13.04.2012 “Титаник”тың һәләкәтенә – 100 йыл
Атлантик океанда айсберг менән бәрелешеү сәбәпле һыу аҫтына киткән легендар “Титаник” пассажир лайнеры фажиғәһенә бер быуат та булып китте. Яңыраҡ Төньяҡ Ирландияла ҡасандыр “Титаник” төҙөлгән ерҙә пароходтың тарихы һәм фажиғәле һәләкәтенә арналған күңел асыу һәм белем биреү комплексы асылды. “Титаник Белфаст” (Titanic Belfast) − тулыһынса был лайнерға арналған музей. Ул заман техникаһы менән йыһазландырылған алты ҡатлы павильонда урынлашҡан. Пароходтың алғы өлөшөн (моронон) хәтерләткән бина – киләсәктә төҙөләсәк “Титаник-квартал” комплексының бер өлөшө генә.
Был комплекс эсендә судноның тарихи этаптары яңынан тергеҙелгән. Унда туғыҙ галерея, тарихи залдар бар. Мәҫәлән, банкет залына илткән баҫҡыс ысын “Титаник”та нисек булған, шулай эшләнгән. Музейҙа үтәсәк күргәҙмәлә һыу аҫтына киткән пароходтан күтәрелгән һәм үткән быуат башында йәшәгән кешеләрҙең көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр урын аласаҡ. Документтар күрһәтеүенсә һәм иҫән ҡалған пассажирҙар һөйләүенсә, бортта һирәк осраған ҡыйбатлы нәмәләр ҙә булған. Омар Хайямдың Англияла баҫылып сыҡҡан, затлы таш, алтын, көмөш менән биҙәлгән “Рубайат” китабы ғына ла ни тора! Ул китап һаман булһа дүрт саҡрым тәрәнлектә тимер һыныҡтар аҫтында ята.
Авторҙар уйлап сығарыуынса, галерея эсендә 3D форматында презентациялар буласаҡ, улар һүрәт кенә түгел, еҫ һәм тауыштарҙы ла тергеҙә ала. “Титаник”тың батыуына арналған ер аҫты тоннеленә төшөү менән тамашасылар лайнерҙың аҙаҡҡы минуттарын, температураның түбәнәйеүен тоя һәм ут һүнеүен күҙәтә аласаҡ.
Ә шул мәлдә “Balmoral” туристик лайнеры 1 309 пассажир менән (“Титаник”та тәүҙә тап шунса кеше була) Англиялағы Саутгемптон ҡалаһынан башлап “Титаник” үткән маршрутты ҡабатламаҡсы. Пароход Францияның Шербург порт ҡалаһы аша үтеп, Ирландияның Коб портында туҡталыш яһап, 14 апрелдә Атлантик океанға сығып, “Титаник” һыу аҫтына киткән көндә туристар иҫтәлекле тантана ойошторасаҡ. Шунан һуң “Balmoral” Галифаксҡа (Яңы Шотландия, Канада) юл тотасаҡ, фажиғәлә һәләк булғандарҙың күбеһе тап шунда ерләнгән. Сәйәхәт 19 апрелдә Нью-Йорк ҡалаһында тамамланасаҡ.
12 көн буйы пассажирҙарҙы “Титаник”та ашатҡан ризыҡтар менән һыйлаясаҡтар, музыка һәм мәҙәни саралар ҙа 1912 йылдыҡын ҡабатлаясаҡ. Ә туристар ул саҡтағы мода буйынса кейенергә уйлай. Шуның менән бергә, лайнерҙа “Титаник”та булып үткән ваҡиғалар тураһында лекциялар уҡыласаҡ.
Бынан тыш, Джеймс Кэмерондың “Аватар”ға тиклем иң килемле тип һаналған “Титаник” исемле фильмы апрелдә кинотеатрҙарҙа 3D форматында күрһәтелә.
Тарихҡа байҡау яһағанда, “Титаник” 1912 йылдың 14 апрелендә айсберг менән бәрелешә һәм бер ҡасан да батмаясаҡ тип һаналған лайнер ике сәғәт 40 минут эсендә һыу аҫтына китә. Бортта бөтәһе 2224 кеше, йәғни 1316 пассажир һәм 908 экипаж ағзаһы була. Шуларҙың 711-е тере ҡала, ә 1513 кеше һәләк була.
Флүзә ТҮЛӘКОВА әҙерләне.