20.04.2012 «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»
Район һабантуйында фажиғәгә тарыған көрәшсе Илгиз Ғафаров туң йөрәкле түрәләрҙең түгел, туғандарының, дуҫтарының ярҙамы һәм үҙенең ныҡлығы менән аяҡҡа баҫып килә
Быйыл Мәскәүҙә яҙ иртә килде. Салт аяҙ ҡояш нурҙары палата диуарҙарында уйнай, тәҙрәләрҙе асып ебәрһәң, әсе дарыу еҫтәрен яҙғы саф һауа алмаштыра.
Был миҙгелдә күңелдәрҙә ниндәйҙер шатлыҡ ҡатыш елкенеү, мөғжизә көтөү бар. Яҙҙар − йылы йәйҙәргә ҡапҡа, улар уҙған йәйҙәрҙең хәтирәләрен яңырта. Тиҙҙән илдә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа башлар, ярһыу арғымаҡтар ярышҡа сығыр, көрәшселәр майҙан тотор. Һабантуйҙар хаҡында уйлаһа, Илгиздең йөрәге уғата талпына, ярһып тибә. ҡаланы өҫтән күҙәтеп ятҡан еренән ырғып тороп күнекмәгә йүгергеһе килә. Быға тиклем Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы егете йыл һайын тәкә алып ҡайта ине. Күптәр Илгиздең уңыш серен белә алмай йонсоно. Улар араһында һоҡланғандары ла, көнләшкәндәре лә булды. Ә егет бер ни булмағандай артабан йәшәүен белде, спортһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгәнгә күрә көн дә тиерлек күнекмәләргә йөрөнө. Тәбиғәттән бирелгән көсөн үҫтереү көрәшсене яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе − тәүҙә район, тора-бара Башҡортостан, төбәк-ара, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды ул. Алты йәштән алып көрәш менән шөғөлләнгән Илгиз Ғафаровтың күңелен моңһоулыҡ солғап ала. Тыуған ауылын, дуҫ-иштәрен, туғандарын һағыныу тойғоһо ла үҙен һиҙҙерә. «Бирешмәҫкә,− тип үҙ-үҙенә шыбырлай егет. − Бирешмәҫкә! Мин иңемә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡмын!» Егет ата-әсәһенән үҙен тышҡа сығарыуҙарын һорай. Яҡын кешеләре ҙур һаҡлыҡ менән Илгизде инвалид арбаһына ултырта. Сөнки, оло үкенескә күрә, бөгөн Илгиз − беренсе төркөм инвалиды.
Ил ирҙәрен йығыр вайымһыҙлыҡ
Яҙмыштың аяуһыҙ шаярыуымы, әллә Хоҙайҙың һынауымы был, ысын күңелдән көрәшкә бирелгән батыр егет милли көрәш ваҡытында имгәнә һәм, хәрәкәттән яҙып, түшәктә ята. Мәҡәләлә һөйләнәсәк хәл-ваҡиғаларҙа Илгиздең һаулығы, яҙмышы өсөн яуаплы кешеләр барлыҡ ғәйепте егеттең үҙенә ауҙарып, аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡалды. Хәлдәренән килһә, Илгиз Ғафаров менән килеп тыуған бәхетһеҙ осраҡты йәшереп тә ҡалдырырҙар ине. Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай. Шулай итеп, көрәштең төрлө үҙенсәлектәрен күптән төшөнгән, көрәшсе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икәнлеген аңлаған таһыллы егеттең ғәрипләнеүе нисек килеп сыҡты һуң? Хәл 2011 йылда Ейәнсура ра-йоны һабантуйында була. Байрамға килгән хөкүмәт вәкилдәре өсөн район спорт комитеты көрәш алдынан спортсыларҙың күрһәтмә сығыштарын ойоштора. Сығыш яһаусылар араһында Илгиз дә була. Уға уҙаҡҡа ауылдашы тура килә. Егеттәр, билдәренән матҡып алып, бер-бер артлы һөжүм итә. Тик ҡайһылыр бер хәйерһеҙ минутта дәғүәсеһе ҡағиҙәне боҙа һәм Илгизде тубығы менән ҡаплай. Башы менән уңайһыҙ барып төшкән егеттең умыртҡа һөйәге буйлап ток һуҡҡандай ҡаты ауыртыу йүгерә. «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡаза күреүсене Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына килтерә.
