RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Иң ҙур бәхетем – балаларым»

02.10.2010 «Иң ҙур бәхетем – балаларым»

«Иң ҙур бәхетем – балаларым»Туймазы районының Бишҡурай ауылынан 93 йәшлек Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы Хәсәнова, был матур тормошта 100 йәшкә еткәнсе йәшәргә ине, ти
– 100 йәш тулғандарға 100 мең һум аҡса бирәләр, ти бит, тырыштырмай булмаҫ, килен!
– Белмәйем шул, Зөбәржәт инәй, 102-лә булһа ла, ала алмаған әле...
– Бәй, хәҙер үлергәме ни инде?!
– Юҡ инде, ете генә йыл ҡалғас, тырыштырабыҙ. 100 йәшеңде бөтә балаларыңды, ейәндәреңде йыйып, гөрләтеп байрам итәбеҙ!
– Ә бүләләр һыйырмы икән?
– Һыйыр, улың, бөтәһен дә йыям, тип, ҙур йорт һалды бит!
Өләсәйем Хәтимә Саҙретдин ҡыҙының килене Наилә менән шулай мәрәкәләп һөйләшеүен күреп шатландым. 93 йәштә лә йор һүҙле, шаян булыуы күңелемде күтәрҙе.
Ә кинйә улы Флүр ағай, ысынлап та, Йәрмөхәмәт ауылындағы атаһы нигеҙенә бөтә туғандарын йыйып ҡунаҡ итерлек ҙур, күркәм йорт һалды. Уның ике тәҙрәле иң яҡты, ҙур бүлмәһен өләсәйгә тәғәйенләне.
Кем генә килһә лә, һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Наилә еңгә йүгертеп һыйын әҙерләй, Флүр ағай хәл-әхүәл һораша, шатланып, ихлас ҡунаҡ итәләр. Хәл белергә килер кеше күп: балалары, 21 ейән-ейәнсәре, 30 бүләһе һәм бер бүләһенең ҡыҙы бар.
Өләсәйем беҙҙең һәр беребеҙҙе көтөп ала, һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Әле лә, уның башынан үткәндәр менән ҡыҙыҡһынғас, йәш сағын иҫенә төшөрҙө.
Өләсәйем илебеҙ бик ҙур үҙгәрештәр кисергәндә, 1917 йылдың февралендә, ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе бик тырыш, хәлле була. Атаһы Саҙретдин Беренсе донъя һуғышында йөрөгәндә, әсәһе Хәтирә 1909 йылғы улы Ямалетдин менән бөртөкләп йыйған мал-мөлкәтен таратмаҫҡа тырыша. Ә ғаилә башлығы иҫән-һау ҡайтҡас, арыу-талыу белмәй, яңы эштәргә тотона. Ул Тауҙар ауылына барып тоҙ алып ҡайта ла Бәләбәй баҙарында һата. Бөтә ғаиләләре менән икмәк, керәндил бешереп һатыуы ла балаларын туҡ йәшәтеүгә булышлыҡ итә.
Өләсәй, ул саҡта бик бәләкәй булһа ла, нисек керәндил бешереүҙәрен яҡшы хәтерләй: «Бәләбәй баҙарынан алып ҡайтҡан ап-аҡ ондан түңәрәк керәндилдәр яһап, ҡайнап торған һыуға һалалар, унан алып ҡыҙыу ут өҫтөндә бешерәләр. Бауға теҙеп, һатыуға сығарған ризыҡ аҡ төҫтә була, кетерләп тора. Әле лә тәме тел осонда кеүек».
Саҙретдин ауылда үҙенең тырышлығы, уҫаллығы менән дан тотҡан. Ул ысын күңелдән Аллаға ышанған, ҡөрьәнде уҡыған. Колхозлашыу башланғас та унда инергә ашыҡмай. Тәҡәтен ҡорот­ҡас, 1936 йылда ғына колхозға инә. Эшләмәй, кешегә һалышып йөрөгән ауылдаштарына йәне көйә.
Ғаилә башлығы өйөндә лә ҡоро, бер һүҙле була. ҡыҙы нисек кенә уҡырға тырышһа ла, өсөнсө синыфтан арыһына рөхсәт итмәй. Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы уҡытыусы булырға хыяллана. Етенсе синыфты тамамлаусыларҙы уҡытыусылыҡҡа өйрәтергә Аҙнағол ауылына йыйыуҙарын ишеткәс, ул да өмөтләнеп бара, тик, белеме етмәгәс, алмайҙар. Уҡытырға теләге ҙур булған ҡыҙҙы ауылда эшһеҙ тотмай­ҙар, өлкән апай-инәйҙәргә хәреф танырға, яҙырға өйрәтергә ҡушалар. Ул бер йыл кеше өйөндә, ике ҡыш клубта уҡыта, эшен бик ярата.
