RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Осрашыу күңелле үтте

06.04.2012 Осрашыу күңелле үтте

Осрашыу күңелле үтте
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар үҙҙәренең яратҡан мәктәбен онотмай. Уҡыусыларға оло ағай-апайҙарының кәңәштәрен тыңлау файҙалы ла, фәһемле лә. Шуның өсөн дә ошондай осрашыуҙарҙы улар көтөп ала. Күптән түгел генә гимназия-интернатыбыҙҙың 11-се «А» һәм 11-се «Б» синыфтары уҡыусылары, тәрбиәселәре Фәнисә Каскинова, Гөлназ Ғәликәева, синыф етәкселәре Венера Кәримова, Рәйлә Юнысова­ларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков та килде.
Осрашыуҙың темаһы ла бик ҡыҙыҡлы – «Нисек етәксе булырға?» тип атала ине. Хәҙерге заман технологияларының йылдан-йыл үҙгәрә, юғалып ҡалмау, был тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн отҡорлоҡ һәм зирәклек, тәрән белемле булыу мөһим. Шулай уҡ мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ уңыш­ҡа ирешеү өсөн үҙ һәләтеңде дөрөҫ баһалай белергә, уны артабан үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға тырышыу кәрәк. Килгән ҡунаҡтар тап ошо мәлгә нығыраҡ туҡталды. Мәктәпте тамамлау алдында торған сығарылыш уҡыусылары өсөн был кәңәштәр бик урынлы һәм файҙалы булды.
Кисә уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре тамамлап сыҡҡан уҡыу йортоноң күркәмлегенә һоҡланһа, уҡыусылар улар менән ғорурланыуҙарын һис тә йәшермәне.

Гөлназ ҒӘЛИКӘЕВА,
тәрбиәсе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”