RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Китап битен асҡан һайын күңел байый», –

20.04.2012 «Китап битен асҡан һайын күңел байый», –

«Китап битен асҡан һайын күңел байый», –
ти Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханаһы хеҙмәткәре Рәзилә ҡотлогилдина
Башҡортостаныбыҙҙың бәләкәй генә, әммә үҙенсә ҡабатланмаҫ матур бер төбәгендә − Мәләүез ҡалаһында эшләп китеү бәхете тейҙе миңә. Эшем журналистика өлкәһендә булғас, ауылдарында ла йыш булдым. Халҡы шундай ихлас, алсаҡ һәм йомарт. Юлымда төрлө кешеләр осраны, әммә күңелде үҫте-рерҙәйҙәре күберәк булды шикелле. Нимә генә тимә, Мәләүез төбәгенең көслө рухлы шағирәһе Мәрйәм Күсмәева, моңло йырҙар ижад итеүсе Муса Смаҡов, бик йыш булырға тура килгән Смаҡ, Арыҫлан ауылдары халҡы, Ергәндең алдынғы хужалыҡтары, Нөгөш һыу һаҡлағысы, тарихи Көнгәк тауы һ.б., һ.б. күңелдә һаҡлана.
Был тарафта тағы бер үҙенсәлекле кеше менән яҡындан аралаштым. Ул да булһа Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге беренсе китапхана хеҙмәткәре Рәзилә ҡотлогилдина. Уның бер ҡасан да моңһоҙ-битараф йөрөгәнен, ҡул ҡаушырып ултырғанын ишеткәнем дә, күргәнем дә булманы. Бик күп сараның уртаһында ҡайнай, ойоштора, йырлай, көйҙәр, шиғырҙар яҙа, өҫтәүенә, ҡалала йәшәһәләр ҙә, ғаиләһе менән ишле мал-тыуар ҙа аҫрайҙар ине.
Телевидениела эшләгәс, иртәнән кискә тиклем тапшырыуҙар төшөрөргә йөрөйбөҙ, уларҙы әҙерләп, эфирға сығарып ҡына өлгөрт. Шул саҡта әлеге китапхананан да йыш ҡына саҡырыуҙар була, «Китапхана» тапшырыуы ла әҙерләнә ине. Бер мәл хатта оператор-ҙар, ниңә шул тиклем күп сара ойошторалар ул, тип аптырап та ҡуйғайны. Башҡортостан яҙыусылары ла был китапхананы яҡшы белә. Бына хәҙер форсаты сыҡҡас, инде республика гәзите журналисы булараҡ, Рәзилә фәтих ҡыҙы менән шәхсән һөйләштем.
Китапхана китап ҡына
түгел ул

− Рәзилә апай, эш урынығыҙҙамы йә ситтәме, йыш ҡына саралар үткәрәһегеҙ. ҡулығыҙҙа һәр ваҡыт китап була…