− Район дауаханаһында ҡустыма биш сәғәт буйы кабинеттан кабинетҡа тәгәрәтеп алып йөрөп, диагноз ҡуйырға маташалар, − тип һөйләй Илгиздең бер туған апаһы Гөләмдә. − Мин үҙем алыҫ районда торғанлыҡтан, шунда уҡ уның янына килеп етә алманым. ҡустымдың эргәһендә атай һәм әсәй, һөйгән ҡыҙы була. Муйын һөйәгенең өҙөлөп һыҙлауына зарланған, аяҡ-ҡулы бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалған Илгизгә кискелеккә табан, муйын һөйәге сыҡҡан, ул арҡа мейеһенә баҫым яһай һәм тетраплегия (аяҡ-ҡулдарҙы тулыһынса фалиж һуғыу) тигән диагноз ҡуйыла. Егеттең һаулығы ҡыл өҫтөндә булыуын аңлап, яҡындары Республика клиник дауаханаһына алып китер өсөн санитар авиация саҡыртыуҙарын һорай. Барлыҡ ялбарыуҙарға аҡ халатлыларҙың яуабы ҡәтғи яңғырай: «Шылтыраттыҡ, ләкин аяҡ-ҡулы өҙөлмәгән, ҡан баҫымы ҡәҙимге булған кешегә авиация ебәрмәйәсәкбеҙ, тинеләр». Һуңынан асыҡланыуынса, был көндө Иҫәнғол район дауаханаһынан Республика клиник дауаханаһына санитар авиация һораған бер ниндәй ҙә мөрәжәғәт булмай. Иҫәнғолдар Илгизгә ҡул һелтәй − диагнозы ауыр йәрәхәт категорияһына ҡараған, яҡшылап тын ала алмаған егетте Өфөгә бер ниндәй медицина ҡорамалдарһыҙ УАЗ машинаһында, ни бары медбрат оҙатыуында ебәрергә хәл итәләр. Ата-әсәгә УАЗ-ға ҡарағанда комфортлыраҡ «Газель» автобусын һөйләшеүҙән башҡа сара ҡалмай. Өфөгә килеп еткәнсе барлығы 11 сәғәт ваҡыт уҙа. Кислород етмәүҙән Илгиздең организмы тулыһынса хәлһеҙләнә, бармаҡтары тамсы ла хәрәкәтләнмәй. ҡаршы алыусы табиптар егеттең шул тиклем көслө булыуына аптырай ҙа, һоҡлана ла. Уның ике муйын һөйәге сыҡҡан, береһе һынған, арҡа мейеһе имгәнгән була. Ауырыуға бер-бер артлы ике операция яһайҙар. «Ваҡытында килтереп өлгөрһәгеҙ, улығыҙҙы тулыһынса ҡотҡарып ҡалыр инек», − ти күпте күргән табиптар.
Нурулла Хисмәтуллин, Стәрле-тамаҡ педагогия академияһының милли көрәш буйынса тренеры ла былай ти: «Студент Илгиз Ғафаров − минең тәрбиәләнеүсем. Аҡыллы, бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнеп үҫкән егет. Көрәшкә ныҡлы аҙымдар менән килгән, яҡшы физик әҙерлеккә эйә егеттең ауыр хәлдә ҡалыуына тәүҙә ышанманым. Әллә күрһәтмә сығыштары булғанға һиҙгерлеген юғалтҡан егет, ярыштарҙа ул, ғәҙәттә, дәғүәсеһенең биленән баштан ук шаҡарып тотоп алыр, бер аҙ ваҡыттан ерҙән дә айырыр көслө ҡуллы спортсы ине бит. Стәрлетамаҡ педакадемияһы иң көслө спортсыларының береһе менән ысын күңелдән ғорурланды, Илгизгә ҙур өмөттәр бағланы. Ваҡытында ярҙам күрһәтелһә, ул күптән йүгереп йөрөр ине. Минең дә 1968 йылда муйын һөйәгем зарарланды. Алты сәғәт эсендә операция яһап өлгөрҙөләр һәм ярты йылдан атлай ҙа башланым».
