RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яратҡан шөғөл килем сығанағы була ала!

24.04.2012 Яратҡан шөғөл килем сығанағы була ала!

Яратҡан шөғөл килем сығанағы була ала!
Быны Илгиз Муллағәлләмов үҙ миҫалында раҫлай
Төшкө аш ваҡыты уҙыуға, кабинет ишеген һаҡ ҡына асып, гитараһын яурынына аҫҡан егет килеп инде. “Кем әле был?” − тип уйлауға, исемен әйтеп, күрешергә ҡулын һуҙҙы:
− Илгиз булам.
− Ә, эйе... Осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ бит әле, – тип, егеткә ултырырға тәҡдим иттем. Илгиз Муллағәлләмов Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Әле Өфө ҡалаһында йәшәй. 24 йәшлек башҡорт егете ярайһы уҡ табыш килтергән үҙ эшен асҡан.
Моғайын, гитаралы егеткә битараф ҡалған ҡыҙ юҡтыр. Теләгемде Илгиз ҡарашымдан уҡ аңланы шикелле, гитара ҡылдарын сиртә лә башланы. Томми Эммануэлдың композицияһы баш баҫып эшләгән хеҙмәттәштәремдең тыныслығын алды-алыуын, шулай ҙа ризаһыҙлыҡ белдереүсе булманы.
Сихри моңға иләҫләнеп, һөнәри бурысымды онота яҙғанмын.
Оҙаҡҡа һуҙылған паузанан һуң, егеткә тәүге һорауымды бирҙем:

– Илгиз, ни өсөн эшҡыуарлыҡҡа тотонорға булдың?
– Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында уҡып йөрөгән мәлдә ошо юлдан барырға ҡарар иттем. Студент һәр саҡ аҡсаһыҙлыҡтан интегә бит инде, мин быға сик ҡуйырға теләнем (йылмая).

– Эште нимәнән башланың?
– Тәүҙә бер компанияла китаптар һаттым. Был бизнестың ҙур табыш килтергәненә инанғас, үҙемдең шундай уҡ шәхси эшемде астым. Унда дуҫтарымды ла йәлеп иттем. Республиканың төрлө ҡалаларының ойошма-учреждениеларында китаптар һаттыҡ. Тәүҙә эш уңышлы барҙы, әммә бер аҙҙан тауарға һорау кәмене.
Бизнес өлкәһендә тәүге сирҡаныс алғас, был юҫыҡта артабан да эшләге килә. Уйланым-уйланым да, үҙемдең яратҡан шөғөлөм ярҙамында аҡса эшләргә булдым. Шулай итеп, гитарала уйнарға өйрәтеү курсы ойошторҙом. Тәүҙә Өфө ҡалаһында бер офисты ҡуртымға алып, акустик һәм электр гитаралары һатып алдым, шунан иғландар бирҙем. Гитарала уйнарға өйрәнергә теләүселәр бик күп булып сыҡты. Билдәле көндәрҙә дәрестәр алып барҙым. Шулай уҡ саҡырыу буйынса репетиторлыҡ менән дә шөғөлләндем. Эштәр гөрләне, ҙур табыш ала башланым. Әммә көтөлмәгән хәл булды: йәй етеү менән клиенттарым ҡырҡа кәмене. Бындай хәлгә әҙер түгел инем, хатта офис өсөн түләү ҙә ауыр була башланы. Шул саҡ, интернет аша ла халыҡҡа гитара уйнау серен төшөндөрөргә мөмкин бит әле, тигән уй башыма килде. Видеодәрестәрҙе интернет селтәренә урынлаштырҙым. Теләге булған кеше уны һатып алып, үҙ аллы өйрәнә ала. Ә бына ошо сайтта бушлай дәрестәр бар – www.ilgizm.ru. (Гәзит уҡыусыларыбыҙ оҫта гитарасы булып китер әле – авт.)
Бер үк мәлдә дуҫтарыма “Рок мәктәбе” асырға ярҙам иттем, унда һирәкләп булһа ла дәрестәр алып барам.
Күптән түгел дуҫым Илнур Йосопов менән “Һабын ҡыуыҡтары шоуы” эшен асып ебәр­ҙек. Заказдар буйынса, төрлө байрам-кисәләрҙә шоу күрһәтелә.