− Китапхана эшен төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Берәүҙәр уны күҙгә артыҡ салынып бармай торған нескә эш тип аңлай, китапханала ниндәйҙер эш бармы ни ул, тип тә һораусылар бар. Әммә дөрөҫ итеп ойоштор-һаң, ғөмүмән, унда ла бар эштәге кеүек эҙләнеүҙәр, үҙеңә күңел талабын үтәүҙәр, кешеләргә китапхананың бай, таҙа урын икәнен аңлатһаң, шунан да һәйбәтерәк һөҙөмтә юҡтыр, тип иҫәпләйем.
Китапхана техникумында уҡытыусыларымдың (минең өсөн Өфө китапхана техникумы ла тормош мәктәбе булып тора) кеше менән аралашҡанда ла, китапхана эшенең бәләкәй генә үҙенсәлеген аңлатҡан ваҡытта ла үҙеңдең эшеңде яратырға өйрәтеүҙәре алдағы тормошҡа миңә бер аҙым, ышаныс биргәндер. Техникум тамамлағас, үҙемдең тыуған яғымда, Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында эшләргә тура килде. Унан һуң яҙмыш Мәләүез ҡалаһына алып килде. Тәүҙә мәҙәниәт йортонда методист булып эшләнем. Һәр ваҡыт ниндәйҙер саралар үтеп торҙо, ныҡ күңелле эшләнек. Ауылдарҙа тематик кисәләр ҙә ойоштора инек. Миңә китап эше менән таныш булыу, китаптарҙы ҡулланыу шул тиклем ярҙам итте.
ҡасан да булһа китапханала эшләйәсәкмен, ошо өлкәлә белемемде камиллаштырасаҡмын тигән уй мине бер ваҡытта ла ташламаны, күңелдең төбөндә нин-дәйҙер осҡон булып ятты ла ятты. Шул барыбер тышҡа бәреп сығып, ғаиләм, донъя мәшәҡәттәре булһа ла, 1994 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт академияһына уҡырға индем. Уны дүрт йылда тамамланым.
Шул йылдарҙа Мәләүез район һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә көслө генә, эште дөрөҫ йүнәлештә алып барған Ислам Мәмбәтов эшләй ине. Ул мине китапханаға күсереү яғында булды. Тап китапхана эше сигендә шәжәрә байрамдары, ауыл байрамдарын, ғөмүмән, китапхананың үҙенең эшен ҙур кимәлгә күтәрергә кәрәк, тине ул. Был осорҙа, 1997 йылда, башҡорт китапханаһы ла асылып, әлеге мин эшләгән беренсе ҡала китапханаһына Мөхәмәтша Буранғолов исемен биргән саҡ ине. ҡулайлы ғына кадр ҙа кәрәк булғандыр инде.
Эшкә ҙур дәрт, өмөт менән күстем. Тәүге йылдарҙа ул тиклем үк эшебеҙҙе асып, киң йәйелдерә лә алмағанбыҙҙыр, бәлки, тора-бара ижтимағи-мәҙәни бер үҙәк булып киттек. Әле китапханабыҙ шул статусты ла йөрөтә. Милли китапхана икәнебеҙҙе иҫбатлап, 2006 йылда юғары баһа ла алдыҡ. Был да эш һөҙөмтәһе бит инде. Ысынлап та беренсе китапхана икәнебеҙҙе дәлилләргә тырышабыҙ.
Үҙебеҙҙең һәр сарала китапты ҡулланыу-сыға еткерергә тырышабыҙ. Китап − рухи байлыҡ ул. Кеше шуны белергә тейеш. Беҙҙең, китапхана хеҙмәткәрҙәренең, төп маҡсатының береһе лә шул рухи байлыҡты халыҡҡа еткереү, китапҡа ҡағылышлы һәр яңылыҡты ваҡытында биреү, китаптың мөһим ролен күрһәтә белеү.
Үҙем тыуған яҡты өйрәнеү фондындағы әҙәбиәтте, хеҙмәтләндереүҙә эшләмәһәм дә, башҡа китаптарҙы ла, төҫө менән айырам, ҡайҙа торғанын беләм. Ул ҡуллана-ҡуллана шулай. Аңлатып бөткөһөҙ хазина ул.
Ойоштороуға килгәндә, ниндәй генә сара үткәрһәк тә, барыһын да китапҡа бәйләйбеҙ. Был дөрөҫ. Уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, биш мең уҡыусыбыҙ бар, дөйөм фондта − 33 мең китап. Даими ҡулланыусылар үҙҙәренең күңел талабын, ихтыяжын әйтеп тора. Шундай-шундай сара үткәрһәгеҙ ине, тип. ҡала-райондың иҫтәлекле ваҡиғалары, кешеләре хаҡында ниндәйҙер саралар үткәреү, кешеләрҙең эшләгәнен данлау саралары үҙе бер матурлыҡ инде. Эште ойоштороуҙың бер һөҙөмтәһе.
Рухиәткә нигеҙ йәнтөйәктә, бала саҡта һалына

