13.04.2012 Йәшәүҙәренән үрнәк алырлыҡ
йәки Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы башҡорттарының көнкүрешенә ситтән бер ҡараш
КҮптєн тҮгел Ейєнсура районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Иҙрисов, Үҫәргән ырыуы ҡорбашы М. Аҫылбаев, әүҙем ағзаһы М. Байназаров, Абзан ауылы мәсете муллаһы М. Мәһәҙиев, Абзан мәктәбенең (директоры Г. Тимербулатова етәкселегендә) һәм ауылының сәнғәт оҫталары, мәҫәлән, С. Сөләймәнов, Ф. Ғәйнуллина, Башҡорт гимназияһынан талантлы йырсы Ф. Тоҡомбәтов Ырымбур өлкәһенең Һунарсы ауылында милләттәштәребеҙ менән осрашып ҡайтты.
Рухиәт үҙәге – мәктәп
Беҙҙең делегация Һунарсы төп дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡортса дәреслектәр, әҙәби китаптар бүләк итте. Йыйылыштың тантаналы өлөшөндә сәләмләү телмәре менән Р. Иҙрисов, 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында М. Байназаров сығыш яһаны. Мулла М. Мәһәҙиев 1812 йылғы Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә аят уҡыны. Аҙаҡ башҡорт халыҡ бейеүҙәренән, көйҙәренән торған йөкмәткеле концерт булды. Башҡорт халыҡ йырҙарына һыуһаған тамашасылар С. Сөләймәнов, Ф. Тоҡомбәтов һәм Ф. Ғәйнуллина башҡарыуындағы халыҡ йырҙарын алҡыштарға күмде. Абзан мәктәбе бейеү коллективының һәр сығышы урындағы халыҡ тарафынан ихлас ҡабул ителде.
Бөгөн Һарыҡташ районының Һунарсы ауылы халҡы нисек көн күрә? Артабанғы һүҙебеҙ шул турала.
Донъябыҙҙы солғап алған эшһеҙлек был ауылды ла урап үтмәгән. Шул сәбәпле ауылдың 400 тирәһе кеше йәшәгән 120 йорттоң егермеһе буш тора. Ир-ат вахта ысулы менән Мәскәүгә, Өфөгә, Себергә (Уренгой, Сорғот ҡалалары) һ.б. сәнәғәте үҫешкән ҡалаларға китеп эшләй. Йәштәр ҙә ауылда ҡалыуҙы хуп күрмәй, сөнки бында эш юҡ.
Балалар һаны кәмегәнлектән урта мәктәп биш йыл элек 9 йыллыҡҡа ҡалған. Хәҙерге ваҡытта почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб ошо мәктәп бинаһында урынлашҡан.
Алтынсы йыл Миңнурия Һөйәрембәтова етәкләгән почта бүлексәһе Һунарсы, Рыҫҡол, Солтанбай ауылдарын хеҙмәтләндерә. Күпселек ғаилә өлкә баҫмаларынан “Оренбуржье” (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 396 һум), “Яик”, “Южный Урал” (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 398 һум) һәм “Пульс дня” район гәзитен (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 296 һум) алдыра. Башҡорт баҫмаларын (“Башҡортостан-йома”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аҡбуҙат”) 11 ғаилә алдыра.
Мәктәптә 33 бала уҡый, уларға 11 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Шуларҙың бишәүһе − беренсе, ҡалғандары икенсе категорияға эйә. Педколлективтың уртаса йәше – 40. ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын Өфө, Күмертау, Ишембай ҡалаларындағы уҡыу йорттарына уҡырға ебәрә. Һуңғы йылдарҙа ғына 17 уҡыусы ситкә киткән. Мәктәптә төрлө түңәрәктәр эшләй, башҡорт теле аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла.
Мәктәптең үҙ микроавтобусы бар. Уҡыусыларға буш ваҡыттарында шөғөлләнеү өсөн өр-яңы теннис һәм бильярд өҫтәлдәре һатып алынған, класс-бүлмәләрҙә алты компьютер урынлашҡан. Бюджеттан һәр уҡыусыға туҡланыу өсөн 13 һум аҡса бүленә, ата-әсәләрҙән иғәнә йыйылмай. Тик ирекле рәүештә ҡайһы бер ата-әсәләр генә балаларының туҡланыуына түләй, улар өсөн өҫтәмә ашатыу ойошторолған.
Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып Фәрхәнә Аҡманова эшләй. Ул 1995 йылда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультетын тамамлаған. Бишенсе йыл мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. 2008 йылда Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, лауреат булған. Әйткәндәй, 2008 − 2010 йылдарҙа уның уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар алған.
– Балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүенә беҙҙә ҡаршылыҡ юҡ, уҡыусылар үҙҙәре лә дәрестәрҙә ихлас ҡатнаша, фәнде өйрәнергә теләктәре ҙур. Уларға ҡыҙыҡһыныу ҙа булдырылған. Әгәр ҙә улар район олимпиадаһында урын яулаһа, Башҡортостандың уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге бар, – ти Фәрхәнә Рамаҙан ҡыҙы. Ул тағы ла “Башҡорт теле”, “Йәйғор” фольклор түңәрәктәренә етәкселек итә. Үҙе яҙған сценарий буйынса “Исем ҡушыу”, “ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Ямғыр теләү” кеүек халыҡ йолаларын балаларға өйрәтә һәм шулар буйынса район фестивалдәрендә сығыш яһайҙар.
