RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Полицейский менән 10 минут

13.04.2012 Полицейский менән 10 минут

РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев яңы регламентҡа ҡул ҡуйҙы
Бер йылмайып ебәреүе менән туң йөрәктәрҙе лә иретерлек актерыбыҙ Сергей Безруков уйнаған “Участок” сериалын ҡарағанһығыҙҙыр, моғайын. Үҙе ғәҙел, үҙе аҡыллы участка милиционеры тураһындағы был сериал бик популяр булды. Инде хәҙер, беҙҙең Рәсәй полицияһы кадрҙары ла шундай буласаҡ икән – РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев яңы административ регламентҡа ҡул ҡуйған. Ул регламент полицияға ярҙам һорап килгән граждандар менән хоҡуҡ һаҡлау органы вәкилдәренең аралашыу ваҡытын, шарттарын тәртипкә һала.
Яңы документҡа күҙ һалайыҡ. Полицейскийҙар граждандар менән итәғәтле һәм шул уҡ ваҡытта рәсми-эшлекле нормала һөйләшергә тейеш. Тик шул аңлашылып бөтмәй: быға тиклем улар нисегерәк әңгәмәләшә ине һуң? Бынан тыш, погонлылар менән оҙаҡлап гәп һатып торормон тимә − улар ялыу менән, йә булмаһа, ярҙам һорап килгән гражданға 10 минуттан да артыҡ ваҡыт бүлмәйәсәк. 10 минут эсендә нимә әйтергә теләгәнеңде полицейскийға аңлата алмаһаң, проблемаларыңды ҡағыҙға яҙып тапшырырға тейеш­һең. Был ваҡыт аҙлығына бәйлеме, әллә инде оҙаҡлап һөйләшә торғас, теге йәки был яҡтың ҡыҙып китеүенән ҡурҡыумы – аңлашылмай. Һәр хәлдә, был яңы пункт хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүсе айырым кешеләрҙең ҡулдарына эләккән граждандар­ҙы туҡмау, хатта үлтереү факттары асылғандан һуң индерелде.
Эске эштәр органы хеҙмәткәре һеҙҙән ғариза йәки башҡа документ алыуы тураһында белдереү ҡағыҙын шунда уҡ бирергә тейеш. Ғаризаны ул өс тәүлек эсендә теркәйәсәк. Яуапты 30 көн эсендә бирәсәктәр, адресығыҙҙы күрһәткән хәлдә яуапты яҙып та ебәрәсәктәр. “Аноним мөрәжәғәттәр ҙә ҡабул ителә һәм ҡарала. Әммә уларға яуап бирелмәй”, − тип билдәләй регламент. Уныһы шулай инде – анонимға нисек яуап бирергә мөмкин? Йүнләп яҙылмаған, аңлашылмаған, норматив лексикаға һыймаған һүҙҙәр ҡулланылған хаттар ҡаралмай, хужаларына кире ҡайтарыла.
Эске эштәр органдарына яҙма рәүештә лә, шәхсән үҙең барып та мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хаттарҙы ябай почта аша ла, интернеттан та ҡабул итәләр.
Мөһим яңылыҡ: граждан берәй структураға ялыу менән килгән осраҡта уның ғаризаһын ошо структураға ебәреү ныҡлы тыйыла. Был бигерәк тә ришүәтселеккә ярашлы менән көрәшеүселәргә ҡағыла. РФ Эске эштәр министрлығында эшләгән һәм ришүәт алғандарҙы фашлаған мөрәжәғәттәр айырыуса ҙур иғтибарға алынасаҡ.
ҡыҫҡаһы, яңы инструкция ошондайыраҡ ҡағиҙәләр менән билдәләнә. Уларҙың үтәләме-юҡмы икәнлеген ваҡыт ҡына күрһәтәсәк. Әлбиттә, беҙ хоҡуҡ һаҡларға тейешле кешеләрҙән ҡаты тәртип, дисциплина ғына түгел, кешелеклелек тә көтәбеҙ. Уныһын инде бер ниндәй ҙә регламенттар менән дә тәрбиәләрлек тә, көйләрлек тә түгел.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”