– “Һабын ҡыуыҡтары шоуы”ның шаһиттары ошо гүзәл күренеште хәтерендә, моғайын, оҙаҡ һаҡлай­ҙыр. Белеүемсә, һин йыш ҡына шәфҡәтлелек менән шөғөлләнәһең, балалар­ға шатлыҡ өләшәһең. Афарин!
– Рәхмәт.

– Илгиз, алдан үҙеңде, студентмын, тигәйнең. Ә эшҡыуарлыҡ уҡыуға ҡамасауламаймы һуң?
– Яҙмыш, университетмы, әллә бизнесмы, тигәс, икеләнмәй икенсеһен һайланым.

– Нисек?! Хәҙерге заманда юғары белем­һеҙ әллә ни артыҡ алға китеп булмай кеүек. Хатта ҡайһылар вуз артынан вуз тамамлай, аспирантура-академияларға инә...
– Бында хәҡиҡәт дипломдарҙың күләмендә һәм төҫөндә түгел, ә кешенең асылында. Был документ, дөрөҫөн әйткәндә, бары маска ғына. “Бына минең өс дипломым бар, күп аҡса түләгеҙ, миҙалдарға күмегеҙ”, − тиеү менән бер ни булмаҫ. Кеше иң алда үҙе тырыш, маҡсатлы булһын.

– Бер яҡтан, һинең менән риза кеүекмен. Юғары белемле белгестәр араһында, көнө-төнө эшләп, бик аҙ ғына аҡсаға хушһынғандар байтаҡ (“таш” журналистарҙың “баҡсаһы”­на ла барып төшә). Ә бына урта мәктәпте этә-төртә тамамлаған һатыусы минән ике-өс тапҡыр күберәк эш хаҡы ала. ҡайҙа ғәҙеллек?
– Бына шул хаҡта һөйләйем дә инде. Ни өсөн һинең бюджетың кемгәлер йәки ниндәй­ҙер ведомство-министрлыҡҡа бәйле булыр­ға тейеш? Күптәр һаман иҫке ҡалыптарҙан ҡотола алмай. Үҙеңдең көсөңә һәм аҡылыңа таянып, килемеңде контролдә тоторға була. Мәҫәлән, һин ошо редакцияла эшләп, бер үк мәлдә эшҡыуарлыҡҡа тотона алаһың. Заман талабын, халыҡ ихтыяжын тоя белһәң, уңышлы бизнесмен булырға мөмкин.
– Илгиз, ә мин тотороҡло тормош яҡлы. Иртәгәһе көнөм нисек үтәсәген алдан тоҫмаллайым. Эшкә иртәнге сәғәт 9-ға киләм, үҙемә тәғәйен бурысты үтәйем, айҙың билдәле бер көнөндә эш хаҡымды алам. Зарығып көткән отпуск та етеп килә... Ә бизнеста бөгөн уңаһың, иртәгә туңаһың, тигәндәй. Икмәкһеҙ ҡалыуың бар бит...
– Гүзәл, ә, бәлки, һин иртәгә эшһеҙ ҡалыр­һың? Быға берәү ҙә йөҙ процент гарантия бирмәй бит.

– Килешмәйем. Хоҡуҡтарым илебеҙҙең Хеҙмәт кодексында аҡҡа ҡара менән яҙылған…
– Был теоретик яҡтан. Ә тормошта төрлө хәлдәр булып ҡуя. Бизнеста ла шулай…

– Ярай, һәр кем үҙ фекерендә ҡалһын. Киләсәккә маҡсаттарың менән уртаҡлашмаҫһыңмы?
– Эҙләнеү юлындамын. Киләсәктә вокалсы табып, өр-яңы рок-төркөмө булдырырға иҫәп. Әлеге мәлдә яңы соло альбомы өҫтөндә эшләйем, йырҙарҙың күбеһе яҙылған да инде. Тиҙҙән тағы ла бер бизнес-проектымды тормошҡа ашырырға уйлайым. Тик әлегә был сер булып ҡалһын.

– Яңы башланғыстарың уңышлы булһын!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”