RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә – Көйөргәҙеләр йыйыны

13.04.2012 Өфөлә – Көйөргәҙеләр йыйыны

Был райондан сыҡҡан яҡташтар билдәле сәхнә оҫтаһы, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Бәрәкәтле Көйөргәҙе ере илебеҙгә бик күп билдәле, талантлы шәхес үҫтергән. Улар араһында беренсе композитор һәм профессиональ йырсы Ғәзиз Әлмөхәмә­тов, шағир Баязит Бикбай, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, академик, күҙ табибы Марат Аҙнабаев, шағирәләр Тамара Ғәниева, Зөһрә ҡотло­гилдина һ.б. халҡыбыҙға намыҫ менән хеҙмәт иткән кешеләр бар. Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тағы бер күренекле яҡташыбыҙ, сәхнә оҫтаһы, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған кисә үтте.
Өфөләге Көйөргәҙе яҡташтар ойошмаһы рәйесе Зөлфирә Күсәрбаева һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Иршат Аҫылғужин кисәне ойоштороуға һәм район халҡын бергә йыйыуға күп көс һалды. Осрашыу сараһына баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙ, студенттар һәм район хакимиәте вәкилдәре килде. Кисәлә күптән күрешмәгәндәр осраша, бер-береһен белмәгәндәр үҙ-ара таныша алды. Һуңынан тамашасылар Илшат Йомағолов тарафынан ижад ителгән һәм ун йылдан ашыу сәхнә түренән төшмәгән “Нәркәс” спектаклен ҡараны. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Нәркәс ролен драматургтың ҡыҙы Айһылыу Йомағолова уйнаны. Кисәлә яҡташыбыҙ исемен хөрмәтләп телгә алдылар, уның иҫтәлегенә бик күп йылы һүҙ әйтелде.
– Илшат ағай беҙҙең театрҙа байтаҡ йылдар эшләне, ул башҡарған ролдәр тамашасы күңелендә һәм коллегалары йөрәгендә әле булһа һаҡлана. Драматург ижад иткән сәхнә әҫәрҙәре республикабыҙҙа һәм сит өлкәләрҙә лә ҡуйыла. Илшат Йомағолов педагог булараҡ та билдәле, ул сәхнә оҫталығына өйрәткән, тәрбиәләгән йәштәр бөгөн күренекле сәхнә “йондоҙҙар”ы. Илшат ағай бөтөн булмышы, йөрәге менән ысын ижадсы ине. Ул бар ғүмерен, бар булмышын театрға, ижадҡа бүләк итте, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы, театр директоры Хөрмәтулла Үтәшев.
Илшат Йомағоловтың улы Айсыуаҡ – режиссер, “Башҡортос­тан” киностудияһының художество етәксеһе. “Әлбиттә, бындай сара йыш булып тормай һәм бөгөн бында атайымдың яҡташтары, дуҫтары, уның ижадын һөйгән кешеләр йыйылыуы бик шатлыҡлы. Уның беҙҙең арала булмауы бик йәл. Шуға ҡарамаҫтан, был театрҙа уның йәне йәшәй, атайымдың эше һаман да дауам итә. Сөнки башҡорттарҙың элекке көнкүреше, йолалары нигеҙендә яҙылған “Нәркәс”те яратып ҡараған тамашасылар бар”, – тип фекере менән бүлеште ул.
Көйөргәҙеләр йыйыны күңелле һәм файҙалы үтте. Сарала яҡташтарыбыҙ, оло быуын вәкилдәре студенттар менән әңгәмә лә ҡорҙо. Килгән ҡунаҡтар үҙ-ара аралашты, танышты. Бындай осрашыуҙар йыл һайын үткәреләсәк, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар. Ысынлап та, ҙур ҡалала бер-береңде белеп, ярҙам итеп йәшәүе күпкә еңелерәк. Ә Көйөргәҙе барыбыҙҙы берләштереүсе уртаҡ төбәк булып тора.

Флүзә ТҮЛӘКОВА.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”