01.06.2012 Дуҫ-татыу йәшәүгә ни етә?!
Өфөлә толерантлыҡ мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте
Өфө ҡалаһының «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, академик Фәнил Фәйзуллиндың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы «Традициялар һәм толерантлыҡ: аңлашыу проблемаһы» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр, Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институттары, Өфө дәүләт авиация техник университеты ойошторҙо. Ғилми форумда Рәсәй, Украина, ҡаҙағстан, Белоруссия ғалимдары ҡатнашты.
Конференция шәхестең азатлығы, полиэтник социумда толерантлыҡ, йәмғиәтте модернизациялау, шәхес һәм дәүләт, социаль ғәҙеллек кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә арналды. Йәмғиәттә төрлө милләт, дин вәкилдәренең һәм социаль төркөмдәрҙең үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәүе, милләт-ара һәм тел мөнәсәбәттәрен үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй ғилми йәмғиәтенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу юлдары билдәләнде.
Фәнил Сәйет улы – илдәге һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған билдәле ғалим. Ул фәнни хеҙмәттәре, ғилми мәктәбе менән генә түгел, бер ҡасан да үҙ позицияһынан тайпылмай, ҡыйыу рәүештә үҙенең фекерҙәрен яҡлай белеүе менән дә фән белгестәре һәм халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Республикабыҙҙың киләсәге, милләтебеҙ, телебеҙ проблемалары, демократия, толерантлыҡ мәсьәләләре уны борсоуға һала. «Толерантлыҡ – ул башҡа милләттәрҙең рухи һәм мәҙәни традицияларын хөрмәт итеп, интернационализм принциптарында йәшәү. Күп милләтле илдәр өсөн был айырыуса мөһим», – ти ғалим. Кәңәшмәлә юбилярға, уның фәнни һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә ҡарата бик күп йылы һүҙ әйтелде. Сығыш яһаусылар Фәнил Фәйзуллиндың мәғарифты, фәнде үҫтереүгә индергән өлөшөн, Башҡортостан Фәндәр академияһын ойоштороуға һәм федерализмды фәнни яҡтан нигеҙләүгә һалған хеҙмәтен юғары баһаланы.
С. НИЯЗОВА.