RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

18.05.2012 Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ҙә, өҙөлгән туғанлыҡта яҡынлыҡ юҡ. Алыҫта торһағыҙ ҙа, йөрөшкән туғанлыҡта алыҫлыҡ юҡ.
(Хәҙистән).
Шәжәрә байрамдарын үткәреү зарурлығының республикабыҙ етәкселегенең ҡарары менән нығытылыуы халыҡты оҙайлы йоҡонан уятып ебәргәндәй булды. Күптәр, ырыу ағасы – шәжәрәһен тергеҙергә теләп, туған-тыумасаһын эҙләргә тотондо. Кеше үҙенең тамыры, ырыу-нәҫеле менән көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тик ныҡлы, һутлы тамырҙан таралған аралар ғына берҙәм, көслө була. Зат-араһын, ырыуын яҡшы белгән кеше һис ҡасан да үҙен яңғыҙ тойоп йәшәмәй, ул ергә ышаныслы баҫып, ғорурланып донъя көтә. Сөнки ауыр мәлдәрҙә уның таяныр, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлашыр, ярҙамлашыр терәге була.
Ошоларҙы уйлағанда, республика етәкселегенең ҡарары ни тиклем дөрөҫ һәм ваҡытлы булыуына инанаһың.
Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә быйыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй тарихы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә «Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы» тип аталған шәжәрә байрамы үтте. Сара бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Шәжәрә байрамы ошо мәктәп балаларын уҡытыуға 20 йыл ғүмерен арнаған, ҡалала беренселәрҙән булып «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булған Гөлнур Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙинаға арналды. Уның уҡыусылары араһында билдәле шәхестәр ҙә бар. Мәҫәлән, Күсей ауылы егете, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, ғалим, «Әлифба» авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт һәм башҡалар. Кисәгә Баймырҙиндарҙың республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында йәшәгән нәҫел-нәсәбе, ҡала етәкселеге, уҡытыусылар, мәғариф ветерандары саҡырылғайны.
Байрам мәктәптең ҡурайсылар ансамбле сығышы менән башланып китте. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И. Хәйруллин ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәләмләне. Байрамға республикабыҙҙа билдәле әҙибә Таңсулпан Ғарипова ла килгәйне. Ул Баймырҙиндар нәҫеленең ырыу ағасы – шәжәрәһе менән таныштырҙы. Таңсулпан Ғарипова апаһы, әсәһенең һеңлеһе Гөлнур Рәхмәтулла ҡыҙының тормош юлы, эшмәкәрлеге, ата-бабалары тураһында бик мауыҡтыр­ғыс итеп һөйләне, Баймырҙиндар нәҫелендә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусыларҙың күп булыуы тураһында әйтеп үтте. Әҙибә мәктәп китапханаһына үҙенең китаптарын бүләк итте, Гөлнур Рәхмәтулла ҡыҙының яратҡан йырҙарын йырлап ишеттерҙе.
Артабан сәхнәгә Баймырҙиндар нәҫеленән килгән башҡа ҡунаҡтар сығып, үҙҙәре һәм ғаиләләре менән таныштырҙы. Сығыш яһаусылар РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Рәхмәулла ҡыҙының эшмәкәрлегенә оло баһа бирҙе һәм уның хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Байрамда Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбенә һәм ҡала урамдарының береһенә Гөлнур Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина исемен биреү тураһында фекер әйтелде.
Бер нәҫелдең шәжәрә байрамы сағыу йөкмәткеле булды. Уны уҙғарыуға мәктәп директорының башҡорт теле буйынса урынбаҫары Фәүзиә Ғүмәр ҡыҙы Боҫҡонова күп көс һалған. ҡунаҡтар осрашыуҙан, үҙ-ара аралашыуҙан күңелдәре булып таралышты. Барыһы ла мәктәп коллективына ҙур рәхмәт белдерҙе.

Юлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
БДУ-ның журналистика бүлеге студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”