20.04.2012 Алло, Матрай!
Йылайыр районы үҙәге Матрай ауылы халҡы кеҫә телефоны менән бәйләнештең насар булыуына зарлана ине. Ошо уҡ проблема Матрай тирәһендә урынлашҡан күрше ауылдарҙа ла күҙәтелде. Халыҡ, уңайы сыҡҡан һайын, район етәкселегенә мобиль бәйләнештең сифатын яҡшыртыу өсөн махсус башня ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Ниһайәт, матрайҙарға бәхет йылмайҙы – район хакимиәте, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берләшеп, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен республикабыҙҙа эшләүсе кәрәҙле бәйләнеш операторҙарына еткерҙе. Республикабыҙҙың иң төпкөл райондарындағы проблеманы хәл итеүгә иң тәүгеләрҙән булып “Мегафон” компанияһы тотондо. 13 апрелдә Матрай ауылында тантаналы рәүештә ошо компанияның станцияһы асылды. Мөһим сараға күрше-тирә ауылдар халҡы ла йыйылды. Уларҙы тәбрикләргә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм “Мегафон” компанияһының Башҡортостандағы етәксеһе Дамир Байгилдин да килде. Урындағы халыҡ сифатлы бәйләнеш менән тәьмин иткәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.