Батыр йөрәккә лә терәк кәрәк
Операциянан һуң Илгиз өсөн яфалы һәм оҙайлы нейрореабилитация осоро башлана, ул үҙ аллы тын алмай, оҙаҡ ваҡыт яһалма тын алыу һәм үпкә вентиляцияһы аппаратына тоташтырыла. Өс ай ярым реанимацияла ятҡан ауырыуға көн дә дарыуҙар һәм витаминдар өсөн генә ике мең һум аҡса талап ителә. Ата-әсә бала ҡайғыһынан бөгөлөп төшмәй, улдарын һауыҡтырыу өсөн төрлө юлдар эҙләй. Альбина һәм Айрат Ғафаровтар − шәхси эшҡыуарҙар, себеш һатыу менән шөғөлләнәләр.
Себеш миҙгеле барғанға күрә хәтерҙә уйылып ҡалған был ҡара көндә уларҙың ҡулдарында апаруҡ аҡса була. Илгизде дүрт ай Республика клиник дауаханаһында дауалағандан һуң, был аҡса бөтә. (Ғафаровтарға ҡайһы бер бушлай бирелергә тейешле дарыуҙарҙы ла һатып алырға тура килә. Ғәзиз балаңдың ғүмере хәл ителгәндә, иҫәпләшеп тороп буламы ни?) Табиптар егетте ныҡлап дауалау өсөн Мәскәүҙәге реабилитация үҙәгенә алып барырға ҡуша, ә унда дауаланыу тәүлегенә 10 мең һумға барып баҫа. Альбина апай менән Айрат ағай район етәкселегенә мөрәжәғәт итә.
Ейәнсура районы хакимиәте ҡарарына ярашлы, һабантуйҙа Илгиз Ғафаров менән булған бәхетһеҙ осраҡты тикшереү өсөн махсус комиссия төҙөлә. Ул комиссия ҡарарын уҡыһаң, ни иларға, ни көлөргә белмәҫһең. Йәнәһе, Илгиз Ғафаров һабантуйға бер ниндәй саҡырыуһыҙ килеп, үҙе теләп көрәш оҫталығын күрһәтмәксе була. Зыян күреүсенең район хакимиәте менән хеҙмәт килешеүе лә юҡ. Тимәк, РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, егеттең йәрәхәте производство менән бәйләнмәгән һәм Н-1 формаһындағы акт төҙөү урынһыҙ, тип хәл итә етәкселәр. Шулай ҙа «изге күңелле» түрәләр кеше ҡайғыһына күҙ йомоп ҡарамай, ата-әсәгә матди ярҙам... 3 мең (!) һум аҡса бүлә. Бәләкәйҙән төрлө ярыштарҙа район исеменән сығыш яһап, бер-бер артлы еңеүҙәр яулаған, райондың ғына түгел, республиканың күп тапҡыр намыҫын яҡлаған, исеме гәзит биттәренән төшмәгән Рәсәй чемпионын бына шулай баһалай Ейәнсура районы хакимиәте. Ә бит ошо кешеләр, спорт сараларында милли көрәште үҫтереү буйынса беҙҙә ҙур эштәр башҡарыла, тип күкрәк һуға, көрәштә сыныҡһын йәш ғүмер, тип боғаҙ йырта! Әйткәндәй, Илгиз үҙ белдеге менән һабантуйға килмәгән. Уға күптәнге таныш тренеры шылтырата һәм һабантуйҙа абруйлы ҡунаҡтар алдында сығыш яһарға саҡыра. Район хакимиәте һабантуй сығыштарында күңелһеҙ хәлдәрҙән 25 спортсыны 2 миллион һумға страховкалай. Сара алдынан инструктаж үткәрелә. Ә бөгөн райондың спорт комитеты, Илгизде һабантуйға берәү ҙә саҡырманы, ул үҙе теләп килде, тип бара. Спорт сараларына тәрбиәләнеүселәрегеҙҙе саҡырып, ниндәйҙер махсус саҡырыу ҡағыҙы ебәрәһегеҙме ни, хөрмәтле тренерҙар? «Үҙе теләп урамдан килеп ингән» көрәшсене нишләп страховкаланығыҙ улайһа? Ейәнсура бил бирмәҫ көрәшселәре менән дан алған, Илгиз кеүектәр быуа быуырлыҡ, тип фекерләй, ахырыһы, урындағы бәғзеләр. Шөкөр, спортты ысын күнелдән яратҡан һәм яҡлаған, спортсыларҙы һаҡлаған кешеләр юҡ түгел арабыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе − БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Бикембәтов. Руслан Ғиниәт улы Илгиздең ауыр хәлен ишеткәс тә уға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Уның янына дауаханаға килеп йөрөнө, табиптар менән һөйләшеп торҙо. Һәм, иң йыуаныслыһы, республикабыҙ Хөкүмәтенән ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан яҡташтары егеткә Мәскәүҙәге «Преодоление» реабилитация үҙәгенә дауаланыу квотаһы алыуға ярҙам итте.