Тик... Һәр кешенең яҙмышы алдан яҙылған була, тиҙәр бит, Хәтимә Саҙретдин ҡыҙының да әсе нужа, ҡайғы-хәсрәт күрәһе булғандыр инде. Өс кенә көнгә күрше Төпкилде ауылында йәшәүсе апаһына ҡунаҡҡа тип киткән еренән ул өс йылдан һуң ғына кире әйләнеп ҡайта. Йософ исемле егет уны күреп оҡшата ла, урлап, кәләш итеп өйөнә алып ҡайта. Инде бер-береһенә өйрәнеп, яҡшы ғына йәшәй башлағас, тормош иптәше ауырып вафат була, сабыйы ла үлеп ҡала.
ҡайғыға батып, тыуған ауылына ҡайтып төшкәндә уға ни бары 19 йәш кенә була. Йәненә урын тапмай, өҙгөләнеп йөрөй торғас, Ленинградҡа эшкә сығып китергә уйлай. Паспорт алырға тип, Туймазыға бара, ә ҡайтҡанда үҙенең яҙмышы хәл ителгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ауылдашы Әҡсән Хәсән улы Хәсәнов, уның ситкә сығып китергә уйлауын белеп, юлда барғанда уҡ тәҡдим яһай: «Һине күптән оҡшатып йөрөйөм. Үҙемдең ярты ғүмерем ситтә үтте, бер ҙә рәхәт булманы, китмә, миңә кейәүгә сыҡ. Кешенән кәм-хур булмаҫбыҙ, ел-ямғыр тейҙермәм...»
Өләсәйем тәҡдимгә тиҙ генә ризалашмай, туғандары менән кәңәшләшә. Улар ҙа: «Күн, ҡыҙым! Әҡсән донъяны күп күргән, арыу ғына егет», – ти. Шулай итеп, Хәтимә менән Әҡсән Хәсәновтар ғаиләһенә нигеҙ һалына.
Олатайымдың да өлөшөнә әсе яҙмыш тейгән. Ул 1912 йылда донъяға килә. Атаһы һуғышта һәләк булғас, башҡа етемдәр менән бергә уны ла приютҡа алып китәләр. Ә әсәһе Вәсбикамалды ҡабат кейәүгә бирәләр. Әсә йылыһы күрмәгән малайҙы бер урыҫ ғаиләһе уллыҡҡа ала. Тик 1921 йылғы аслыҡта ул тағы Украина приютына эләгә. Унда ла туйғансы ашарға тилмерәләр. Шунда ул бер ауылдаш ҡыҙы менән приюттан ҡасып ҡай­та. ҡыҙыҡай Бәләбәй баҙарында Саҙретдин сауҙагәрҙе күреп ҡала, Әҡсән менән дә таныштыра. Үҙ телендә бер ауыҙ һүҙ белмәгән, тамам урыҫлашып бөткән Әҡсән Хәсәнов тыу­ған ауылында оҙаҡ тормай, 15 йәштә ылаусы булып ситкә сығып китә. Ул Ленинградҡа йыш йөрөй, бер юлы тауар алып ҡайтып, әсәһенә ярҙам итә.
Хөснөтдин ағаһы, ҡустыһының аҡсаһын йыйып, йорт алып ҡуя. Ул кәләше менән бына шул өйҙә йәшәй башлай ҙа инде. 1939 йылда улдары Фәнүз тыуа. Ғаиләләренә йәм өҫтәлә. Әҡсән клуб мөдире була. Бергәләп спектаклдәр ҡуялар, күрше Үрмәнәй, Төп­килде, Иҫке ҡандра, ҡотой ауылдары халҡын тамашалары менән һө­йөн­дөрәләр.
Дәһшәтле фин һуғышы матур тормошто селпәрәмә килтерә. Бәләбәйҙә хәрби училище тамамлаған белдекле Әҡсән Хәсән улына егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә өйрәтергә тура килә. ҡандра ҡасабаһында йыйып өйрәтеп, Әлкәгә алып бара, ә унан – һуғышҡа. ҡан ҡойош, атыу, шартлау. Тормош иптәше фин һуғышынан иҫән-һау ҡайтҡас, ут йотоп торған өләсәйемдең һөйөнөсөнөң сиге булмаған. Олатайым ең һыҙғанып донъя көтөргә керешкән. ҡаралты-ҡураһын нығытырға таҡта хәстәрләгән. Үҙен элеваторға келәт мөдире итеп тә ҡуйғас, барыһы ла яйға һалыныр, тип өмөтләнгән.
