RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Күперҙе һаттығыҙ… Ә аҡсаһы ҡайҙа?»

01.06.2012 «Күперҙе һаттығыҙ… Ә аҡсаһы ҡайҙа?»

Йәйгесә эҫе көндәр дәртләндерҙеме халыҡты – дежур телефоныбыҙ һуңғы ваҡытта айырыуса “ҡыҙҙы”. Гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға иғтибар итәйек.

«Нисек пенсияға иртәрәк сығырға?»

Межгорье ҡалаһынан Зифа ФӘЙЗУЛЛИНА менән Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Зифа МОРАТОВАНЫ алдан пенсияға сығыу мәсьәләһе борсой. Уларҙың икеһе лә, эшләгән ойошмаларында штат кәметелеү сәбәпле, эшенән ҡыҫҡартылған. Зифа Моратова әйтеүенсә, ул быйыл март айынан бирле алдан пенсияға сығыу өсөн документтар туплай. Тик маҡсатына ирешә алмай – уны, төрлө сәбәптәр табып, теге йәки был кабинеттан бороп сығаралар.
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, алдан пенсияға сығыу шарттары ошолай билдәләнә:
− ҡатын-ҡыҙҙар − 53, ирҙәр 58 йәштән алдан пенсияға сығыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн граждандар эшләгән ойошмаларында штат бөтөрөлөү арҡаһында эшенән ҡыҫҡартылырға йәки предприятиелары ябылыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған булырға тейеш. Шулай уҡ уларҙың хеҙмәт кенәгәһендә ҡыҫҡартылыу, ябылыу тураһында яҙыу булыуы ла шарт.
Эшенән ҡыҫҡартылған граждандар тәүҙә урындағы эш менән тәьмин итеү ойошмаһында теркәлә. Әгәр был ойошма үҙҙәрендә булған вакансиялар араһынан һеҙгә яраҡлыһын тәҡдим итә алмай икән, Пенсия фондына йүнәлтмә бирергә бурыслы. Тик иғтибар итегеҙ – йүнәлтмә һеҙгә яраҡлы вакансия булмаған осраҡта ғына бирелә. Ошо йүнәлтмә алдан пенсия юллау өсөн нигеҙ булып тора. Документты тотоп, урындағы Пенсия фонды бүлексәһенә барығыҙ. Фонд йүнәлтмәһе булған граждандарға пенсия юллаясаҡ. Бында бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ йәки өҫтәмә документтар талап ителмәй.

«Игеҙәктәргә пособие нисек түләнә?»

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Эльвира БИКТАШЕВАНЫҢ әхирәте сикһеҙ бәхетле − яңыраҡ ҡына уның игеҙ балалары донъяға килгән. ҡотлайбыҙ, сабыйҙарығыҙ бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫһен! Эльвира әхирәте өсөн мәғлүмәт туплау маҡсатында шылтырата – игеҙ балалары тыуған ғаиләгә өҫтәп түләнергә тейешле пособиены ала алмайҙар икән. Һүҙ игеҙәктәргә түләнергә тейешле 500 һум күләмендәге матди ярҙам тураһында бара.
Ысынлап та, 2011 йылдың 23 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты яңы Указға ҡул ҡуйҙы. Унда ғаиләләрендә бер юлы ике һәм унан да күберәк бала тыуған граждандарға өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һүҙ бара. Указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде.
Яңы Указ Башҡортостанда даими йәшәгән кешеләргә ҡағыла, социаль ярҙам республика бюджетынан күрһәтелә. Шулай итеп, ғаиләһендә бер юлы ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә өҫтәмә рәүештә ай һайын 500-әр һум балалар пособиеһы түләнә. Был сабый­ҙар 2012 йылдың 1 ғинуарында йәки унан һуң тыуған булырға тейеш. Башҡа шарттар ҙа бар − өҫтәмә пособие алыу өсөн игеҙәктәр тыуған ғаиләлә йән башына билдәләнгән уртаса килемдең Башҡор­тостанда раҫланған йәшәү минимумын ике тапҡырға ҡабатлағандан һуң килеп сыҡҡан күләмдән артмауы ла кәрәк. Пособие һәр сабыйға өс йәше тулғанға тиклем бирелә.
Бер юлы өс сабый тыуған ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн урындағы үҙидара органдарында сиратта торған осраҡта торлаҡ сертификаты ла аласаҡ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, өҫтәмә һорауҙар тыумаһын өсөн иғтибар менән ҡарағыҙ – яңы Указ 2012 йыл башланғас тыуған игеҙәктәргә генә ҡағыла. Ә инде пособиеның әле ғаиләләргә барып етмәүен Башҡортостан Республика­һының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында былай тип аңлаттылар: әлегә пособиены түләүҙең аныҡ ҡағиҙәләрен раҫлау, яйға һалыу рәсми рәүештә тамамланыу өҫтөндә. Ошо көндәрҙә ул эшләй башлаясаҡ һәм игеҙәктәре тыуған һәр ғаилә пособиены аласаҡ. Саҡ ҡына сабыр итегеҙ.

