RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәхестәрҙең үҙҙәрен күргәндәй булдыҡ

04.05.2012 Шәхестәрҙең үҙҙәрен күргәндәй булдыҡ

ҡаһым түрә менән Вәлидиҙең тыуған яҡтарына мәҙәни-тарихи сәйәхәт
Йәмле яҙҙың бер көнөндә Башҡорт йәштәре иттифағы активистары һәм БДУ студенттары, тарих факультеты укытыусылары мәҙәни-тарихи сәйәхәткә барып ҡайтты. Көтөп алынған сәфәргә ҡырҡлап студент сыҡты.
Стәрлетамаҡ районының Күсәр­бай ауылы маршрут буйынса тәүге туҡталыш ине. Башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар тап ошо ауылдан һәм бында йәшәүселәрҙең күпселеге ошо дворяндар нәҫеленән дә инде. Ауылдың тарихи шәхестәре, уның тарихы менән беҙҙе ауылға нигеҙ һалыусы Күсәрбайҙың туғандары – Кинйәбай ағай менән уның улы Юнир таныштырҙы.
Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылына ла инергә ине иҫәбебеҙ. ҡаһым түрәнең тыуған ауылында булмаһаҡ, ниндәй башҡорттар инде беҙ? Башҡорт халҡының бөйөк ҡаһарманының тура тоҡомо Айрат ағай беҙгә ҡаһым түрәнең тормош юлын һөйләп үтте һәм батырыбыҙға ҡуйылған стеланы ҡарарға саҡырҙы. Шулай уҡ ошо ерҙәрҙә тыуған “Ашҡаҙар” башҡорт халыҡ йырының тарихы менән таныштырҙылар, йырға ҡуйылған һәйкәлде лә күрһәттеләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бында бөтә Башҡортостанда йырға берҙән-бер һәйкәл ҡуйылған.
Айыусылағы мәктәп тә төҙөк кенә. Мәктәп музейы, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ҡыҙыҡлы экспонаттан тора.
Көн аҙағына, арып-талып, Ишембайға, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатына килеп еттек. Ишембай ҡалаһы ла студенттарға оҡшаны, кемдер хатта унда ҡалырға теләк тә белдерҙе. Ә иртә менән Торатауға барып, тауҙы һаҡлап алып ҡалыу теләген белдергән плакат менән фотоға төштөк.
Киләһе беҙ бара торған ауыл Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған төйәге – Ишембай районының Көҙән ауылы. Бында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең йорт-музейы ла бар. Был музейға килеп инеү менән Вәлидиҙең һыны күренә, ул һынаулы ҡарап ҡаршы алғандай. Музей директоры Илдус Шәйәхмәтов беҙҙең өсөн экскурсовод ролен дә үтәне. Студенттар уны ауыҙ асып тыңланы – быға тиклем бер ҡайҙа ла уҡымаған мәғлүмәттәрҙе еткерҙе, Ә. Вәлидиҙең бер ҡайҙан ишетмәгән яҡтарын асты ул беҙгә. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы тураһында ҡайҙан ул тиклем белә икән, тип аптырап торғанда, Илдус ағайыбыҙҙың Әхмәтзәки Туғандың тоҡомо булыуын белдек.
Киләһе ауылға – ошо уҡ райондың Ғүмәр ауылына киттек. Бында Зәйнетдин бабай Заһиҙуллиндың ауылдың килеп сығышы тураһындағы легендаһын тыңланыҡ.
Беҙгә ауыл халҡын борсоған проблеманы ла ишетергә тура килде. Ауыл янында урынлашҡан мөһабәт тау – Бүжәтауҙы емерергә, шартлатырға уйлайҙар икән. Ләкин кире яҡтарын бер кем дә иҫәпләмәй. Әгәр был тауҙы емерһәләр, ауыл халҡы ғына түгел, уның күршеһендәге ауылдарҙың да эсәр һыуһыҙ ҡалыуы мөмкин. Унан килеп, халыҡ саң һулап йәшәргә мәжбүр буласаҡмы?! Бер генә тау булһа ла, бәлки, ул тиклем тауыш сығармаҫҡа тырышырҙар ине, әммә ул ятҡылыҡтар Бүжәтауҙың артындағы тауҙарҙа ла бар. Ауыл халҡы әйтеүенсә, был эш Бүжәтау менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, ҡалған тауҙар­ға ла сират етәсәк.
Ике көнлөк мәҙәни-тарихи экскурсиябыҙ ҙа аҙағына етте. Беҙҙе йылы ҡабул иткән Күсәрбай, Айыусы, Көҙән, Ғүмәр ауылдары халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тағы был яҡтарға килеп сығырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Башҡорт йәштәре итттифағының сайтынан.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”