27.04.2012 Бәхетте үҙ ерегеҙҙә табығыҙ
«Кешене һәм кешелек донъяһын хеҙмәт барлыҡҡа килтергән», − тип яҙғайны үҙенең әҫәрҙәрендә Фридрих Энгельс. Ошоға нигеҙләнеп, үткән быуат баштарында хеҙмәт кешеләре «Кем эшләмәй – шул ашамай» (В. Ленин) лозунгыһы аҫтында тарихҡа үҙгәреш индерергә булғайны. Әммә тарих тәгәрмәсе һәр ваҡыт хәрәкәттә, үҙ закондары буйынса йәшәй. XIX быуатта йәшәгән ғалим-яҙыусы Николай Добролюбов әйтмешләй, «Тарихтың төп маҡсаты – ҡоротамаҡлыҡты бөтөрөп, хеҙмәтте алға һөрөү».
Ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡтар, бәрелештәр булмаһын, кешелек донъяһы үҙенекен итә: алғы һыҙыҡта – хеҙмәт кешеләре. Был хаҡта беҙгә, һуғыш осоро балаларына, өйрәтеп тороуҙың кәрәге юҡ. Беҙ хеҙмәттә сыныҡтыҡ. Тәүҙә әсәйҙәребеҙгә, өлкән туғандарыбыҙға эйәреп кенә хеҙмәт яланында ваҡыт уҙғарһаҡ, 10 − 12 йәш тулыуға хеҙмәт кенәгәһе булған эшһөйәрҙәр булып киттек. Мәҫәлән, уҡытыусы булараҡ хаҡлы ялға сығыу ваҡыты еткәндә хеҙмәт кенәгәмдә 42 йыл эш стажым бар ине, тағы ла өс йыл эшләп ташланым. Әммә минең өсөн ялға сығыу тормоштан айырылыу, туҡтап ҡалыу һымаҡ тойолдо. ҡағыҙ-ҡәләмде ташламаным, матбуғат баҫмаларына яҙышып тороуға күстем. Шуға ла яҙмышымдан бик ҡәнәғәтмен. Беҙ хеҙмәт мәктәбен халыҡ араһында үттек. Әле лә хәтеремдә, әсәйем һәм уның хеҙмәттәштәре эш башлағанда кемуҙарҙан «эште ҙурлау» буйынса халыҡ фекерҙәрен еткерҙе, ҡайһы берҙәре һаман да онотолмаған, иҫемдә:
− Эште яратһаң, эш үҙеңде яратыр.
− Эшләүең минең өсөн булһа ла, өйрәнеүең үҙең өсөн.
− Эшләһәң, эш ҡаршы тормай.
− Эше күптең − ашы күп.
− Эшләһәң − һүҙең үтемле була.
Өлкәнерәк синыфтарҙа әҙәби китаптар уҡығанда, бөйөк кешеләрҙең дә иң алғы планға фиҙакәр хеҙмәтте ҡуйыуын, хеҙмәтте яратыуын төшөндөм:
«Бәхеттең башы хеҙмәттә» (В. Франклин).
«Эшһеҙлектән һәм ялҡаулыҡтан кеше ауырыуға һабыша» (Ибн Сина).
«Һәр эштә иң мөһиме − иң ауыр мәлдә лә үҙ-үҙенде еңеү» (И. Павлов).
«Эшеңде яратһаң − иң ауыры ла еңел тойола» (М. Горький).
«Киләсәк − намыҫлы хеҙмәт кешеләре ҡулында» (М. Горький).
«Үҙеңде хеҙмәттән азат итеү, йәғни эшләмәү − енәйәт ҡылыуға тиң» (Лев Толстой).
«Минең өсөн йәшәү − эшләү» (И. Айвазовский).
Ялҡауҙарға ҡарата ла халыҡ үҙ һүҙен әйтә килгән:
− Ялҡауҙың ялы − ете көн.
− Ялҡауға көн дә байрам, көн дә туй.
− Ялҡау ял иткәнсе − егәрле эшен бөтөргән.
− Йүнһеҙ кеше − йүгәнһеҙ ат.
− Яҡшыға юлдаш булһаң − етерһең моратҡа, яманға юлдаш булһаң − ҡалырһың оятҡа.
Һәр нәмәнең дә үҙ ваҡыты, урыны бар − ваҡытты дөрөҫ файҙалан, ти халыҡ мәҡәле:
− Яҙғы көн йыл туйҙыра.
− Йәйҙе йырлап үткәрҙең − ҡышын бейеп үткәр һин.
− Ғыж-ғыж ҡурай тартаһың, тал төбөндә ятаһың, йәйен бесән сапмайһың, ҡыш ашарға тапмайһың.
− Сабыр итһәң, бирә ул.
− Сабыр иткән − моратҡа еткән.
− Егәрленең ҡулы етәү.
− Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Эштән ҡурҡырға ярамай, ҡурҡҡан эш хәйерле була, ти халыҡ мәҡәле. Шулай ҙа төптән уйлап, яҡындарың менән кәңәшләшеп эшләүгә ни етә. Кереүеңдән элек сығыуыңды уйла, тиҙәр.
ҡайһы бер егеттәр эш эҙләп Себер яҡтарына китә. Барыһы ла һәүетемсә бөтһә, бик һәйбәт. Әммә көтөлмәгән бәхетһеҙлектәргә осраусылар табылып тора. Шуның өсөн иң һәйбәте үҙ ерендә яҡындарың менән бергәләп «аҡса табыу» түгелме икән? Бының өсөн ауыл ерендә бөтә мөмкинлектәр бар: күп итеп мал аҫра, умартасылыҡ менән шөғөллән, иген үҫтер. Беҙҙең байлығыбыҙ − икмәк, байлыҡтың әсәһе − Ер. Үҙ ереңдә эшләп, һау-таҙа булып бай йәшәүгә ни етә. Һаулыҡ − иң ҙур байлыҡ, ти халыҡ.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.