15.05.2012 Телеңде йоторлоҡ
Киске ашҡа нимә әҙерләргә икән, тип баш ватҡан хужабикәләргә түбәндәге өс рецепт ярҙам итер
“Татлы борос” cалаты
Сағыу төҫтәге ике татлы борос, уртаса ҙурлыҡтағы өс бешкән картуф, һигеҙ ҡалаҡ зәйтүн майы, ике ҡалаҡ лимон һуты, 300 грамм майһыҙ һыйыр ите, 200 грамм моцарелла сыры (голланд сыры ла бара), салат япрағы, тоҙ, әсе ҡыҙыл борос.
Иң алда формаға бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡағыҙ йәйергә. Шаҡмаҡлап туралған картуфты шунда һалырға, уның өҫтөнә тоҙ һәм бер ҡалаҡ май ҡойорға. Артабан боросто уртаға ярып, эсендәге орлоҡтарын таҙартырға һәм тиресәһе менән өҫкә ҡаратып формаға һалырға. 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ун минутҡа ҡуйырға. Был ваҡытта һыйыр итен ваҡлап турап ҡыҙҙырырға, уға бер аҙ ҡыҙыл борос ҡушырға. Мейестән форманы алып, итте лә шунда һалырға һәм тағы ла дүрт минут тоторға.
Картуф менән ит һыуынған арала салат япрағын һәм сырҙы турарға. Боросто тиресәһенән һаҡ ҡына айырып, нәҙек һалам рәүешендә ваҡларға. Шунан салаттың бар ингредиенттарын бер һауытҡа һалып, лимон һуты, ҡалған зәйтүн майы, тоҙ ҡушып, болғатырға.
Сырлы аш
200 грамм үткәрелгән ит, 100 грамм бәшмәк, ярты тауыҡ, ике ҡап иретелгән сыр, ике баш һуған, йәшел һуған, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр.
Иң алда тауыҡты бешерергә кәрәк. Ул әҙер булыуға ун биш минут самаһы ҡалғас, кәстрүлгә ваҡлап туралған бәшмәкте һалырға. Һуған менән фаршты табала ҡыҙҙырып алғас, бер аҙ һурпа өҫтәргә лә, сырҙы яҡшылап иретергә кәрәк. Шунан бар массаны кәстрүлгә бушатырға. Тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр ҡушырға.
Биш минут самаһы ҡайнатҡас, ашты яҡындарығыҙға тәҡдим итергә мөмкин. Табынға ваҡ итеп туралған йәшел һуған менән бирергә була.
“Шоколадлы кофе” торты
Ярты стакан шәкәрле кофе, ярты килограмм печенье, бер стакан шәкәр, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ какао-порошок, 250 грамм аҡ май, бер балғалаҡ ванилин.
Шәкәр, какао-порошок, йомортҡаны һәм ванилинды ҡушып, ҡуйырғансы туҡырға. Шунан унда әҙләп йомшартылған май өҫтәгәс, тағы ла ныҡ итеп болғатырға. Крем әҙер булғас, майланған формаға кофела ебетелгән печеньены бер нисә ҡат теҙергә кәрәк. Һәр ҡат араһына мул итеп крем яғығыҙ. Шунан уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
Табынға ултыртыр алдынан, тортты форманан ипләп кенә алып, төрлөсә биҙәргә мөмкин.
Г. ЯХИНА әҙерләне.