RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ

29.05.2012 Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ
Ейәнсура районы аҡһаҡалы Рәшит Иҙрисов «Йөрәк хәтере» китабын, нахаҡҡа рәнйетелеп, Себергә һөрөлгән ауылдаштарының яҡты рухына арнай
Иҫәнғол ауылындағы үҙәкләштерелгән район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең райондың мәҙәни тормошон байытыу, һәр яңылыҡты халыҡҡа еткереү буйынса башҡарған эше баһалап бөткөһөҙ. унда һәр саҡ берәй сара үтеп тора. Үткән дүшәмбелә лә, мәҫәлән, Ейәнсура районы аҡһаҡалы – район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Ғәли улы Иҙрисовтың репрессия ҡорбандары иҫтәлегенә арналған «Йөрәк хәтере» тигән китабының исем туйын үткәрҙе.
Һәр бите, һәр юлы күңелде әрнеткән, йөрәктәрҙе тетрәткән был китап өсөн автор материалдар­ҙы алты йыл тирәһе туплай. Ауыл һайын ғына түгел, өй һайын йөрөп, илебеҙ тарихына ҡара биттәр булып яҙылған золом ҡорбандарының вариҫтарынан – балаларынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, таныш-белештәренән һорашып, улар тураһындағы ынйы бөртөгөндәй яҡты хәтирәләрҙе, алтын бәрәбәренә тиң тарихи фотоһүрәттәрҙе йыйыуға бик күп көс-тырышлығын һалған ул. Һәм бына 320 биттән торған ҡәҙерле китап презентацияға йыйылған сал сәсле ағайҙар­ҙың, башлыса, атайҙары, ҡартатай­ҙары, ағайҙары һәм башҡа яҡындары үткән быуаттың шанлы һәм ҡанлы 30-сы йылдарында, мал-мөлкәтенән яҙҙырылып, ғәйепһеҙгә Себергә һөрөлгән бөгөнгө өлкән быуын кешеләренең, ҡулында. Баҫма менән танышыусыларҙың эске тулҡынланыуы йөҙҙәренә, ҡулдарына бәреп сыҡты – китап биттәре, елгә елберләгән япраҡ шикелле, дер-дер килде. Кемдер һиҙҙермәйенсә генә күҙ йәштәрен һөртөргә тырышты, кемдер дерелдәгән ирендәрен тағы ла нығыраҡ ҡымтыны. Миллионлаған совет кешеһен йотҡан ул даулы йылдар һәм ваҡиғаларҙан һуң бер быуатҡа яҡын ғүмер уҙыуына ҡарамаҫтан, уның ҡара шәүләһе бына нисәнсе быуын кешеләрҙең инде һаман йөрәген һулҡылдатып һыҙлата, әсе күҙ йәштәрен һарҡытып сығара.
“Йөрәк хәтере”. Рәшит Ғәли улының китабына шундай исем биреүенең үҙ мәғәнәһе бар: 1937 йылда Ейәнсура районының ҡарабәрҙе ауылынан 58-се статья буйынса репрессияланған атаһы – Ғәлиулла ҡужахмәт улының изге рухына, золом ҡорбанына әйләнгән һәм йылдар үтеү менән хөкүмәт тарафынан “халыҡ дошманы” мөһөрөнән аҡланған райондаштарының, ауылдаштарының, туғандарының яҡты иҫтәлегенә арнаған ул был эшен. Автор үҙе билдәләгәнсә, китапты әҙерләүгә район халҡының күбеһе үҙ өлөшөн индергән: район гәзитендә баҫылып сыҡҡан мөрәжәғәткә байтаҡ кеше ихлас ҡушылып, материал тупланып, тупланма нәшергә тапшырыуға әҙер булғас, бағыусылар ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәткән.
– Рәшит ағайҙың был китабы тәүгеһе түгел – “перспективаһыҙ” ауылдар яҙмышы еленә дусар булған тыуған ауылы ҡарабәрҙегә арналған “Тамырҙарым һиндә, тыуған ер” тигән китабы бик күптәр­ҙең күңеленә хуш килгәйне. Ул унда ауылдаштарының һәр береһе тураһында бөртөкләп мәғлүмәт йыйған, – тип, сараны алып барыу­сы Нурия ҡунысбаева Рәшит Ғәли улы тарафынан башҡарылған матур эштәрҙе һанап алып китте. – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороп, юҡҡа сыҡҡан ауылынан илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә һибелгән ауылдаштарын йыйғайны ул. Хәҙер был матур традиция йыл да тип әйтерлек ҡабатланып тора. Ауылдарында яҡташтары иҫтәлегенә обелиск та ҡуйҙы ҡарабәрҙеләр. Быларҙың барыһы ла Рәшит Ғәли улының тырышлығы менән башҡарылды.
– Рәшит ағайҙың ошо уңышлы эштәренең 50 проценты – ул Гөлниса еңгәйҙеке. Донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, һеҙгә ирек бирмәгән булһа, был тиклем эштәрҙе башҡара алмаҫ инегеҙ, Рәшит ағай, – тип көлдөрөп алды киләһе сығыш яһаусы аҡһаҡалдарҙың береһе Марат Түләбаев. – Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ – ошо бәйләнеште булдырыу беҙҙең, ололарҙың, бурысы ул. “Йөрәк хәтере” китабының авторы үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙҙө, киләсәгебеҙҙе тоташтырҙы. Ра­йоныбыҙ тарихы, шәхестәре тураһында яҙыр нәмәләр бик күп әле. Тиҙҙән күренекле яҡташтарыбыҙ – ҡыуатовтар нәҫеле тураһында китап донъя күрәсәк. Халыҡ – герой ул, тик ваҡытында үҙ баһаһын алмаған. Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ барыбыҙ ҙа.
