RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелдәргә үтеп инә өзләү тауышы

17.04.2012 Күңелдәргә үтеп инә өзләү тауышы

Күңелдәргә үтеп инә өзләү тауышы
Өфө сәнғәт училищеһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе, виртуоз ҡумыҙсы Роберт ЗАһретдиновтың Зәйнәб БиишевА исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Башҡорт өзләүе мәктәбе” тип атал­ған китабының исем туйы үтте. Сарала фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, әҙиптең республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән уҡыусылары һәм йыр-моң һөйөүселәр ҡатнашты. Был уҡытыу-методик әсбап Башҡортостан мәҙәниәтендә өзләү сәнғәтен өйрәнеү, үҫтереү һәм пропагандалауҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур урын алды.
– Өзләү – һәр кемгә лә бирелмәгән, методик уҡытыуҙы талап иткән сәнғәт төрө. Был китабым ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыны үҫтереү һәм данлау маҡсаты менән сығарылды. Ул музыка грамотаһын белеүселәргә, сәнғәт һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусыларына, урта һәм юғары музыкаль белем биреү йорттары студенттарына, фольклор коллективтары ағзаларына өзләү серҙәрен асырға ярҙам итер. Өзләүҙе үҫтереүҙең төп маҡсаты – фольклорҙың ошо традицион төрөн үҙ эсенә алған халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау, − тине Роберт Абдрахман улы.
Күңелдәргә үтеп инә өзләү тауышы
“Башҡорт өзләүе мәктәбе” китабы – был сәнғәт төрөнөң серҙәрен асыусы ысын хазина. Быға тиклем өзләүгә өйрәтеүсе бындай ҡулланмалар республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә юҡ ине. Китапты әҙерләүгә республикабыҙҙың күренекле фән, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре һәм хатта табиптар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Был эштәрҙе автор китаптың яуаплы мөхәррире Айрат Әҙиев менән бергә башҡарған. Баҫманың методологик өлөшөндә өзләү тауыштарын сығарыуҙың тәүге аҙымдарына, файҙалы кәңәштәргә һәм сәнғәттең был төрөн өйрәнеүгә урын бирелгән. Бынан тыш, китапта тауыш сығарыу алымдары, ноталы материалдар­ҙың киң репертуары урын алған. Улар араһында өзләү сәнғәтен тәү башлап өйрәнеүселәр өсөн 65 күнекмә, 40-тан ашыу инструменталь пьеса, 30-ҙан ашыу текслы пьеса, 30 башҡорт халыҡ һәм башҡа милләт халыҡтарының да көйҙәре ингән. Бынан тыш, уға өзләү өлгөләре яҙҙырылған диск та һалынған.
– Ниндәйҙер ҙур эште башҡарыу өсөн ойоштороусы кеше кәрәк. Башҡорттарҙа өзләү, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра барлығын беҙ һәр ваҡыт белә инек, − ти сәнғәт фәне докторы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Рауил Рәхимов. – Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ҡурай юғалып барған инструмент ине, ләкин Ғата Сөләймәнов уны бөтә донъяға данланы һәм ҡурай бөгөн башҡорт мәҙәниәтенең үҙәгенә әүерелде, дәүләт гербында урын алды. Шулай уҡ думбыра ла электән үк булды, әммә ул популярлыҡ алһын өсөн уны эшләүсе оҫта Вәкил Шөғәйепов үҙ өлөшөн индерҙе. ҡумыҙ сәнғәтен дә күтәреүсе кәрәк ине. Роберт Абдрахман улы иретеп йәбештереү сымынан эшләнгән тәүге ҡумыҙҙарҙы 50 тингә таратып, был эште башлауын бөгөнгөләй яҡшы иҫләйем. Бөгөн ул ҡумыҙ сәнғәтен үҫтереүсе генә түгел, ә өзләүҙе тергеҙеүсе булып та тарихҡа инде.
Сараны әҙиптең уҡыусыларының, халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурстары еңеүселәренең, Роберт Заһретдиновтың яҡташы, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен йөрөтөүсеһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы биҙәне. Ә исем туйының төп сәбәпсеһе – Роберт Абдрахман улы ҡумыҙҙа уйнап, бер үк ваҡытта өзләп, башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һуҙып, барыһын да таң ҡалдырҙы.
Был саранан һуң, өзләү сәнғәтенең киләсәге яҡты, тигән фекергә килдем. Берҙәмлектә – көс, тиҙәр. Шуға ла был рухи мираҫты артабан да байытыу һәм данлауға күңелендә башҡорт рухы йәшәгән һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”