«Аҡса ҡайҙа?»

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан, исемен гәзиткә сығармауҙы үтенеп, “ауыл халҡы исеменән” тип шылтыратыусы ҡатын ауылдарындағы аҫылмалы күперҙең юҡҡа сығыуына бәйле ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
− Һаҡмар йылғаһы аша 1975 йылда уҡ аҫылмалы күпер һалынғайны. Ауылдың йәме, төҫө бит бындай ҡоролмалар. Күптәргә ярҙам күрһәтеүсе күперҙе ауылдағы бер ағай төҙөнө, хәҙер иҫән түгел инде ул. Әлбиттә, ошо заманға тиклем күперебеҙ сереп тә бөттө, тимерҙәре генә ҡалғайны тиерлек.
Ә хәҙерге “силсәүит” шул күперҙе Ырымбур кешеләренә һатты ла ебәрҙе, күперҙән елдәр иҫте. Ярай инде, һатты ла икән ти − аҡсаһы ҡайҙа һуң? Ни өсөн ауыл халҡына күпер аҡсаһының ҡайҙалығын әйтмәйҙәр, әллә ағайҙар үҙ кеҫәләренә генә һалып ҡуйҙы инде? Беҙҙең ана шул күпер һатҡандан килгән аҡсаның ҡайҙалығын белгебеҙ килә, “Йәшлек” аша яуап бирһендәр!
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыбыҙ, һеҙҙең һорауға Хәйбулла районынының Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Айрат СУРИН яуап бирә:
− Элекке иҫке күпер янында ғына, 100 – 150 метр алыҫлыҡта, яңы һәйбәт күпер төҙөлгән. Унан кешеләр ҙә, машиналар ҙа сығып йөрөй, бер ниндәй ҙә күпер проблемаһы юҡ беҙҙә.
Иҫке күпергә килгәндә, ул күптән сереп бөткәйне. Тимерҙәре генә ҡалғайны. Боҙ киткән ваҡыт булһа, бала-саға шул тимерҙәргә сығып теҙелеп тора, йылғаға осоп төшһәләр, кем яуап бирәсәк? Йәй булһа, әллә ни айыҡ булмаған кешеләр ҙә шул иҫке күпер аша сығырға маташып аптырата – уларҙың ғүмеренә лә ҡурҡыныс янай. Шуға ла, күперҙең ҡалдыҡтарын һүтеп, һатып ебәрергә тигән ҡарар сығарылды. Аҡсаһы үҙидара органында бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәп теркәлгән, артабан да урындағы халыҡ мәнфәғәтендә ҡулланыласаҡ. Аҡса бер ҡайҙа ла юғалмаған, ул бар.

«Йыуынғы килә…»

Белорет районының Береш ауылынан Розалия МОРАҘЫМОВА:
− 2009 йылда йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алғайныҡ. Яңы урында 13 участка бирелде. Йорт төҙөп, ҡыйығын ябып ҡуйҙыҡ. Тик унда күсеп сығырға мөмкинлек юҡ – газ, ут, һыу кеүек уңайлыҡтарҙы һаман тоташтырмайҙар. Еребеҙ кәрәкле урындарҙа рәсми теркәлгән, күршеләребеҙ йорт һалмаған әле.
Беҙ, ике балалы ғаилә, һаман атай-әсәйебеҙ менән йәшәргә мәжбүрбеҙ. Был бик ауыр. Газ, ут үткәреүҙәрен һорап, урындағы хакимиәткә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Тик уңайлыҡтар беҙгә һаман барып етмәй. ҡасан булыр икән ут һәм газ?
Һорауға Асы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрхәнә СӘЛИМЙӘНОВА яуап бирә:
− ҡайһы бер ауылдарыбыҙҙан айырмалы рәүештә, Береш – газ үткән урын. Йәштәргә ярҙам итеү йөҙөнән бирелгән яңы участкаларға газ менән уттың барып етмәйерәк тороуы аҡсаға бәйле. Әле яңы участкаларға уңайлыҡтар үткәреү өсөн документтар, проекттар әҙерләнә, киләһе йылда һеҙ атап әйткән урындарға ут үтәсәк, тип планлаштырабыҙ.