– Минең атай мулла балаһы булған. Мал-мөлкәтен, йорт-ҡураһын конфискациялап, колхозға биреп, 30-сы йылда ун йылға хөкөм итәләр. 34-се йылда срогын тултырмайынса ҡайтҡан ул. 38-се йылда, мин ике генә йәштә саҡта, уны ҡайтанан Себергә оҙаталар һәм атайым тыуған яғына 40-сы йылда ғына ҡайтты. Күп тә үтмәй, һуғыш башлана. 41-се йылда фронт­ҡа алынып, Берлинға барып етеп, ул өйгә 46-сы йылда ҡайтып инде. Ғүмере буйы колхозда эшләне. Беҙҙе, биш балаһын, уҡытырға тырышты. Ас-яланғас үҫһәк тә, йәберләүҙәр күрһәк тә, уҡырға тырыштыҡ, – тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән хеҙмәт ветераны Ғәли Ғүмә­ров. – Әлбиттә, Рәшит Ғәли улының был китабы – беҙҙең һәм йәштәр өсөн баһалап бөткөһөҙ мираҫ.
– Яңыраҡ ауылға Орск ҡалаһы аръяғында йәшәгән киленебеҙ ҡайтҡайны. Был китапты уҡырға тотондо һәм бер саҡ: “Бына бит ҡартатайым тураһында яҙылған, – тип ҡы­уанды. – Атайым ҡартатайым тураһында, ҡурҡыныс хәл, ул турала һөйләргә ярамай, тип бер ҡасан да беҙгә һөйләмәгәйне”. Күреүебеҙсә, баҫма йәштәр өсөн тәрбиә юҫығында бик әһәмиәтле, – тип, Бикбирҙе ауылы аҡһаҡалы ҡасим Янбаев үткәндәр тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Китап авторы тураһында тағы ла әллә күпме йылы һүҙ әйтелде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил ҡунаҡбаев был сараға тағы ла бер шатлыҡлы хәбәр алып килгән: Рәшит Иҙрисовҡа “Райондың почетлы гражданы” тигән юғары исем бирелеүе тураһында хәбәр иткәс, кисә тағы ла тантаналыраҡ төҫ алды.
– “Халыҡ дошманы” мөһөрө беҙҙе бик оҙаҡ йылдар, хатта егет, ир ҡорона ингәнсе, эҙәрлекләп килде. Армиянан һуң педколледж тамамлап ҡайтып, мәктәптә эшләй башланым. Бер ҙә үрләтмәнеләр. Тик 1962 йылдан һуң, атайым реабилитацияланып, таҙа исеме кире ҡайтарылғас ҡына, Инәк мәктәбенә директор итеп ҡуйҙылар. Атайым һәм уның ише нахаҡҡа рәнйетелгән райондаштарымдың яҡты рухы алдында бурысымды ошо китап менән үтәнем тип уйлайым. Икенсенән, йәштәрҙе, үҫеп килеүсе быуынды үткәнебеҙ, тарихыбыҙ менән таныштырыу форсатына ирештем. Юғиһә, йәш быуын тарихты, шәжәрәһен белмәгәс, быуындар араһындағы бәйләнеш өҙөлдө, тәрбиә мәсьәләһе аҡһаны, бер нисә генә быуын туған булған ҡыҙҙар һәм егеттәр никахҡа инә, матур-матур милли традицияларыбыҙҙы, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе юғалта барабыҙ. Шунлыҡтан беҙ, оло быуын кешеләре, иҫән саҡта йәш быуынға үҙебеҙ белгән-күргәндәрҙе һөйләп, яҙып, эшләп, мираҫҡа ҡалдырырға тейешбеҙ, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Рәшит Ғәли улы. – Был йәһәттән районда байтаҡ эш башҡарылып килә. Әйтәйек, Марат Сәйфулла улы Түләбаевтың инициативаһы менән ауылдар урамдарына күренекле яҡташ-шәхестәребеҙҙең таҡтаташтарын ҡуйыу уңышлы атҡарыла. Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары даими ойошторолоп тора. Марат Сәйфулла улы үҙе районыбыҙ тураһында бер нисә китап әҙерләп, баҫып сығарҙы. Район үҙәгендә репрессия ҡорбандары, афған һәм чечен һуғыштары яугирҙары иҫтәлегенә обелискылар асылды. Быларҙың һәр береһе әхлаҡи-рухи тәрбиә әһәмиәтенә эйә.
“Йөрәк хәтере” китабы – район, ауыл китапханаларының ғына түгел, ә һәр өйҙөң иң түрендә һаҡланыр хазина ул. Уны ҡулына алған һәр уҡыусы иң тәүҙә, әлбиттә, үҙенең яҡындарының исем-шәрифен эҙләйәсәк. Тик был китапҡа райондан репрессияланғандарҙың барыһы ла инмәгән, кеше хәтирәләре һандығында, шулай уҡ архив кәштәләрендә аҡтарыныр мәлдәр байтаҡ булыр һәм “Йөрәк хәтере”нең икенсе, өсөнсө өлөштәре лә сығыр тип ышанырға ҡала.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”