1941 йылдың 22 июне таңы тағы ла бөтә яҡты хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. Тәүҙә Әҡсән Хәсәновҡа бронь бирәләр, ул көн-төн эштә була. 1941 йылдың мартында улдары Фәнүр, үҙенең донъяға килеүен белдереп, ауаз һала.
1942 йылдың башында олатайым һуғышҡа китә. Өләсәйем бәләкәй генә өйөндә ике бала менән тороп ҡала. Үҙе келәт мөдире булһа ла, бер услап ҡына оно ҡала. Балаларын асҡа тилмертмәҫ өсөн, ҡоймаға тип әҙерләнгән таҡтаны колхозға биреп, өләсәй он ала.
– Һуғыш ваҡыты ғүмеремдең иң әсе ауыр осоро булды, – тип иҫкә ала өләсәй. – Иртүк ике баланы инәкәйҙәргә илтәм. Үҙем төнгә тиклем колхоз баҫыуында ер ҡаҙам, бәрәңге утайым, башҡа эштәрҙе башҡарам. Балаларҙы өйгә алып ҡайтып йоҡлатам да төнө буйы, улар туңмаһын, тип, баҫыуҙан һалам ташып, мейескә яғам. Уның араһында фронтҡа ебәрергә картуф, һуған киптереп йыям. Шулай осон-осҡа ялғап йәшәгәндә, Мәскәүҙән эвакуацияланған бер ғаиләне миңә йортҡа индерҙеләр. Колхоз, кәрәсин, он, бәрәңге бирербеҙ, тип вәғәҙә бирһә лә, тиҙ онотто. Минең елкәмә аслыҡтан шешенгән, бет баҫҡан тағы өс йән өҫтәлде. Үҙҙәре эш рәте белмәй, колхозға ла сыҡмайҙар. Үҙем эштә саҡта һаҡлап ҡына тотҡан картуфымды ашай­ҙар. Улар ҙа йәл, үҙ балаларымды ла уйлайым. Ултырып илаған саҡтарым аҙ булманы. Олатайыңдың хаттары ғына мәңге тынмаҫ һымаҡ тойолған һуғыш йылдарында йәнемә ял бирә ине. Сталинградтан хаты килде лә, бер ни ҡәҙәр ваҡыт туҡталып торҙо. Икенсегә тол ҡалам икән, тип ҡайғырҙым. Ә йәнкиҫәгем, ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ дауаланып ятҡан икән. Тағы ла яралаһы һигеҙ йән булғанғалыр инде, ҡартыҡайым иҫән ҡалған. Яралы ҡулын муйынына аҫып бәйләп өйгә ҡайтып ингәс, шатланыуҙарым! – тип йылмайҙы өләсәйем.
Олатайым һуғыштан ҡайтыу менән келәтсе эшенә керешә. Һыҙланһа ла, кешегә һиҙҙермәҫкә тырыша, яралы аяҡ-ҡулының үҙәк өҙгөс ауыртыуына ыңғырашмай, тешен ҡыҫып түҙә. Фонарь лампаһы ватылғас, һуҡыр лампа яҡтыһында төндәр буйы сей ашлыҡ киптерәләр. Һалдаткаларҙың кеҫәләренә бойҙай һалғанын күрһә лә, өндәшмәй, ауыр эштән, күтәргеһеҙ ҡайғынан миктәгән ҡатындар­ҙы ла, асҡа тилмергән балаларын да йәлләй.
Тормош дауам итә. Замана ауыр, тип тормай, 1943 йылдың июлендә – Флүрә, 1945 йылда Венера исемле ҡыҙҙары донъяға килә.
– Балам күп, тип, эшкә сыҡмай ҡалып булмай. Ике метрлы ҡайын тәртәгә ҡабыҡтан 1,5 метрлы бишек яһап, дүрт баланың бәләкәйерәген ятҡырып, ҙурырағын ултыртып, йә етәкләп, амбарға ашлыҡ киптерергә эшкә барам, – тип һөйләй өләсәйем.
Бөтәһе лә Еңеү өсөн, һуғыштағыларға нисек тә ярҙам итеү теләге менән тырыша. Зарығып көткән Еңеү ҙә аслыҡтан, ауыр эштән хәлһеҙләнгән ауыл халҡының хәлен тулыһынса еңеләйтә алмай. Еңеү, һуғыштан һалдаттар ҡайтыу шатлығы халыҡтың күңелен күтәрә. Ә таралған хужалыҡтарҙы тергеҙеү, туйғансы ашарлыҡ иген үҫтереү өсөн бик оҙаҡ ваҡыт кәрәк була.