Ил төкөрһә күл була. Ғафаровтар хәлдәренән килгәнсә матди ярҙам күрһәткән барлыҡ туғандарына һәм Илгиздең дуҫтарына рәхмәтле. Бөгөн геройым әта-әсәһе менән өс ай буйы Мәскәүҙә реабилитация курсын үтеп, ауылына ҡайтты. Илгиздең тормош һөйөүсәнлеге, киләсәккә ышанысы, маҡсаты хаҡында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ. Бына кемдә ул рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ! Ғөмүмән, был ғаиләгә ҡарайым да, рух ныҡлығы ҡандан күсәлер, тип уйлайым, Альбина Искәнйәр ҡыҙы менән Айрат Юныс улы һис күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, улдары хаҡына тау аҡтарырлыҡ ҡеүәткә эйә. Илгиз дауаханаға эләккәндән алып «Бәйләнештә» сайтында Гөләмдә апаһы ярҙамында дуҫтары менән өҙлөкһөҙ аралашып торҙо. Унда Илгиздең бер бошонған йөҙөн күрмәҫһең, фотоларҙа һәр саҡ йылмайып, көлөп ята. Әйтерһең дә, ауырыу мине еңмәне әле, тип яна уның күҙҙәре. Һөйгән йәре Динараның янында булыуы, уның оло мөхәббәте һәм хәстәре лә егеткә ҡанат ҡуя. Ундай диагноз менән, ғәҙәттә, 5 − 7 йылдан аяҡҡа баҫалар, ә Илгиздең һауығыуына ышанысы көндән-көн арта, ышанысы артҡан һайын сәләмәтләнә бара. Баш ҡаланан ҡайтыу менән егет «Үҫәргән батыры» турниры хаҡында ишетеп, ярышҡа алып барыуҙарын үтенә. Майҙанда көрәшселәрҙең бил һынашҡандарын күҙәтеп, ниҙәр уйлап, ниҙәр кисерҙе икән ул? Һәр саҡ көрәш тип янған батыр өсөн келәмгә сығыу урынына, хәрәкәтһеҙ ҡалып, ярыштарҙы ҡарап ултырыуы, әлбиттә, еңел булмағандыр. Ул үҙен йәлләгәнде һис яратмай.
− Мин бит, йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын, тип әйттем! − Илгиздең һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап китә. – Бына күрерһегеҙ, мин булдырам, тиҙҙән тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлаясаҡмын!
Донъялағы туң, кеше ғүмеренә битараф йөрәктәргә үс итеп, ҡулдарынан килеп тә, ҡыл ҡыбырлатмаған әҙәмдәрҙең ҡыланышына сәмләнеп, һап-һау көйөнсә эсеп йөрөгәндәргә өлгө күрһәтеп, баҫ аяғыңа, Илгиз! Һинең әйткән һүҙең − атҡан уҡ, моратыңа мотлаҡ ирешәсәкһең. Беҙ һиңә ышанабыҙ, Алла бирһә, тиҙерәк һауығыуыңды теләйбеҙ. Иң ҙур еңеүең алда әле һинең!
Р.S. Һуңғы арала республикала милли көрәш буйынса күп кенә әһәмиәтле саралар уҙа. Унда, көрәш мәктәбен үҫтереү мәсьәләләренән тыш, бәхетһеҙ осраҡ, ҡағиҙәләрҙе боҙғанда язаға тарттырыу, страховкалау кеүек һорауҙарға ла ҙур иғтибар бүленһен ине. Ун ай буйына бер тин страховка аҡсаһы түләнмәгән. Ошо көндәрҙә страховкалау компанияһы, оҙаҡ инәлткәндән һуң, тейешле сумманың яртыһынан да аҙыраҡ аҡса түләргә ризалығы тураһында ҡарар ебәргән.
Ейәнсура районының спорт комитетына Илгиз Ғафаров менән килеп тыуған хәлде аңлатыуҙарын һорап шылтыратҡас, электрон почта аша яҙма рәүештә яуап бирербеҙ, тинеләр. Үкенескә күрә, әллә вәғәҙәләрен оноттолар, әллә яуап биреүҙе кәрәк тип тапманылар.
Лилиә ХӘЛИТОВА.