11.05.2012 Майҙамы, ғинуарҙамы?
Беренсе Май байрамы, Еңеү көнө уңайынан билдәләнгән ял көндәре үтеп китте. Байрам көндәрен һәр кем үҙенсә файҙалана, кемгәлер ул күп тойола, кемгәлер етмәй ҙә ҡала. Яңы йыл, Раштыуа байрамы уңайынан бирелгән ҡышҡы каникулды ҡыҫҡартып, май байрамдарыныҡын оҙайтыу тураһында һүҙ бер нисә тапҡыр ҡуҙғатылғайны. Ләкин был мәсьәлә һаман да тулыһынса хәл ителмәне, халыҡ өсөн ул әле лә көнүҙәк.
Шуға ла: “ҡышын оҙағыраҡ ял итеү һәйбәтме, әллә инде май башында каникулға сығыу уңайлыраҡмы?” − тигән һорау менән уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Марсель МӨХӘММӘТОВ, эшҡыуар, йорттар төҙөү менән шөғөлләнә:
− Уттай эш ваҡытында, май айында унар көн эшләмәй ятып булмай инде. Документтар менән ниндәй генә ойошмаға барһаң да, бикле ишектәр ҡаршы ала, был эште тотҡарлай. ҡышын мин етәкләгән ойошма һәүетемсә генә эшләй, көндәр йылыныу менән ең һыҙғанып эшкә тотонабыҙ.
Йылына бер тапҡыр булһа ла аҙна буйы телевизор ҡаршыһында һуҙылып ятып фильмдар, тапшырыуҙар ҡарау мәле инде ул – ҡышҡы каникул. Миңә оҡшай, оҙайлы ял ҡышын ғына булһын, башҡа ваҡытта кәрәге юҡ. Йәйен былай ҙа күпселек кеше отпускыға сыға.
Гүзәл БАЙҒОТЛИНА, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәй:
− Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра. Ошо ваҡытта баҡса эштәрен тамамлау зарур. Шулай уҡ иң матур мәлдә рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн май айы башында ун көнлөк каникулға туҡтаһаҡ − бигерәк шәп булыр ине. ҡышын көндәр ҡыҫҡа, әллә ни ял итеп тә булмай. Хужалыҡта эш күп түгел. Туғандарҙы күреп сығыу, осрашыу өсөн 4 – 5 көн дә етә. Ғөмүмән, ҡышҡы каникулды ҡыҫҡартып, яҙғыһын оҙайтыу яҡлымын.
Лариса АЛЛАҒУЖИНА, Өфөлә туристик агентлыҡта эшләй:
− Һәр ваҡыт эшләп кенә йәшәп булмай инде, ял итергә лә кәрәк. Шуға ла мин яҙын да, ҡышын да каникул булдырыу яҡлымын. ҡышҡы һалҡындарҙа йылы яҡҡа барып, ҡыҙынып ҡайтыу, яҙ етеү менән арығанлыҡты бөтөрөү өсөн емеш-еләк гөрләп үҫкән ерҙәрҙә сәләмәтлекте нығытыу бик шәп бит! Башҡортостанда йәй бик ҡыҫҡа, ә ҡояш һағындыра…
Барый ҒӘЛИН, Нуриман районында йәшәй, хаҡлы ялда, 67 йәш:
− Ниндәй бөтмәҫ ял һуң ул?! Беҙҙең заманда былайтып ҡышын аҙналар буйы бот күтәреп ятырға форсат булманы. Яҙ тураһында әйтеп тә тормайым инде, ҡара таңдан кискә тиклем үҙ хужалығыбыҙҙы ла, колхоздыҡын да артта ҡалдырмау өсөн тир түктек.
Мин каникулдарға тулыһынса ҡаршымын. Сөнки оҙайлы ял халыҡты тәртәнән сығара. Был көндәрҙе ғаиләһе менән матур итеп үткәреүселәр ҙә бар, әлбиттә. Тик замана афәте – эскелек тураһында онотмайыҡ. Был турала байрам ваҡытында һөйләп тә торғом килмәй. Бабай үҙенекен тылҡый, тимәгеҙ, балалар. Ләкин хеҙмәт кешене үҫтерә, ә эшһеҙлек юҡҡа сығара.