RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаумы, навигация – 2012!

27.04.2012 Һаумы, навигация – 2012!

Һаумы, навигация – 2012!
Был аҙнала Башҡортостан йылға пароходсылығы хеҙмәт­кәр­ҙәре 2012 йыл навигацияһын тантаналы асты. Байрам сараһы Өфө йылға портында, матур биҙәлгән майҙанда үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быков­ский, йылға флоты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, йылға училищеһы уҡыусылары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Йылға киңлектәрен гиҙергә әҙер буксирҙар, баржалар һәм катерҙар рейдта торҙо.
– Башҡортостан йылға флоты, илдең транспорт системаһының бер өлөшө булараҡ, республика талаптарын ышаныслы ҡәнәғәтләндерә, Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади бәйләнештең үҫешенә ярҙам итә, − тине “Башҡортостан йылға пароходсылығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рауил Нафиҡов. – Башҡортостан йылға пароходсылығы республикала Рәсәй Федерацияһының Берҙәм тәрән һыу системаһы маршруттарында эшләүсе, юл һәм төҙөлөш комплексы өсөн төҙөлөш материалдарын сығарыусы һәм ташыусы иң ҙур предприятиеларҙың береһе һанала.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл 940 мең тонна йөк ташыу һәм 110 мең кешене йөрөтөү күҙаллана. Бының өсөн навигацияға барлыҡ йылға флоты әҙерләнгән. Быйылғы миҙгел алдынан караптарҙы ремонтлауға сығымдар 43 миллион һум тәшкил иткән.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин үҙ сығышында, йылға флотында байтаҡ проблема килеп сығыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан пароходсылығының эшмәкәрлек йүнәлештәрен һаҡлап ҡалыуын, ә коллективтың үҙ бурысына етди ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул флот ветерандарына рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, йылға пароходсылары дүртенсе йыл рәттән уңайһыҙ тәбиғәт шарттарында эшләргә мәжбүр: ташҡын кимәле кәмеү сәбәпле, йылғалар һайыға, фарватер (суднолар йөрөй алырлыҡ һыу юлдары) тарая. Быйыл да һыу кимәленең күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк булыуы күҙаллана. Ошо шарттарҙа ла Башҡортостан йылға пароходсылығы теплоходтары Ағиҙел, Кама, Волга, Ока, Мәскәү йылғалары буйлап круиздарҙа меңәрләгән турис­ты хеҙмәтләндерә.
Пароходсылыҡтың алдынғы эшселәрен бүләкләү сараға сағыу­лыҡ өҫтәне. Һуңынан тантаналы рәүештә навигация вымпелы күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта рейдта торған караптар бергә тауыш бирҙе, һауаға төҫлө шарҙар осоролдо. Шулай итеп, йөк тейәгән баржалар быйыл тәүге рейстарына сыҡты.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”