RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер-береһен яратҡандар нисек йоҡлай?

04.05.2012 Бер-береһен яратҡандар нисек йоҡлай?

Бер-береһен яратҡандар нисек йоҡлай?
Кешеләрҙең бер-береһен яратыуын күҙ-ҡараштарынан, һөйләшеүҙәренән, үҙҙәрен тотоуҙарынан уҡ аңларға мөмкин. Шулай уҡ нисек ятып йоҡлауҙарына ҡарап та улар араһындағы мөнәсәбәтте белергә була икән. Йәштәр, ғаилә ҡороп, бергә йәшәй генә башлаған ваҡытта гел ҡосаҡлашып ҡына ята. Тора-бара бер-береһенән ситләшә башлайҙар, хатта айырым карауаттарҙа йоҡлауҙары ла ихтимал. Был иһә улар араһындағы мөнәсәбәттең һыуыныуы тураһында һөйләмәй, киреһенсә, бер-береһенә булған үтә лә ныҡ ышанысты ғына күрһәтә. Шулай ҙа бер-береһен яратҡан кешеләр йоҡлағанда ла бергә булырға, һөйгәненә ҡулы йәиһә аяғы менән булһа ла ҡағылып ятыр­ға тырыша. Үҙ-ара хис-тойғолар һыуынған осраҡта ла кешеләр карауаттың ике ситендә ятыусан. Тимәк, иптәшегеҙ гел генә ситкә ҡаса икән, был уның һеҙгә ҡарата мөхәббәте һүрелеүен аңлатмаймы?
ҡатын ир-егеттең яурынына башын һалып йоҡлай. Тимәк, был ике пар араһында романтик гармониялы патриархат хөкөмлөк итә, ҡатын-ҡыҙ – көсһөҙ, ир-егет – көслө. ҡатын-ҡыҙ уның көслө яурынына таянырға тырыша. Бындай ғаиләлә бер-береһенә ҡарата ышаныс көслө.
Ир кеше арҡаһы менән ята, ә ҡатын эсе менән уға һырынып, ҡулдары менән уратып алып, бөтә кәүҙәһе менән ҡосаҡларға тырыша. Ғәҙәттә, һөйәркәләр ҡатыны булған ирҙәр менән шулай йоҡлай. Әйтерһең дә, бының менән улар «һин минеке генә» тип әйтергә теләй һәм партнерын бер кемгә лә биргеһе килмәй. ҡатындар йоҡлағанда күпкә тынысыраҡ, улар ҙа шул уҡ рәүешле йоҡлай ала, иренең яурынына ла башын һала. Әммә бер ҙә уның кәүҙәһенә тулыһынса хужа булыр­ға ынтылмай.
ҡосаҡлашып, икәүһе лә ҡырын ята, ир кеше ҡатынды арттан ҡосаҡлай. Был ирҙең ҡатынға хужа булыуын күрһәтә, тик уныҡы ғына, башҡа бер кемдеке лә түгел. Ә инде ҡатын, башлыса, артта ятһа, был парҙа ҡатын ҙур роль уйнай, тип аңларға кәрәк. Күп осраҡта уға ир ролен дә башҡарырға тура килә. Ауыр хәлгә юлыҡҡанда иренә көс өҫтәргә теләгән ваҡытта ла ҡатындың ирен арттан ҡосаҡлап ятыуы ихтимал. Әгәр ҙә ир кеше йоҡлағанда гел артын ҡуйып ятырға ынтыла икән, был иһә уның уйын ниндәйҙер мөһим нәмә биләүен аңлата. Уларҙың шәхси психологик проблемалар йәиһә эштәге күңелһеҙлектәр булыуы бар.
Арҡаны арҡаға терәп. Әгәр ҙә ир менән ҡатын янбаштарын бер-береһенә терәп ята икән, был уларҙың бер-береһенә сексуаль ылығыуын аңлата. Шул уҡ ваҡытта улар араһындағы көслө ышанысты ла күрһәтә, тимәк, хатта икеһе ике яҡҡа ҡарап та йәшәй ала.
Әгәр ҙә ир менән ҡатын бер-береһенән ныҡ алыҫ ята икән, улар араһында енси бәйләнеште тотҡарлап тороусы ниндәй­ҙер етди сәбәп булыуы мөмкин. Әйтәйек, ҡатыны ауырлы һәм балаһы менән ҡатынына булған һөйөүе ир кешенең сексуаль энергияһын туҡтатып тора.
Берәүһе ҡолас ташлап − арҡаһында, икенсеһе йөҙтүбән ята. Был иһә пар араһында йәшерен конкуренция, ҡаршылыҡ булыуын аңлата. Үҙ-ара һүҙгә килешкәндән һуң да, ғәҙәттә, улар шулай йоҡлай. Берәүһе үҙен, тулыһынса хаҡлымын, тип иҫәпләһә, икенсеһе үҙен партнерының ғәйепләүҙәренән һаҡларға теләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”