15.05.2012 Һынауҙарҙың иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү
Учалы ҡыҙы Зөлфиә Камалетдинованың йәшәү асылы –әйләнә-тирәне яҡтыраҡ, яҡшыраҡ һәм камилыраҡ итеү
Таныштарҙан, минән булмай, барыбер килеп сыҡмаясаҡ, хәлдән килмәй, тигәнде ишетһәм, Зөлфиә Камалетдинованы иҫләйем − ул бер ваҡытта ла яҙмышҡа зарланып ултырмай, осраған кәртәләрҙе йә урап үтә, йә еңеллек менән уларҙы еңә лә артабан юлын дауам итә. Шуға ла, нимәгә тотонһа ла, килеп сыға, хәленән килә, уңыш унан һис ҡасан йөҙөн бормай.
Ғөмүмән, Зөлфиә булмышы менән ситтән күҙәтеүсе түгел. Ул − тормош уртаһында ҡайнап йәшәргә яратҡан һәләтле, ижади шәхес. ҡытай статуэткаһына оҡшаған һомғол кәүҙәле нәфис ҡыҙ сибек, йомшаҡ холоҡло күренә, әммә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай, ысынында иһә ҡорос ихтыярлы. Әйтәйек, мәктәптә уҡығанында саңғыла йөрөй башлағас, тренер тәрбиәләнеүселәренә, ярыш алдынан икмәк, тәмле-татлы ашауығыҙҙы онотоп тороғоҙ, юғиһә йүгереүе ауыр булыр, ти. Бар күңелен һалып ярышҡа әҙерләнгән Зөлфиә тренер кәңәшен тота һәм... еңеү яулай! Шунан бирле ул бөтөнләй икмәк, ҡамыр аҙыҡтарын ашамай, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә (икмәкһеҙ бер көн дә йәшәй алмағандар өсөн был бөтөнләй башҡа һыймаған хәл, шулай бит?!).
БДУ-ның Сибай институтын тамамлап ҡайтҡан ҡала ҡыҙы мәғариф бүлегенә эш һорап килгәс, уға, Рәсүл мәктәбенән башҡа урында немец теле уҡытыусыһына ҡытлыҡ юҡ, тиҙәр. Шулай итеп, Зөлфиә дәртләнеп ауылда эш башлай. Ихлас күңелле, асыҡ, бер ҡатлы ауыл балаларына ғашиҡ булып, ул дәрестәрҙән һуң теләүселәрҙе шахмат серҙәренә өйрәтә, беркетелгән синыф уҡыусылары менән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.
− ҡунаҡсыл, алсаҡ бер әбейҙә фатирҙа тороп, уның менән сөкөрләшеп йәшәнек, − тип хәтерләй ул осорҙо Зөлфиә. − Ә шулай ҙа Сибайҙы юҡһындым, студент йылдарын һағындым.
Шуға ла Сибай институтына студенттарҙы немец теленән һәм латындан уҡытырға саҡырғас, һис бер һүҙһеҙ риза була.
Энергияһы ташып барған, эшлекле ҡыҙ беренсе айҙа уҡ тарих-филология факультетында КВН командаһын ойоштора (шул йылды ул етәкләгән «СКИФФ» командаһы республика кимәлендә беренсе урынды ала). Факультет профоргының шәхси тормошҡа ваҡыты ҡалмай: көн дә − уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында баскетбол, теннис, волейбол уйындары, аҙна һайын тиерлек капустниктар, ай һайын − концерттар…
− Тормош шундай ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булғас, уны хатта йоҡоға сарыф итергә йәл ине − тәүлегенә өс сәғәт йоҡлайым, шул етә, арыу-талыуҙың әҫәре лә юҡ, − тип көлә Зөлфиә. − Бәхетем − сикһеҙ! Кандидатлыҡҡа минимумды тапшырғас, Өфөгә аспирантураға уҡырға индем, ләкин күңелем Мәскәүгә тартылды. Беренсе тапҡыр барғанда баш ҡаланы яулай алманым (конкурсты үтмәнем), икенсеһендә генә уңыш йылмайҙы. Ярты йыл уҡығас, юғары уҡыу йортон ҡалдырырға тура килде. Проблема ғилми етәксе менән мөнәсәбәттәрҙә ине: Мәскәүҙә тыуып үҫкән тәкәббер ҡатын мине өлгөргән шәхес итеп ҡабул итмәй, аңламай, тулыһынса үҙгәртергә теләне, осрашҡан һайын гел тәнҡитләр ине. Хәйер, иҫкәртмәләренән бигерәк, кәмһетеүле тонда һөйләшеүе күңелемә ауыр таш булып ятты. Етәксене алмаштырырға рөхсәт итмәгәс, уйлап-уйлап, документтарымды алдым.