Берҙәм дәүләт имтихандарын (БДИ) тапшырыуға бәйле Ф. Аҡманованың аңлатыуынса, уларҙа тәртип ҡаты, бер кем дә имтихан тапшырыусыға ярҙам итә алмай. Йәғни һәр уҡыусы БДИ-ны тик үҙ көсөнә генә ышанып тапшыра.
Эше барҙың – ашы бар
Һунарсы ауылында бик матур донъя көтөп йәшәгән ғаиләләр бар. Шуларҙың береһе – Сәйҙә һәм Айҙар Альбиндар. Ғаилә башлығы Афғанстанда хеҙмәт иткән, “Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн”, “Мәрхәмәтле афған халҡынан” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Айҙар Маркс улы сығышы менән беҙҙең райондың Иҙелбәк ауылынан. Тормош иптәше Сәйҙә урындағы район ҡулланыусылар йәмғиәте магазинында һатыу итә. Бер ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Уларҙың шәхси хужалығында 30 эре мал (ҡаҙағстандан һатып алған, ауырлығы ете центнерға етә яҙған тоҡомло үгеҙе лә бар, киләсәктә шул тоҡомдо ишәйтмәкселәр) аҫрала. һарыҡтар ҙа тота йүнсел хужа. Уларҙы һимертеү өсөн көҙ 13 тонна арпа хәстәрләгән. Шул хәтлем малды ҡарау өсөн, әлбиттә, техникаһыҙ ҙа булмай. Был яҡтан ул мине һоҡландырҙы. Хужалығында өр-яңы МТЗ − 82М һәм МТЗ − 50, ике Т − 16 маркалы тракторы бар, бөтәһе лә төҙөк. 2009 йылғы “Нива”, унан тыш, үҙбушатҡыс ГАЗ − 53 машинаһы бар Айҙар Маркс улының. Шәхси йүнсел булараҡ иҫәптә тора, ләкин хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ярҙам алмаған (әйтеүенсә, унда ла документтар юллауҙың мәшәҡәттәре күп), ә бөтә техникаһын да шәхси хужалығында аҫралған малдарҙы һимертеп һатыуҙан килгән аҡсаға һатып алған.
Бесән осоро етһә, Айҙарға ауылдаштарына, бигерәк тә хаҡлы ялдағылар мөрәжәғәт итһә, пай ерҙәрен сабып, йыйып, алып барып өйөп биреп кәсеп итә. Был күрһәткән хеҙмәттәре өсөн клиенттарынан бер килтерелгән рейсҡа 1,5 мең һум аҡса ала. Аңлатыуынса, был эштәрендә уға ике ауылдашы ярҙам итә, хужа уларға ҡулаҡса түләй.
Бесән әҙерләү осоронда ул шулай уҡ Желтый, Черкасс, Васильевка, Каировка, Кондуровка, Зианчура ауылдарына бесән һата йәки әҙерләп бирә. Шуныһын да иғтибарға алырға кәрәк, ул МТЗ − 82М тракторына бер юлы ике арба тағып бесән ташый, ә хужалығында дүрт йөк арбаһы һәм башҡа тағылма инвентары етерлек. Йорт хужаларының 15-әр гектар ер пайы бар, уны шәхси хужалыҡ ҡуртымға алған.
Ошо уҡ ауылда тағы бер йүнсел ғаилә – Лүзә һәм Фәйез Һөйәрембәтовтар былтыр ғына теплица хужалығын үҫтерә башлаған. Улар ҡыяр һәм башҡа үрсетмәләр үҫтереп кәсеп итә. Йәштәр Сорғот ҡалаһында танышҡан, Лүзә сығышы менән Башҡортостандың Бөрө ҡалаһынан. Себерҙә 28 йыл йәшәгәндән һуң (ошо осорҙа уҡ ауылда өй төҙөй башлағандар, уның майҙаны 160 кв. метр) тормош иптәшенең тыуған ауылына ҡайтып, үҙҙәренең шәхси магазинын асҡандар, ә теплица эшенә былтыр март айында тотонғандар.
− Минең ирем бер ваҡытта ла өлгәшелгәндәрендә туҡталып ҡалмай. Әле бында ҡайтҡас, сауҙа эшенә тотонғайныҡ. ҡыҙыбыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыны. Өҫтәмә сығымдар булғас, теплица төҙөргә ҡарар иттек. Ул 12 сутый майҙанды биләй. Туғыҙ газ мейесе (шул уҡ мейестәргә утын да яғырға була) урынлаштырҙыҡ, һыу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Әлбиттә, тәүге йылда алған уңышыбыҙ сығымдарҙы ҡаплауға китте. Мәҫәлән, 13 тонна ҡыяр һатып, 800 мең һум аҡса эшләгәйнек, ә быйылғы уңышты Һарыҡташтағы базаға килешеү буйынса илтәбеҙ, магазинға ла ҡуйып халыҡҡа һатабыҙ, унан 80 мең һум табыш алдыҡ, – ти уңған хужабикә. Һөйәрембәтовтар ай һайын ҡулланылған газ өсөн 32 мең һумға яҡын аҡса түләгән, 20 йөк утын һатып алған. Теплица хужалығын алып барыуҙа уларға Рәнис Иҙелбәков (Үтәғолдан барып эшләй) менән ауылдан Вил Әбдрәшитов ярҙам итә. Рәнистең әйтеүенсә, айлыҡ эш хаҡы 20 мең һумға барып етә. Йәш егет тәжрибә туплағас, үҙенең ауылында ла ошо кәсепте дауам итмәксе.
Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
Автор фотолары.