RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн хеҙмәт нисек баһалана?

27.04.2012 Бөгөн хеҙмәт нисек баһалана?

Кеше өсөн ысын хазина – хеҙмәт итә белеү, тигән боронғо грек әҙибе Эзоп. Хазинамы, юҡмы, эштең ҡәҙерен аңлылар­ҙың барыһы ла белә.
Беренсе Май байрамы яҡынлашҡан һайын, хеҙмәткә хөрмәт күрһәтеп, ҡайһылай ҙа яҡшы эшләгәндәр, тигән уй тыуа. Ысынлап та, «Мир! Труд! Май!» плакаты ла бик үҙенсәлекле бит. Тыныслыҡ менән хеҙмәт ныҡ ҡәҙерле булған саҡта сығарылған инде ул. Әлбиттә, бөгөн заман икенсерәк, шулай ҙа әҙәм һәр дәүерҙә лә эшенең юғары баһаланыуын теләр ине.
Ә һеҙҙең хеҙмәт ваҡытында баһаланамы? Көнөгөҙҙөң ярайһы ғына өлөшө эштә үткәнгә ҡәнәғәтһегеҙме? Гәзит уҡыусыларға ошондай һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

Ғәлиулла КӘРИМОВ, хеҙмәт ветераны, Шишмә районы:
– Эш стажым 40 йыллап бар. Беҙҙең оло быуын кешеләренең барыһыныҡы ла шулай. Заманы шундай ине бит – бала саҡтан эшкә егелдек. Бар нәмә ҡул көсө менән башҡарылды. Берәү ҙә ситтә ҡалманы. Шуныһы яҡшы – беҙҙең заманда, совет заманында, эшһеҙҙәр булманы. Бөгөн мине иң борсоғаны шул – ейәндәрем, улар­ҙың балалары уҡып сыҡҡас, нисек эш табыр­ҙар, тип көйәләнәм. Хәҙер бит беҙҙең кеүек «таяҡ»ҡа эшләп тормош көтөп булмай, мотлаҡ ҡулаҡса булырға тейеш.
Ауыр булды, әммә эш беҙҙе сыныҡтыр­ҙы, ауырып та барманыҡ.
Бөгөн генә йәштәрҙең эш таба алмай, сит-яҡҡа сығып китеүенә йән әрней. Эш аяҡ аҫты тулы бит. Бары тик кешене дәртләндереү, эш хаҡын күтәреү яғын ҡарарға кәрәк.

Ләйлә ЗАКИРОВА, уҡытыусы, Ишембай ҡалаһы:
– Беҙ үҫкән саҡта уҡытыусы иҫ киткес абруйлы һөнәр ине. Минең уҡытыусыларымдың йорттары ла көлөп ултырҙы, шуғалыр уларҙы ныҡ бай, эш хаҡын да күп алаларҙыр, тип уйланым. Йылдар үткәс, үҙем ошо һөнәр кешеһе булғас, әллә замандың үҙгәреүе, әллә башҡа нәмә, уҡытыусы эшенең рәхмәтһеҙ икәненә инандым. Юҡ, бында балаларҙың һис тә ғәйебе юҡ. Тик эш хаҡының түбәнлеге, торлаҡһыҙлыҡ уҡытыусының абруйын төшөрҙө, минеңсә. Нисек инде ул педагогтар, тәрбиә һәм белем биреүселәр йортһоҙ, кеше фатирына түләп йәшәргә мөмкин? Ярай һуңғы йылдарҙа хеҙмәт хаҡы бер аҙ артты. Әммә барыбер беҙҙең хеҙмәт лайыҡлы баһаланмайҙыр ул. Балалар менән эшләргә яратыуым ғына тотоп тора мәктәптә.

Ринат ДӘҮЛӘТШИН, шәхси эшҡыуар:
– Юғары уҡыу йортон тамамланым да, аптырап ҡалдым. Эшкә урынлашырға барһам, стаж һорайҙар. Мин йәш белгес, тип аңлатып ҡарайым, юҡ, ишетергә лә теләмәйҙәр. Эшкә дәрт юғалды. Дәүләт беҙҙе уҡытты ла ул, артабан бит нимәгә уҡытҡанын иҫбат итергә мөмкинлек бирмәне. Вуз тамамлаусы элеккесә йүнәлтмә алып сығырға тейеш. Ярай, йөрөй торғас, эш таптым. Шул саҡта бер әйтем гел ҡолаҡ төбөндә йөрөнө – эштә оялырлыҡ бер нәмә лә юҡ, хеҙмәт хаҡынан башҡа, тигән. Мин һигеҙ сәғәт, минутына минутын тултырып, баш баҫып эшләйем дә, шунса ғына аҡса алайыммы ни? Хәҙер бына уңышлы эшҡыуар булып киттем. Үҙемә тигәндә, йүгерәм генә. Хеҙмәт баһаланамы, тип, кем һиңә эш бирә лә, кем һине нисек йәшәтә бит әле. Мин эшселәремдең хеҙмәтен баһалай беләм – улар шәберәк эшләгән һайын килем килә. Шәп эшләр өсөн шарттар булдырам.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”