25.05.2012 Алданғанығыҙ бармы?
Мутлашыусылар кешегә еңел генә ышанып барыусыларҙы аҙым һайын тиерлек һағалай. Улар еңел аҡса эшләү маҡсатында төрлөсә алдай. “Йәшлек” гәзите уҡыусыларының бындай әҙәмдәрҙең ҡармағына эләккәне бармы?
Айһылыу ҒҮМӘРОВА, Бөрө ҡалаһы:
– Бынан өс-дүрт йыл элек бер туған ҡустым телефоныма аралашыу өсөн «аська» программаһын яҙҙырғайны. Был таныш булмаған бәйләнеш мине бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Көн дә унда инеп, дуҫтарым, туғандарым менән яҙыша инем. Бер көн кис «аська»ға индем һәм ҡустымдан хат алдым. Унда ул дуҫы өйрәткән «хәйлә» тураһында яҙған. Йәнәһе лә, дүрт һанлы номерға СМС-хәбәр ебәрһәң, телефоныңа мең һум аҡса күсә. Нишләптер бының дөрөҫмө, юҡмы икәнен һорап тормайынса кәрәкле һандарҙы йыйҙым, ә аҡса күсмәне генә түгел, үҙемдең 300 һумымды юғалттым. Һуңынан ул хатты ҡустым түгел, ә уның паролен урлаған мутлашыусылар яҙғанын белдем. Ошо хәлдән һуң интернет селтәрендә осраған бындай хәбәрҙәрҙең береһенә лә ышанмайым.
Винер МӘҡСҮТОВ,
ҡырмыҫҡалы районы:
– Студент сағымда балалар баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләнем. Йоҡоһоҙ төн үткәреп, иртә менән эштән ҡайтып килешләй банкоматтан аҡса алырға булдым. Бер айлыҡ эш хаҡымды алырға тип төймәләргә баҫтым, пин-кодты йыйҙым һәм, арығанлыҡтан онотоп, банкоматтан бары тик картамды ғына алып киткәнмен. Оло йәштәрҙәге бер апай әйтмәһә, моғайын, эш хаҡымды башҡаса күрмәҫ инем. Ул аҡсаны үҙенең кеҫәһенә һалып ҡуя алһа ла, мине саҡырҙы. Уның намыҫлылығы бер ай ас йәшәүҙән ҡотҡарҙы.
Вәлимә ҒАРИПОВА, Мәсетле районы:
– Мин утыҙ йылға яҡын хаҡлы ялдамын. Беҙгә пенсия аҡсаһын ауылға килтереп тараталар. Бер мәл, уңайлылыҡ өсөн тип, банк картаһы асырға тәҡдим иттеләр. Мин был тәҡдимгә ҡырҡа ҡаршы төштөм. Уны нисек тотонорға кәрәклеген белмәй тороп, ауылда банкомат булмағанда картаның миңә кәрәге лә юҡ. Телевизорҙан да йыш ҡына мутлашыусыларҙың урлашып тотолғанын күрһәтеп торалар. Шуға ла пенсиямды аҡса янсығында һаҡлауы уңайлы ла, күңелем дә тыныс.
Әлмир Ғәлләмов, Өфө ҡалаһы:
– Минең менән ярты йыл элек күңелһеҙ хәл булғайны. Урамға сығырға йыбанып, кеҫә телефоныма аҡсаны интернет аша ғына һалырға булдым. Ниндәйҙер бер сайтты эҙләп таптым һәм банк картамдың номерын, мәғлүмәттәрҙе яҙҙым, кәрәкле сумманы күрһәттем. Аҡсам банк картаһында кәмене, ә телефонға күсмәне. Шылтыратып һорауыма банк хеҙмәткәрҙәре, килеп, ғариза яҙырға кәрәклеген әйтте. 200 һум аҡса өсөн әллә ҡайҙа барып йөрөгөм килмәй: “Хәйер булһын әйҙә!” − тип ҡул һелтәп ҡуйҙым.
С. РӘШИТОВ әҙерләне.