− Китапханала, китаптар араһында эшләү бала саҡ хыялы инеме?
− Минең өсөн йәнтөйәгем – Күгәрсен ра-йонының Бикес ауылы – иҫ киткес аҫыл төбәк. Шундай матур ерҙә тыуып үҫкәнгәме, әллә әсәйемдең йоғонтоһо булдымы, күңелем һәр саҡ матурлыҡҡа, белемгә ынтылды. Бер ниндәй матди байлыҡты алға ҡуйманыҡ, әммә рухлы ғаиләлә үҫтем. Әсәйем шул тиклем күп уҡыны. Беҙҙең өйҙә кистәр йыр-шиғырлы үтә торғайны. Эштән, ул ваҡытта ауыр ҡул көсө эшенән, ни тиклем генә арып ҡайтһа ла, әсәйем гел миңә нимәлер уҡыпмы, йырлапмы йоҡлата ине. Үҙемдең әҙәбиәт һөйөүемә шул да йоғонто яһағандыр.
Тағы бер нәмәне әйткем килә, ул да булһа − әкиәт. Бала күңеленә шул тиклем ныҡ һеңә икән дә ул. Ауылыбыҙҙа Ғәшүрә инәйҙең әкиәт һөйләгәнен хәтерләйем. Ул йыш ҡына беҙҙә йоҡлай торғайны. Шунда әкиәт һөйләгәндәре! Күңелгә мәңгелеккә инеп ҡалған. Шуға ла рухиәт донъяһында үҫтем, тип ышаныс менән әйтә алам. Тап китапханасы һөнәрен һайлауыма ла шул сәбәпсе булғандыр. Беҙ үҫкән йылдарҙа китап уҡыусылар ҙа сикһеҙ күп ине бит. Хәҙер генә йәштәр уҡып бармай. Әммә уларға этәргес бирһәң, йығылып ятып уҡырҙай әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһындырһаң, китап оҙаҡ ваҡыт ҡәҙерле нәмә буласаҡ әле.
Үҫмер саҡта әллә ни яҙышмаһам да, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән ваҡытта нин-дәйҙер сараға әҙерләнгәндә, сценарийҙар яҙғандамы икән, илһам килеп, шиғыр ҙа яҙғылай башланым. Әле китапханала ла бөткөһөҙ үткән сараларға сценарийҙарҙы ҡайҙандыр эҙләп тормайбыҙ, үҙебеҙ яҙабыҙ. Журнал-гәзиттәрҙән, сайттарҙан ҡараштырғылайбыҙ ҙа, үҙебеҙгә кәрәккәнде таба алмаһаҡ, оҫталығыбыҙҙы эшкә егәбеҙ. Унан килеп, ошондай бай донъяла – китап донъяһында эшлә лә, нисек инде үҙең ниндәйҙер кимәлдә ижадсы булма, илһам менән «осрашмайынса» йәшә?!
− Китапханала шиғыр яҙыусылар түңәрәге лә эшләй, буғай?
− Уҡыусыларыбыҙ араһында ла, кисәләрҙә ҡатнашыусыларҙың йә тамашасы булып ҡына ултырғандарҙың күбеһе – һәләтле кешеләр. Шунлыҡтан, кешеләргә яратҡан шөғөлө менән булышырға форсат биреп, шул уҡ ваҡытта, китапхананың да ролен аңлатырға була, 2005 йылда, тәүәккәлләп, түңәрәк асып ебәрҙек. Ул әллә нисә йүнәлештә эшләй, тиһәм дә, хата булмаҫ. Үҫмерҙәр айырым шөғөлләнә, ололар ҙа бар. Шиғыр яҙмаһалар ҙа, бәйләүселәр, матур итеп сигә белеүселәр ҙә килә, йәнә башҡа ҡул эштәренә оҫта бу-лыусылар. Улар бит инде шулай уҡ илһамланып эшләй, ижад итә. Береһен дә ситкә этәрмәйбеҙ. Бына Томансынан Шәкирә инәй Бәҙриева шундай матур сигеү өлгөләрен күрһәтә, балаларға өйрәтә, аңлатып һөйләй. Миңлегөл ҡамбулатова, мәҫәлән, сатрашлап сигеү оҫтаһы. Хәсән ауылынан Илиза Йәнтилина «ҡол Шәриф» мәсетен сигеп килтергән. Уларға ла шул илһам килгән дә, ижад иткәндәр бит.
Илһам донъяһы үҙе бер кисерештәр иле инде ул. Хыялымда йөрөткән китабыма бер эпиграф һымаҡ түбәндәге юлдарҙы яҙып ҡуйғайным:
Тетрәнеүҙән ижад тыуа, тиҙәр,
Һағыштарҙан татлы һөйөүме?
Үҙ хистәрен аҡ ҡағыҙға һипкән
Һин хыялый шағир түгелме?

«Илһам шишмәләре» тигән республика шиғыр бәйгеһе тураһында һәр ваҡыт ишетеп йөрөнөм. Үҙемдең шиғырҙарымды ла ебәр-ҙем. «Шағир һәм заман» номинацияһында лауреат булғайным. Был яңы башланғыстарға этәргес көс бирҙе. Әле Мәләүездә шиғриәт фестивале үткәрергә йөрөйбөҙ.

