RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡҡа – эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү шарттары!

04.05.2012 Халыҡҡа – эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү шарттары!

Халыҡҡа – эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү шарттары!
Өфөлә һәм республика район-ҡалаларында митингылар үтте
Оло һәм урта быуын вәкилдәре элек май байрамдарының нисек үтеүен яҡшы хәтерләй. Һәр ерҙә – районда, ҡалала, хатта ауылдар­ҙа демонстрациялар, митингылар үтә торғайны. Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта флагтар, шарҙар, транспА­ранттар тотоп, ауыл урамы буйлап демонстрацияға сыға инек. Ә инде студент саҡта һәр кем тиҙерәк ауылға, ялға ҡайтырға ашыға, юҡ, мотлаҡ демонстрацияға сығыу өсөн Өфөлә ҡалыр­ға тейешһең. Һуңғы йылдарҙа Май байрамдарының әһәмиәте юғалы барған кеүек булһа ла, быйылғыһы бер аҙ ул саҡтағы байрамдарҙы хәтерләтеп ҡуйҙы. Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла тиер­лек митингылар, спорт ярыштары, халыҡ уйындары үт­те. Был саралар иһә халыҡтың элек­кесә яҙғы байрамдар­ҙы көтөп алыуын, уларҙың ха­лыҡты берләштереүсе үҙенсәлекле байрам булыуын күрһәтте.
Республиканың иң төп 1 Май акцияһы Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында үтте. Уны Башҡортостан Республика­һының Профсоюздар федерацияһы ойошторҙо. Майҙанда бер нисә мең кеше йыйылды. Хеҙмәтсәндәр ҡуйған төп талаптар ғәҙел һәм, нигеҙҙә, күптән билдәле. Улар «Лайыҡлы эш хаҡы!», «Халыҡ­тың тулыһынса эш менән тәьмин ителеше!», «Хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары!», «Ышаныслы социаль гарантиялар!», «Йәштәрҙең һәм ветерандарҙың именлеге!» өсөн сығыш яһай. Митингыла БР Проф­союздар федерацияһы, тармаҡ республика профсоюз комитеттары, ҡала хакимиәте, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре сығыш яһаны. Акцияны «Берҙәм Рәсәй» һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш гвардияһы»­ның төбәк бүлексәләре күтәреп алды.
БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов үҙенең сығышында, бөгөн илдә иң төп социаль проблема эш хаҡы кимәленең түбән булыуы, тип билдәләне. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә 18 миллиондан ашыу кеше ярлы тип иҫәпләнә. Уларҙың килеме йәшәү минимумынан түбән. Башҡортостанда иһә уларҙың иҫәбе – 400 меңдән ашыу.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, 1 Май байрамы Башҡортостандың баш ҡала­һында, төрлө милләт һәм дин вәкилдәрен бергә туплап, һәр ваҡыт киң ҡолас менән билдәләнә, тине, тәүге тапҡыр Өфөлә бынан 110 йыл элек май байрамының билдәләнеүен иҫкә алып. Май байрамдары алдынан Өфөлә ике ҡала өмәһе үткәрелеүен, унда ун меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуын да телгә алып үтте.
Митингыла сығыш яһаусылар илдәге һалым түләтеү системаһының ғәҙел булмауына иғтибар итте. Байҙар ҙа, ярлылар ҙа бер үк күләмдәге һалым түләй. Улар байҙар өсөн һалымды күтәреүҙе, ә килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар­ҙы һалым түләүҙән азат итеүҙе талап итте.
Акция сиктәрендә «Беренсе Май. Хеҙмәтсәндәр. Проф­союздар» балалар һүрәте конкурсына йомғаҡ яһалды. Байрам ҙур концерт менән тамамланды.

С. АМАНТАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”