RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.04.2012 ҺЕҘ ҺАҠСЫЛМЫ?

Һаҡсыллыҡты берәүҙәр һаранлыҡ менән сағыштыра. Асылда был сифат − ғаилә бюджетын экономиялауҙа, уны дөрөҫ ҡулланыуҙағы яуаплылыҡ ул. Һеҙ ниндәй финансист икән – Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ әле.

1. Эш хаҡы алғанға тиклем ҡалған 500 һум аҡсағыҙҙы нимәгә тотонаһығыҙ?
Аҙыҡ-түлек алам −1,
Телефонға һалам − 3,
Әхирәтем менән кафеға инәм − 5.
2. Һеҙгә сәсегеҙҙе ҡырҡтырырға кәрәк. ҡайҙа бараһығыҙ?
Үҙем йыш йөрөгән сәс киҫеүсегә барам − 1,
Модалы стилисҡа сиратҡа яҙылам − 5,
Йәшәгән урыныма яҡын бөҙрәханаға барам − 3.
3. Гардеробығыҙҙағы әйберҙәрегеҙҙе оҙаҡ кейәһегеҙме?
Бер миҙгел генә кейәм − 3,
Иҫкергәнсе кейәм − 1,
Ялҡытҡансы кейәм дә, ташлайым − 5.
4. Һеҙгә ике кешегә иҫәпләнгән янып барған туристик тур тәҡдим иттеләр. Әммә һеҙҙең менән барырға кеше юҡ. Нимә эшләйһегеҙ?
Тәүҙә путевка алам, шунан кеше эҙләйем − 1,
Ашығыс рәүештә кеше эҙләй башлайым − 3.
Арзан турҙан баш тартам − 5.
5. Һеҙ һауыт-һабаны нисек йыуаһығыҙ?
Йылы һыу менән йыуам, сайҡатам − 3,
Еренә еткереп, тиҙ генә йыуам − 5,
Өҫтәлдән торғас та йыуырға яратмайым, һауыт-һаба йыйылғас йыуам − 1.
6. Аҙыҡ-түлекте ҡайҙан алаһығыҙ?
Эштән ҡайтышлай осраған магазиндан − 5,
Ял көндәрендә эре супермаркеттар­ға йөрөйөм − 1,
Күмәртәләп һатҡан баҙарҙан − 3.
7. Макулатурағыҙҙы ҡайҙа тапшыраһығыҙ?
Ташлайым − 5,
Йыйыу пунктына − 1,
Форсат сыҡҡанда ғына тапшырам − 3.
8. Иҫкергән икмәкте нимә эшләтәһегеҙ?
Йорт хайуандарына ашатам − 3,
Сүп һауытына ташлайым − 1,
Сохарый эшләйем, артыҡ итеп алыр­ға тырышмайым − 5.
9. Балағыҙ үҫкәс, әйберҙәрен нимә эшләтәһегеҙ?
Ташлайым − 1,
Туғандарға, таныштарға бирәм − 3,
Иҫке әйберҙәр ҡалмай тиерлек, бәләкәсерәк туғандары кейеп туҙҙыра − 5.
10. Ярымфабрикаттар һатып алаһығыҙмы?
Эйе, уларҙы әҙерләүе лә еңел, арзан да − 3,
Юҡ, ғаиләбеҙҙә уларҙы ашамайҙар − 1,
Кәрәкһә тип, алып ҡуям − 5.
Ә хәҙер һығымта яһайыҡ:
10 − 24 балл. һеҙҙең ғаилә бюджетын һаҡсыл тотоноуығыҙға һоҡланырға ғына ҡала. Алған әйбер­ҙәрегеҙгә ҡарап, уларҙың сифатлымы икәнлеген һо­рар­ға онотмай­һығыҙ. Аҡса­ғыҙҙы янығыҙҙа ҡалдыра белһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙе күп нәмәнән мәхрүм итмәгеҙ.
25 − 35 балл. Аҡсаны самалы тотона беләһегеҙ. Кәрәккәндә теләктәрегеҙҙе лә йүгәнләй алаһығыҙ. Һеҙҙең бюджетта ҡай­һы саҡ юғалтыуҙар ҙа булалыр.
36 − 50 балл. Аҡса иҫәп ярата, тигәнде онотоп ебәрәһегеҙ. Һеҙгә кредитка әйбер алыу оҡшай. Иртәгәһе көнөгөҙҙө уйлап та бирмәйһегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”