RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәккә рухи васыят

18.05.2012 Киләсәккә рухи васыят

Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да өлөшө тос була. Баймаҡтан ғына был дивизия составында һуғышта 700-ҙән ашыу кавалерист ҡатнаша. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Б. Вәлид һәм Р. Өмөтбаев премиялары лауреаты, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Рамаҙан Үтәғолов “Ирәндек бөркөттәре” исемле тарихи-документаль йыйынтыҡ баҫтырҙы. Үҙәк район китапханаһында китаптың исем туйы гөрләп үтте, унда китапҡа ингән шәхестәрҙең балалары, туғандары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, зыялылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Исем туйында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороу тарихы бәйән ителде, ҡаһарман яҡташ кавалеристарҙың исемдәре иҫкә алынды. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һаҡсылары рәтендә Баймаҡ районы егете Рамаҙан Билалов та була. Ул һуңғы көнгә тиклем кавдивизия командиры янында йөрөй. Үкенескә күрә, ваҡытында уға яу яланында булған дөрөҫлөктө асып һалырға мөмкинлек булмай, шуға күрә ғүмеренең ахырынаса ошо ауыр йөктө күңелендә йөрөтөргә мәжбүр була. Кисәлә уның улы Марат Билалов ҡатнашып, атаһын һуғышҡа оҙат­ҡан сағын, ул яуҙан ҡайтҡас һөйләгән хәтирәләрен бәйән итте. Рамаҙан Билалов Миңлеғәле Шаймора­товтың башына пуля тейеп үлеүен үҙ күҙҙәре менән күргән. Йәнәһе, генерал пленға эләккән булған, тип уға Герой исемен бирҙерттермәй ҡаңғырған саҡта ул иң беренселәрҙән булып Миңлеғәле Шаймора­товтың пленда булмауын раҫлай.
Киләсәккә рухи васыят
Ярат ауылынан Ильяс олатай Дәүләтбаев атаһының, ағаһының да атлы дивизия составында һуғышыуы хаҡында һөйләне: “Атайым һу­ғыш­ҡа Елетмәҫ, Күк айғыр, Ороло саптар ҡушаматлы аттарҙы алып китте. Ул батырҙарса һәләк булды. Яуға оҙатҡан аттарҙан ни бары беҙҙең ауылдан киткән Ороло саптар ғына әйләнеп ҡайтты”, – тип, Ильяс олатай сығышын ҡурайҙа “Ерән ҡашҡа” көйө менән тамамлап ҡуйҙы.
Темәстән Миңдеғол Арыҫланов та 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман яугирҙарының береһе була. Днепр йылғаһы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Уның улы Рәсүл Арыҫланов атаһы менән обелиск эшләй башлауҙарын, тик атаһының уның ҡуйылғанын күрә алмауын, был эште туғандары менән аҙаҡҡа тиклем еткереп ҡуйыуы хаҡында һөйләне. “Рәсәй империя булып йәшәһен өсөн башҡорттар күп көс һалған. Башҡорт булмаһа, илебеҙ әлеге көндә бындай биләмәне биләй алмаҫ ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирелмәһә, тарихи тупаҫлыҡ буласаҡ!” – тип тамамланы ялҡынлы сығышын.
“Ирәндек бөркөттәре” китабында Бәҙри Мәмбәтҡоловтың “Отважный связист” исемле мәҡәләһе бирелгән. Унда “Кубань” колхозы рәйесе, һуғышта бихисап награда, шул иҫәптән ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе Ғәлиәхмәт Сәйфуллин тураһында һүҙ бара. Кисәлә геройҙың ҡыҙҙары Менәүәрә, Мәзүнә, Сәлимә инәйҙәр ҡатнашты. Улар аталарының һуғыштан килгән хаттарын илай-илай уҡыуҙарын хәтерләне, уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндәр.
ҡаһарманлығы менән тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исемен алған Тәфтизан Миңле­ғолов – районыбыҙ­ҙың сикһеҙ ғорурлығы. Уның ҡорҙашы Миҙхәт Байрамғолов яугир менән бала саҡта ялан аяҡ бергәләп ат һарайында йөрөүҙәрен, Тәфтизандың ҡурай­ҙа таҡмаҡ көйҙәрен уйнарға яратыуын һөйләне. Ул Герой булып киткәс, фотоһүрәте булмағанға күрә һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт ағайҙың портреттарын алыу­ҙарын һөйләне.
Йәнйегет ауылынан Илгиз Әбүбә­киров, Төркмәндән Ришат Уйылданов, Баймаҡтан Рәйсә Хәсәнова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик күп китап авторы, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Вара Буранбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Бихисап китап авторы Азамат Тажетдинов, Мәрйәм ҡужаҡаева ҡәләмдәштәре Рамаҙан Үтәғоловты яңы ижад емешенең донъя күреүе менән тәбрикләне.
Бер үк ваҡытта тантаналы ла, ғорурлыҡ тойғолары ла уятҡан, шул уҡ мәлдә күңелде һыҙлатҡан да был матур кисәне балалар ижады үҙәгенең Рәйлә Бикбирҙина етәкләгән фольклор түңәрәге малайҙарының яу, һыбайлылар тураһындағы йырҙары, Ильяс Дәүләтбаевтың ҡу­рай моңо, Вара Буран­баев­тың “Фатимам” йыры тағы ла йәмләне.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”