04.05.2012 Бер миллионға яҡын ҡатын-ҡыҙ – һуғышта
1941−1945 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең миллионға яҡын ҡатын-ҡыҙы фашистарға ҡаршы һуғышҡан.
Тарихта беренсе мәртәбә СССР-ҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрби подразделениелары төҙөлгән. Шул иҫәптә – өс авиация полкы, уҡсылар бригадаһы, айырым запас уҡсылар полкы, Үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар снайпер мәктәбе, айырым ҡатын-ҡыҙ моряктар ротаһы.
Бынан тыш, госпиталдәрҙә медицина персоналының 61 проценты гүзәл зат булған, элемтә бүлектәрендә − 80, юл ғәскәрҙәрендә − 50 процент самаһы.
Тылда – ауыл хужалығында, сәнәғәттә, етәкселектә − миллиондарса ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт батырлығы Еңеү көнөн яҡынайтҡан.
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.