04.05.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле
Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мансур әүлиә булған, уның ейәне Вәлиулла әүлиә Бохарала уҡыған. Икеһе лә иҫке зыяратта ерләнгән. ҡаҙмаш ауылында Хөснөтдин Иштимеровтың (ике тапҡыр хажи, Зәйнулла Рәсүлевтың һабаҡташы) зыяратта ҡәбере бар. ҡырҙас ауылында Әүлиә ҡоҙоғо бар. Туйыш һәм Рәхмәт ауылдарында әүлиә ҡәберҙәре, Әлмөхәмәт ауылында әүлиә ҡәбере һәм шишмәһе, Яңауыл менән Юлдаш ауылдары араһында ла Әүлиә зыяраты бар.
Элекке Башҡортостан ерҙәрендә, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Иҫке Субыл ауылында Әүлиә ҡәбере хаҡында риүәйәт һөйләнеләр.
ҡурған өлкәһе Сафакүл районының ҡаракүл ауылы зыяратында Ишмөхәмәт ишан, Шәфей ауылы зыяратында ла әүлиә ерләнгән. Әлмән районының Подъяз ауылында Өфөнән килеп йөрөгән әүлиә ҡатын һуңғы төйәген тапҡан.
Татарстан Республикаһы Минзәлә районының Урыҫ Мөшөгәһе янында (“мөйөш” һүҙенән) элекке башҡорт ауылы һәм ерҙәре, хәҙер унда керәшен татарҙары йәшәй – Ф. Ғ.) – Изге шишмә һәм Әүлиәләр тауы бар.
Һарытау өлкәһе Перелюб районының Күсәбай ауылында Хаммат Сурағолов мулла булған. ҡатай ауылында Нотфулла тигән ҡарт осоп йөрөгән, һыу өҫтөнән атлап сығып халыҡты хайран ҡалдырған. Ишембай ауылында Мөршиҙә әүлиә булған. ҡунаҡбай (Бөрйән) ауылында Әүлиәләр зыяраты бар. Ноғоман бабай Йосопов (ҡөрьәнде яттан белгән) менән Ғайсин мулла ерләнгән. Мухин ауылында (хәҙер ул ауыл юҡ) Яхъя ишан тигән әүлиә булған, ҡатай ауылы янында күмелгән (уның улы Ғәбделәхәт (1870 – 1942 й.й.) Зәйнулла ишанда уҡыған. Икеһе лә мәҙрәсәлә уҡытҡан, кешеләрҙе дауалаған).
Һарытау өлкәһе Пугачев районының Мәҡсүт (Бишул) ауылында Сәйетбаттал тигән хәҙрәт, Шәйәхмәт тигән табип, әүлиәләр хаҡында билдәле.
Һамар өлкәһе Оло Чернигов районында Бөрйән ауылында элекке Иҫке Ыҙма тигән ерҙә “Әүлиә зыяраты”, Диңгеҙбай ауылында Ишан зыяраты бар.
Һамар өлкәһе Глушицкий районының ҡыпсаҡ ауылында (Ишләй) Хәйрулла мулла йәшәгән. Кинйәғол ауылында мулла Вәзих Муллағәле улы Ғәйнуллин ерләнгән. Уларҙы әүлиә булған тип һөйләйҙәр.
Күреүегеҙсә, беҙҙең ғәзиз тыуған илебеҙ, тарихи башҡорт ерҙәре – әүлиәләр төбәге, изгеләр төйәге. Тағы ла шундай изге ер берәй ҡайҙа бармы икән? Шулай изгеләре күп милләт донъяла бармы икән? Әүлиәләребеҙҙең күплеге халҡыбыҙҙың элек ни тиклем диндар, ғилемгә, дингә ынтылыусан булыуы хаҡында һөйләй.
“Тереләрҙең ҡәҙерен бел, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел!” – тигән боронғолар. Шуға ла беҙгә милләтебеҙҙең изге улдарын хөрмәтләп иҫләп тороу, уларҙың ҡәберҙәре ҡайҙалығын белеү кәрәк (яңылыш тапамаҫ, йәки өҫтөнә өй төҙөмәҫ өсөн). Тик ҡәберҙәргә барһағыҙ, зинһар, мәжүсиҙәр кеүек ҡәбер рәшәткәләренә, ағастарына ептәр бәйләп, тәбиғәтебеҙҙе сүпләмәгеҙ.
Сит илдәрҙә, мәҫәлән, Төркиәлә, үҙҙәренең әүлиәләренә төрбәләр (мавзолейҙар) төҙөп, айырыуса хөрмәтләйҙәр. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, изгеләребеҙҙең исемдәре түгел, хәҙер ҡәберҙәренең ҡайҙа икәнлеге лә онотолоп бара. Әле йәшәгән һәм хәтерендә тарих һаҡлаған өлкән кешеләребеҙ мәрхүм булһа, ҡайһы ауылда нимә, кем булғаны ла әкренләп онотолоп бөтәсәк.