Зөлфиә тыуған еренә еңелеүсе булып ҡайтырға теләмәй, Мәскәүҙә тороп ҡала. Бирәм тигән ҡолона − сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, кистәрен иҙән йыуған автосалонда эш тә табыла: бер көн кредит банкы ашығыс рәүештә документтарҙы тултырып ебәреүҙе һорай, ә белгес һуңлай. Зөлфиә, ҡайҙа документтарҙы мин тултырайым, тип компьютер артына ултыра һәм тиҙ генә эште башҡарып ҡуя. Шулай итеп, страховка компанияһында карьераһы башлана: Зөлфиәне кредит эксперты итеп тәғәйенләйҙәр, махсус курста уҡытып сығаралар, аҙаҡ ул бүлекте етәкләй. Учалы ҡыҙы үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарай, уларҙы теүәл үтәй. Алдынғы страховка компанияларында стажировка үткәс, уны брокер фирмаһына эшкә саҡыралар. Зөлфиә торлаҡ эҙләп йөрөүе, аҡсаһыҙ интегеүе тураһында һөйләргә яратмай, бик күп мохтажлыҡ кисерергә, әллә күпме ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде, тиеү менән сикләнә. Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башынан үтмәһә, тип йырҙа йырланғанса, баш ҡалаға эш эҙләп килеүселәрҙең хәлен яҡшы аңлай, мохтаждарға хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Зөлфиә ҡуртымға алған бер бүлмәле фатир йыш ҡына Мәскәү башҡорттарының үҙенсәлекле штабына әүерелә һәм тәмле мәтрүшкә еҫтәре аңҡып торған сәй табыны артында хәйриә акциялары, кино һәм театрға походтар, милли байрамдар, балалар өсөн иртәлектәр үткәреү буйынса төрлө идеялар тыуа.
− Мәскәү башҡорттары менән нисек танышып, дуҫлашып китеүемде лә белмәйем, − ти Зөлфиә. − Нисектер мин − уларҙы, улар мине йөҙ йыл белгән кеүек. Бында студенттар ҙа, эшләгән йәштәр ҙә күп. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, беренсе курсҡа уҡырға килгән студенттарҙы күҙ уңында тотабыҙ, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнәбеҙ − кешеләр үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Беҙҙең «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһын рәсмиләштерҙеләр, һәм мин, әүҙем ағзаһы булараҡ, мәҙәниәт-спорт секторы өсөн яуап бирәм.
Зөлфиәнең изге күңелле холҡон белгәнгә, дауаханаларҙа ауыр хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүен һорап, иң тәүҙә уға мөрәжәғәт иткәйнем. Һәм ул, йомарт, әүҙем, гүзәл кеше, һынатманы: баш тартмай, мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Зөлфиә Камалетдинова юҡҡа ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланмағандыр − әйләнә-тирәне яҡтыраҡ, яҡшыраҡ, камилыраҡ итеү – уның тормош кредоһы. Ғилемдар Рамазановтың, һынауҙарҙың иң ауыры − үҙ-үҙеңде еңеү, үҙгәртеү, тигән шиғри юлдары бар, ошо йәһәттән Зөлфиә, һис шикһеҙ, еңеүсе.