйә төшһә, ҡана ла бит…
Дәүләт хакимлығы фекере тигәндән, уны ла ишеттек: Федерация Советы Рәйесе В. Матвиенко беҙҙең менән осрашыуҙа төбәк матбуғатына ихтыяжды юғары баһаланы.
– Еңеүең менән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
– Рәхмәт. Бергә булһын.

Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”