RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өй эйәһеме, әллә фәрештәме?

13.04.2012 Өй эйәһеме, әллә фәрештәме?

Өй эйәһеме, әллә фәрештәме?
Донъяла ғәжәп хәлдәр йыш була. Шуларҙың береһе хаҡында яҙып ебәрергә булдым. Мин Әбйәлил районының бер ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге мәлдә тыуған йортомда атай-әсәйем, ике балам менән йәшәйем.
Бала саҡтан уҡ беҙҙең өйҙә ниндәйҙер көс, тулҡын йөрөгәнен һиҙә инем. Һәр ваҡыт мине кемдер туҡтауһыҙ күҙәтә төҫлө ине. Ә йоҡлағанда берәү йә аяғымды ҡытыҡлай, йә ҡулымдан тотоп ала. Йоҡо аралаш янымда кемдер торғанын һиҙә торғайным, ә күҙемде асһам, ул юҡҡа сыға. ҡайһы саҡ төндәр буйы йоҡларға ҡурҡып, дер ҡалтырап сыға инем. Әсәй: “Өй эйәһе һиңә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй. Киреһенсә, беҙҙе насарлыҡтар­ҙан һаҡлай”, – тип тынысландырҙы. Ә бына кесе һеңлемә был йән эйәһе үҙе хаҡында бер ҡасан да белдермәне.
Ун өс йәштәр тирәһендә булғанмындыр, өйҙө йыйыштырып бөттөм дә, ҡыҙыҡ күреп, залдағы өҫтәл менән ҡәнәфиҙе икенсе урын­ға күсереп ултырттым. Бүлмә тарыраҡ күрен­һә лә, өйҙәгеләр ҡаршы килмәне. Шул төндә ҡолаҡ төбөндә генә асыулы тауыш ишетәм. “Миңә оҡшамай, насар”, – ти. Шунан өҫтөмә таҫтамал килеп төшмәһенме (ә ул кискеһен кухняла ята ине)?! ҡот осто! Тыныс ҡына мышнап ятҡан һеңлем янына һыпырттым. Иртәнсәк барыһына ла был хәлде һөйләһәм, атай, һаташҡанһыңдыр, тине. Һаман да үҙемдекен ҡат-ҡат тылҡығас, әсәй мине тыйҙы. “Ул үҙе тураһында һөйләгәнде яратмай. Мебелде кире урынына ултырт, бер нәмәнән дә ҡурҡма”, – тине. Һәм шул уҡ көндө ул бесәй балаһы алып ҡайтты. Өй эйәһе бесәй менән уйнарға ярата икән. Муркабыҙ төнө буйы йүгереп, шаярып сыға ине.
Шунан алып теге йән эйәһе мине бимазаламаны. Мәктәпте тамамлағас, Сибай ҡалаһында урта махсус белем биреү йортонда уҡыным. Тыуған йортҡа ялға ҡайтҡанда, төн уртаһында берәү башымдан һыйпағанға, йә наҙлап ҡосаҡлағанға уяна торғайным.
Әсәй һөйләүенсә, төндә һыйыр быҙаулай башлаһа, өй эйәһе тәҙрә ҡағып, әсәйемдең исемен ҡысҡырып, уны һәр саҡ уята. Ә бер мәл төнгөлөккә солан ишеген элергә онотоп йоҡларға ятҡандар. Теге йән эйәһе әсәйҙе әрләп-әрләп уятып, уны бикләргә ҡушҡан. Биш-ун минут үтеүгә, ауылдың “атҡаҙанған” ҡарағы һәм эскесеһе ишегебеҙҙе шаҡып, араҡы һорай. Әгәр ҙә шул саҡта солан асыҡ торған булһа, ә өйҙәгеләр бер ни белмәй йоҡлап ятҡанда ниндәй хәл килеп тыуыуы хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.
Кейәүгә сыҡҡас, атай йортона ирем менән ҡайта башланым. Ул беҙҙә бөтөнләй йоҡлай алмай этләнде. “Берәү күкрәгемә ултырып ала ла, быуа башлай, етмәһә, ҡайтып кит, тип әрләй“, – ти ине ул. Килгән һайын әйберҙәрен юғалтып бер була, йә бүрекһеҙ, йә бейәләй­һеҙ ҡайтып китер ине. Һуңынан әсәй юғалтҡан нәмәһен күренеп кенә ятҡан урындан таба.


Иптәшем менән ун ике йыл торғас, айырылыштыҡ. Ул шешәне минән һәм ике балаһынан өҫтөн ҡуйҙы. Ғаилә тормошо һуңғы сиккә барып терәлгәс, өй эйәһенең ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөп, уның мине был әҙәмдән араларға теләүен аңланым. Балаларымды алдым да атайым һәм әсәйем янына күстем.
ҡайтҡан төндә өй эйәһе һеңлем сүрәтендә яныма килде: “Әйттем бит һиңә – ул бысраҡ кеше. Эсе тулы ҡорт. ҡайғырма, шулай ғына ҡотолғаныңа ҡыуан. Өс йылдан һәйбәт кешегә кейәүгә сығырһың”, – тине. Был хаҡта берәүгә лә һөйләп торманым, йә, “ҡыйығы” китә башлаған, тип уйларҙар…
Иремдең йәберләүҙәренән, яҙмышҡа булған асыуымдан янған йөрәкте эш менән баҫырға булдым. Кеше яллап, йортҡа төкәтмә төкөттөк, шунан өйгә тулыһынса ремонт эшләнек. Көн дә сүкеш-бысҡы тауышы тынманы, ҡулдан бумала төшмәне. Эш бөткәс, яңы мебель алып ултырттыҡ. Донъябыҙ сынъяһауға әйләнде. Тик әсәй генә ваҡыты-ваҡыты менән хафаланды, тегегә оҡшармы икән, тип үрһәләнде. Ремонт бөтөүҙең өсөнсө төнөнә йорт хужаһы яныма килеп, аңлайышһыҙ нимәлер лыбырланы ла, ишекте шарт ябып сығып китте. Шунан алып ул үҙе хаҡында оҙаҡ һиҙҙермәне. Ә бына күптән түгел өлкән ҡыҙым (уға 10 йәш) йоҡлар алдынан, берәү төнө буйы аяғымды ҡытыҡлайсы, тип һөйләнеп ойоҡбаш кейеп торғанын күргәс, көлөп ебәрҙем. Тимәк, өй эйәһе беҙҙән китмәгән!
Был изге йән өс йылдан кейәүгә сығыр­һың тигәненә бер йыл ваҡыт ҡалды. Ана шул өмөт менән әлеге мәлдә йәшәп ятам.
Йортҡа килеп ингәс тә өй эйәһе менән иҫәнләшегеҙ. Ә сығып киткәндә: “Хужа, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тор”, – тип әйтергә кәрәк. Был йән әрләшкәнде, эскелекте, бысраҡлыҡты яратмай. Әгәр ҙә уның менән татыу булһағыҙ, өйөгөҙҙө күп бәлә урап үтер.

Гөлсинә Ш.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”