Сибай ҡалаһынан “Ирәндек” һүҙе менән бәйле әрнеүле шылтыратыу булды. Урындағы милләттәштәребеҙ “Ирәндек”те руссаға әйләндергәндә киткән хаталар өсөн көйөнә. Нишләптер Сибайҙа был һүҙҙе “Ирендек” тип үҙгәртәләр, Боҙ һарайы ла “Ирендек” булып киткән. Иренгән кешеләр яҙалыр инде бындай мәғәнәһеҙлекте. Тағы нимә тип әйтәһең? Беҙгә ҡалһа, “Ирәндек”тең руссаһы “Ирандык” була, Сибай тиклем Сибайҙа ошо һүҙҙе хаталы яҙыуҙары ҡыҙғаныс күренеш, әлбиттә. Иренмәйек, дуҫтар, хаталарҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләйек!

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында йәшәүсе егет (исеме редакцияла) 2010 йылда һалдат бурысын үтәгәндә Кавказдағы хәрби хәрәкәттәргә эләккән. Хәҙер ул үҙенең хәрби хәрәкәттәр ветераны булыуын раҫларға теләй. Ошо мәсьәлә менән урындағы военкоматҡа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән, тик улар егетте кире бороп сығара – булмаған документтарҙы таптыралар. “Нимә эшләргә икән, ысынлап та Кавказда булдым бит?” − тип аптырай гәзит уҡыусыбыҙ.
Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариаттың социаль пенсия менән тәьмин итеү бүлексәһе етәксеһе Валентина ПИНДЮРИНАҒА шылтыраттыҡ. Ул былай тине:
− Егеттең проблемаһы беҙгә таныш – кәрәкле органдар аша уның ысынлап та хәрби ваҡиғаларҙа ҡатнашыуын раҫлаусы документтарҙы алдыҡ. Ләкин хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен алыу өсөн кәрәкле документтарҙың исемлеге алдан раҫланған һәм уны үҙгәртеү мөмкин түгел. Егет был документтарҙы тулыһынса туплай алмай. Атап әйткәндә, уның хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан көндәргә өҫтәмә түләүҙәрҙең суммаһын күрһәтеүсе документы юҡ. Ул хеҙмәт иткән урын менән бәйләнешкә биш тапҡыр инеп ҡараныҡ, ләкин − һөҙөмтәһеҙ. Минеңсә, был осраҡта һалдатҡа илебеҙҙең Хәрби прокуратураһына мөрәжәғәт итеүҙән башҡа юл юҡ. Сөнки документтар пакетын былай ғына туплай алмаясаҡ тип һанайым.

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Әлфиә ҡУНАФИНАНЫҢ үҙ зары – ул өс балаһы менән ятаҡта йәшәй. Ятаҡ бинаһы янында мунса төҙөргә ярамай. Һөҙөмтәлә ятаҡта йәшәүселәргә йыуы­нырға урын юҡ. Быға тиклем Асҡарҙа дөйөм мунса булған, ләкин бөгөн ул эшләмәй. “Урындағы етәкселәр мунса төҙөргә вәғәҙә бирә, тик оҙаҡлай­ҙар”, − ти әсә. Хәҙер ҡайҙа барып йыуынырға белмәйҙәр.
Үәт, мәсьәлә тиһәң дә, мәсьәлә булды был һорау… Нимә тип әйтәһең инде − йыуыныу урыны клуб йәки аквапарк түгел, ул көн дә кәрәкле нәмә. Етәкселәр, эинһар, халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалып, Асҡарҙа дөйөм мунса төҙөү яйын табығыҙ инде…

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар. “Йәшлек”тең дежур телефонының аноним шылтыратыуҙарҙы ҡабул итмәүенә иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Бының сәбәбе бер генә - аныҡ яуап алыу өсөн аныҡ исемдәр һәм фамилиялар кәрәк. Үкенескә күрә, шылтыратыусылар араһында башҡа кешеләрҙең исемен атап һөйләшеүселәрҙең дә булыуы асыҡланды. Бындай осраҡтар ҡабатлан­ған хәлдә ялғанлауҙарға ҡаршы саралар күреләсәк, беҙ шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеүселәрҙе лә, башҡа гәзит уҡыусылар­ҙы ла ихтирам итеү яҡлы.
Дежур телефон гәзит уҡыусыларыбыҙҙың аныҡ проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн эшләй. Һеҙҙән артабан да шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ. “Йәшлек”тең хаттар бүлеге хаҡында ла онотмағыҙ – күп кенә һорауҙар яҙма мөрәжәғәт итеүҙе талап итә.

Шылтыратыуҙарҙы
Лилиә СИРАЕВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”