RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халҡыбыҙҙың ҡото һәм ғорурлығы

10.04.2012 Халҡыбыҙҙың ҡото һәм ғорурлығы

Шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, М. Аҡмулла, Р. Ғарипов, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең яңыраҡ күркәм ғүмер байрамы булды – ул үҙенең 75 йәшен билдәләне һәм “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ижад кисәһе лә үтте.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесен бөтә Башҡортостан­дан, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар тәбрикләне. Сәхнә түренән Рәшит Шәкүрҙең ҡәләмдәштәре, яҡташтары, дуҫтары, уның ижадын яратҡан уҡыусылары йылы һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе.
Рәшит Шәкүр төрлө өлкәлә эшләп уңыштарға өлгәшкән кеше һәм сығыш яһаусылар уны бар яҡтан да маҡтап телгә алды, уларға үрнәк, өлгө булып тороуын әйтте.
− Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағаналарының береһе – Рәшит Солтангәрәев һеҙҙең хаҡта яҙған бер мәҡәләһендә үткән быуаттың 60-сы йылдары башында көслө тулҡын булып килгән быуынды “Рәшит Шәкүр осоро” тип атағайны. Был ҙур баһа. Бындай исем ҡушыу һеҙҙең күп яҡлы ижадығыҙҙы, тынғыһыҙ эшмәкәрлегегеҙҙе ололауға тиңләп ҡабул ителә. Шиғриәтегеҙ халыҡсан булыуы менән күңелде арбай, бында Аҡмулла сәсәнлеге ярылып ята, ғилми эшмәкәрлегегеҙҙең төплө булыуы аҡылды үҫтерә. Йәмәғәт эштәрендә арымай-талмай ҡатнашыуығыҙ ихлас һоҡланыу тыуҙыра. Быларҙың барыһы ла халыҡ улы, Урал атайсалы булып йәшәүегеҙҙе күрһәтә, − тине БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон Рәшит Шәкүр ижады тураһында.
Ә РФ Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова юбилярҙың талантын бик үҙенсәлекле итеп аңлатып үтте:
− Ул күп ҡырлы шәхес. Ниңә ул ундай икән, тип уйлап ултыр­ғанда, 1937 йыл тарихы иҫкә төштө. 37-лә беҙҙең башҡорт интеллигенцияһын ныҡ ҡырғандар. Һәм уларҙың йәндәре осоп, ғүмер ағасына ҡунған. Шуларҙың дөйөм бер йәне Рәшит ағайға күскәндер. Ул уларҙың урынына сафҡа баҫҡан, улар эшләп өлгөрмәгәнде, улар уйлағандарҙы, хыялланғандарҙы Рәшит ағай тормошҡа ашырҙы. Шуның өсөн ул − милләтебеҙҙең ҡото, ғорурлығы.
Әлбиттә, кисәлә халҡыбыҙҙың бөйөк улына әйтелгән һүҙҙәр һәм ҡотлау менән сығыш яһаусылар бихисап булды. Кисә аҙағында Рәшит Шәкүр үҙенең яңыраҡ ижад иткән “Өфөмә рәхмәт һүҙе” шиғырын яңғыратты һәм килгән ҡунаҡтарға, яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте.
− Өфөм, Өфөм, һинең алсаҡ
йөҙөң
Шундай яҡын хәҙер, үҙ миңә.
Рәхмәт инде, ярты быуат элек
Һыйындырҙың мине үҙеңә.
Һыйындырҙың кеҫәләре
таҡыр,
Бер хыялбай дала балаһын.
Өфө тауҙарынан алыҫтарҙа
ҡолас йәйгән башҡорт далаһы.
Ошо ерҙә, ошо тауҙарҙа мин
Үҙ юлымды таптым ғүмерлек.
Үҙ йырымды таптым,
үҙ моңомдо,
Аҡ толпарҙар менеп
йөҙөрлөк…
Бына ошо ғүмер юлында, хәҙер инде ярты быуатҡа яҡын иңгә-иңде терәп минең менән бергә барған иң яҡын кешем Марина, беҙҙең һөйөклө ҡыҙҙарыбыҙ Шәүрә менән Гөлдәр − ышаныслы таяныстарым. Рәхмәт һеҙгә! Миңә һәм ижадыма ҡарата әйтелгән маҡтау һүҙҙәрен беҙҙең мәҙәниәт, тел, әҙәбиәтте ололау тип ҡабул итәм. Сөнки бөтөн ғүмеремде халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың рухи донъяһына хеҙмәт итеүгә арнап йәшәйем.
Республикабыҙҙың мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйткән һүҙҙәр бик мәғәнәле яңғыраны:
− Рәшит ағай, һеҙгә бай булығыҙ, тип әйтергә кәрәк ине, ләкин, ҡарағыҙ әле, ошо тулы залда ултырған тамашасылар һеҙҙең байлыҡ түгелме ни? Һеҙҙең менән беҙ байбыҙ, беҙҙең менән һеҙ ҙә шулай бай, тип ышанам.
Ысынлап та, халҡыбыҙ башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен байытҡан был шәхес менән бик ғорурлана.

Флүзә ТҮЛӘКОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”