13.04.2012 655 мең һумға... сихырын “дауалаған”
Туймазы ҡалаһынан Зөлфиә исемле инәй 70 йәшлек юбилейын билдәләргә була. Байрам табынына тәм-том алыр өсөн баҙарға юллана. Кәйеф шәп, яҙғы ҡояш ҡыҙҙыра, тиҙҙән балалары ла килеп етер. Инәй ауыҙ эсенән генә йырлай-йырлай китеп барғанда, уны бер ҡатын туҡтата:
– О! ҡот осҡос! Һинең баш осоңда тәре тора. Тиҙҙән үләсәкһең, – шулай ти ҙә, бик ҡурҡҡан ҡиәфәттә артҡа сигенә башлай.
Зөлфиә әбей дер ҡалтырап төшә:
– Саҡ етмешем тулырға тора бит. Нимә генә эшләйем икән?
– Улың да үләсәк… Мин күрәҙәсе, ғаиләңә ҡаты сихыр төшкән. Инәй, ярҙам итәйем, әйҙә һеҙҙе дауалайым. Бының өсөн бер тин дә алмайым. Бөтә насар энергия йортоғоҙҙағы аҡсала һәм алтында тупланған.
– Шулай ҙа була икән… Өйҙә 120 мең һум аҡса ята, тағы ла банкыла 535 мең һум аҡса бар. Алтын алҡа-йөҙөктәр ҙә байтаҡ, – тип ысҡындыра ул.
Зөлфиә инәй бар аҡсаһын һәм алтынын пакетҡа һала ла, “ҡотҡарыусы” ҡатынға һона. Ул тылсымлы һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай өшкөрә башлай. Ун биш минут тырышҡас, пакетты хужаһына тоттора.
– Булды, инәй. Аураңды таҙарттым, сихыр китте. Бынан ары бәлә йортоңдо урап үтер, – ти ул.
Инәй еңел һулап ҡайтып китә. Өйөнә ҡайтҡас ҡына пакетты асып ҡарарға башы етә. Тик унда… бары иҫке гәзиттәр генә ятҡан була.
Әлеге мәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре “сихырҙы ҡайтарыусы” ҡатынды эҙләй.
Г. БИКМӘТОВА.