Әүлиәләр үҙҙәре иҫән саҡта туғандары, ауылдаштары өсөн генә түгел, ә ер шарында йәшәгән барлыҡ мосолмандар өсөн дә гел доға ҡылып торған. Ошо изгеләребеҙҙең рух-шәрифтәрен шатландырып, беҙ ҙә доға ҡылып торайыҡ, халҡыбыҙ беҙҙе онотмаған икән, тиһендәр.
Ауылдарыбыҙҙа ҡасандыр әүлиә йәшәүе хаҡында белеү һәр кемгә ата-олатайҙарыбыҙ, дин хаҡында уйланырға, иманға ҡайтырға сәбәп булһын.
Башҡортостан райондарында һәм Һамар, Һарытау, ҡурған, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә яҙып алған фольклор материалдарымдан “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда һәм риүәйәттәре” тигән китап төҙөнөм (оҙаҡламай донъя күрәсәк, иншаллаһ). Риүәйәттәрҙе, ҡыҫҡа мәғлүмәттәрҙе мәғлүмәтселәрҙән нисек яҙып алһам, тел, стиль үҙенсәлектәрен һаҡлап, шуларҙың ҡайһы берҙәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм.
ЗӘЙНУЛЛА ИШАН МЕНӘН ҒАБДУЛЛА ИШАН
2009 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылы Әғзәм Ғәйзулла улы Ғәйзуллиндан (1923 йылғы) яҙып алынды.
Әләгәз ауылында (хәҙерге Мәсетле районы) ҙур дәрәжәле Ғабдулла ишан булған. Ул, белем эстәргә тип, Зәйнулла ишанға Троицк ҡалаһына барған да: “Әйҙә, Бағдадҡа барайыҡ”, – тигән. Зәйнулла ишан:
– Бағдадҡа барырға аҡсаң бармы? – тигән. Бының кеҫәһендә алты һум аҡсаһы булған. Былар күк ат егеп сығып киткән. ҡаланан сыҡҡас, Зәйнулла ишан атҡа: “Уң яҡҡа бар!” – тип ҡуша. Шунан: “Уң аяғыңды алға баҫ! Кешнә!” – ти.
ҡараһалар, был юлдан рухтар үтә. Шулар араһында Бағдадтан Көмөшханауи хәҙрәт тә килә икән. Былар менән килеп күрешә: “Был илаҡты ҡайҙа алып бараһың?” – тип һорай.
– Миңә алмашсы кәрәк, – ти Зәйнулла ишан. Көмөшханауи:
– Бәхетлеһең икән миңә осрағас, – ти Ғабдуллаға.
Көмөшханауи доға ҡыла, шунан китә. “Минекеләр китә, миңә лә китер кәрәк, артҡа ҡалмайым”, – ти.
ҒАБДРАХМАН РӘСҮЛЕВ МЕНӘН СТАЛИН
2007 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылында Әғзәм Ғәйзулла улы Ғәйзуллиндан (1923 йылғы, мулла, һуғыш ветераны) яҙып алынды.
Мин Ғабдрахман Рәсүлевты үҙем күрҙем, һуғыштан ҡайтҡас, 1945 йылдың октябрь айында. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Диниә назаратына 30 һум хәйер бирҙем. Ул миңә дини китап бүләк итте, «Дин дәрестәре» тип атала, 1945 йылда Мәскәүҙә баҫтырып алған. Эсендә үҙенең (Ғабдрахман Рәсүлевтың) фотоһы ла бар.
Һуғыш ваҡытында Сталин Ғабдрахман хәҙрәтте Мәскәүгә саҡыртып ала:
– Нисек уйлайһың, кем еңәсәк? – тип һорай.
– Мин истихара (намаҙын) уҡыйым әле, – ти. Унан:
– Беҙ еңергә тейешбеҙ, – ти. Доға уҡый.
– Приказ бир, артҡа сигенмәһендәр! – ти Ғабдрахман хәҙрәт.
Ғабдрахман хәҙрәт Сталинды ғөсөл ҡойондороп, иманға килтертеп, доға уҡытып, Мәскәү тирәләй осороп йөрөткән. Ун йыл ғүмерем кәмене инде, уға шул кирәмәтте күрһәткән өсөн, тине.
Һуғыш бөткәс, Сталин:
– Һине нисек ризалатайым? – ти.
– Миңә байлыҡ кәрәкмәй, динде нығытырға кәрәк. Мосолмандарға хажға йөрөргә рөхсәт бир! – ти хәҙрәт.
ҒАБДРАХМАН РӘСҮЛЕВ
2007 йылда Асҡын районының Әмир ауылында Шәмғежинан Имамәғзәм ҡыҙы Имамәғзәмованан (1926 йылғы) яҙып алынды.
Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахманды Сталин саҡыртып: “Һуғышта еңәбеҙме?” – тип һорай. Ғабдрахман машинаға ултырып, тәкбир әйтеп Мәскәүҙе дүрт тапҡыр урап сыҡҡан.
Сталин Ғабдрахмандан:
– Күпме аҡса бирәйем? – тип һораған. Ғабдрахман:
– Миңә аҡса кәрәкмәй, хаж юлын ас! – тип һорай. Совет заманында хажға юл ябыҡ булған.
Фәнирә ҒАЙСИНА, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.
(Дауамы. Башы 31, 33-сө һандарҙа).