«Ағинәйҙәр» күрһәткән юл

− ҡулға «Ағинәйҙәр» клубын асыу программаһы ла килеп эләккәйне…
− Эйе, ошо клубты ойоштороп ебәрҙек. Был да ниндәйҙер күңелме, әллә заман талабымы булды. Унда йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Ижтимағи-сәйәси хәрәкәт, тиер инем. Етәксеһе − Нәзифә Ильясова. «Ағинәйҙәр»гә ҡушылырға теләүселәр күп. Был клубтың эшен ауылдарҙа ла ойошторғобоҙ килә. Район ауылдары менән бәйләнеш бар. Бер өс кенә кеше булһа ла, маҡсат ҡуйып, ярайһы ғына һөҙөмтәле эшләргә була. Уставыбыҙ эшләнгән, программабыҙ бар. Ошо хәрәкәт эсендә ғаилә институтын булдырыу, димселеккә, гүзәллеккә бәйле ағинәй һабаҡтарын ай һайын дәрес кеүек уҙғарыуҙы маҡсат итеп алдыҡ. Йолаларыбыҙҙы таны-тырға, таратырға тырышабыҙ. Бер нисә аҙна элек буҙа эшләүҙе күрһәттек. Әле «Ағинәйҙәр»ҙә эскелек һәм наркоманияға ҡаршы табиптар ҡатнашлығында бер сара үткәрергә торабыҙ. Эш матур башланды, тимәксемен. Был клубта йәш сикләүе юҡ.
Китапханаға килеүсе күберәк булған һайын уларҙы ҡунаҡ кеүек күреп ҡыуанып ҡаршылайбыҙ, тағы осрашырға өмөтләнеп һаубуллашабыҙ. Ниндәйҙер ярҙам кәрәк тип һораһалар, күмәкләшеп эҙләргә тотонабыҙ. Беребеҙ – бер сығанаҡтан, икенсебеҙ – икенсенән тигәндәй.
«Сайран» исемле фольклор ансамблебеҙ ҙә бар әле беҙҙең. Сайран яҡшылыҡҡа илтеүсе тигәнде аңлата. Мәктәптәрҙә йыш булабыҙ, ҡарттар йортонда ла сығыш яһаныҡ.

Эҙләнеүҙәр заманы был

− һеҙ дәртле, әүҙем кеше булараҡ, илһамландырып торған берәй девизығыҙ бармы? Әллә шундай бай китап донъяһында йәшәү үҙе үк дәртләндерәме?
− Алда булһа ҙур теләк, эштән йәм таба йөрәк, тип дәртләнеп эшләп тик йөрөйбөҙ инде. Эште яратҡанғамы икән, булған мәшәҡәттәр ҙә онотолғандай. Тиҙ генә башҡарып ҡуяһың. Әллә ни байлыҡ булмаһа ла, һинән дә бай кеше юҡ һымаҡ. Күңелендә илһам булған һәр кешенең дә шулайҙыр тип аңлайым. Һәр матур башлан-ғыс, позитив ниәттәр үҙе үк кәйефкә ыңғай йоғонто яһап, яңынан-яңы эштәргә ҡанат ҡуя. Шул ваҡытта инде шиғыр ҙа тыуа, көй ҙә. Сәхнәгә сығып йырлап та ебәрәһең.
Бына быйыл республикала шул тиклем матур йыл иғлан ителде. ҡыуанып ҡабул иттек. «Атай, әсәй һәм бала ҡояш юлынан бара» тигән бер сара күҙаллайбыҙ. Ғаиләләге тәрбиә, имен бала саҡ, уның тыныслығын һаҡлау замандың көнүҙәк мәсьәләһе ул. Үҙемдең дә Имания исемле ейәнсәрем, Ислам исемле ейәнем бар.
Берәй ваҡыт китап сығарырмын тип тә ниәтләп торам. 30-лап сценарий бар. Ул күптәргә, мәҫәлән, мәктәп, мәҙәниәт, музей хеҙмәткәрҙәренә ярҙам булыр ине.
Хәҙерге заман − эҙләнеүҙәр, табыш, юғалтмау һәм юғалып ҡалмау, маҡсатыңа ирешеү өсөн көстө үҙеңдән эҙләү заманы. Был хаҡта бигерәк тә йәштәр онотмаһын ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”