Хәсәновтар ғаиләһендә 1947 йылда Ришат, 1949 йылда Әхтәм,1951 йылда Флүр, 1955 йылда Альберт донъяға килә. Балалары күп, шулар өҫтөнә Нәсимә һеңлеһенең ике балаһы ла өҫтәлә. Картуфты күпләп бешерергә тырыша өләсәйем, икмәкте еткерерлек түгел. Әйтеүе генә анһат – 14 кеше! Көн дә иртән тороуҙарына аҙыҡ хәстәрләргә кәрәк. Булған ризыҡты был тиклем кешегә еткерерлек итеп әҙерләргә лә күпме көс кәрәк, ә булмағанды бар итергә...
– Үҙем ашамайым, балаларға еткерергә тырышам, бөтөнләй хәлһеҙләндем, Альбертымды имеҙеп ултырған ерҙән тәгәрәнем. Аяҡтан йығылғас, больницаға илттеләр. «Зинһар, терелтегеҙ, ун балам бар. Минһеҙ улар нисек йәшәр? Терелтә күрегеҙ!» – тим.
«Йөрәгеңдең майы ҡалмаған, ял ит, туйғансы аша, йоҡла! – тине табип. – Мине тыңламаһаң, үләһең. Балаларыңды уйла!» Флүрә ҡыҙым һарыҡ ҡарай ине, эшен ташлап, мине ҡараны. Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫтырҙылар... Йәшлегем бала бағып уҙҙы. Әлдә ҡыҙҙарым, улдарым аҡыллы булды. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, – тип тамамланы һүҙен өләсәйем, шунан, иҫенә төшөп, тағы һүҙен дауам итте. – Бала үҫтереү уларҙы ашатыу ғына түгел бит әле, һәр береһенә иғтибар бүлергә, тәрбиә бирергә, кейемен дә табырға кәрәк. Сепрәге булһа, үҙем тегә инем. Һарыҡ аҫрағас, ойоҡбашын да бәйләнем, быймаһын да баҫтыра инек. Ә бына өҫтәренә йылы кейем еткереүе ауыр булды. Әхтәм улым шул арҡала биш йәшендә генә беренсе тапҡыр тышҡа сыҡты. Башымда бер бөртөк шәлем бар ине, йәнем әрнеп, шуны сисеп, улыма салбар тегеп бирҙем. Баламдың аҡ ҡарға ҡарап һушы китеүе, рәхәтләнеп уйнауы, шатланып көлөүен күргәс, шәлһеҙ ҡалыуым да онотолдо...»
Өләсәйем менән олатайым, һуғыштан һуң аҙыраҡ хәл алғас, балаларға йоҡлар, уйнар ер булһын тип, алты мөйөшлө өй һала. 1953 йыл өсөн был бик ҙур күркәм йорт була. Ә 1970 йылда өс бүлмәле өй һалып инәләр.
1957 йылда ауылда икенсе булып Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы «Герой-әсә» исеменә лайыҡ була. Ворошилов ҡултамғаһы менән ҙур зәңгәр танытманы һәм янып торған «Алтын йондоҙ» орденын ҡулына алғас, бөтә ғүмере тағы бер ҡат күҙ алдынан үтә. Уның бар бәхете – балалары!
Өләсәйем менән олатайыма, үкенескә күрә, тигеҙ ҡартлыҡ насип булмай. 1986 йылда һуғыш ветераны Әхсән Хәсәнов донъя ҡуя. Олатайым минең хәтеремдә зәп-зәңгәр күҙле, оҙон буйлы, төҙ ҡаҡса кәүҙәле, һәр саҡ йор һүҙле һәм бик тырыш, бер минут та эшһеҙ тора алмаған кеше булып һаҡлана. Өләсәйем бөгөн Флүр улы һәм Наилә килене менән ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Ул ҡайғыны күп күргән. Альберт улын бәләкәй саҡта уҡ, ә Фәнүз, Ришат, Әғләм улдарын ир уртаһы булғас ер ҡуйынына оҙатҡан. Уларға бәйеттәр бағышлай, доғалар уҡый. Йөрәге әрнеүен баҫырға тырыша...
Өләсәйемдең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре һәр ҡайһыһы белемле, тормошта үҙ урынын тапҡан, дөрөҫ һөнәр һайлап, илебеҙгә күп файҙа килтергән тырыш кешеләр. Кейәү-килендәренән дә уңды өләсәйем.
– ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйем. Рәхмәт яуһын бөтәгеҙгә лә. Хоҙай үҙегеҙгә лә бәхет насип итһен! – тип йылмая 93 йәшендә лә күҙҙәре осҡонланып, бит остары алланып, йәшәү дәрте ташып торған өләсәйем.

Ләлә ХӘСӘНОВА-АБЗАЛОВА.
Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”