06.04.2012 Уртаҡ мөрйә,уртаҡ йәр
Бер төркөм Өфө йәштәре әҙәм аяғы баҫмаған ерҙә “коммуна” төҙөргә йыйына
Таң ата ла, кис була – ғәзиз йәнгә көс төшә, тип көн һайын өйҙән – эшкә, эштән өйгә йүгерәбеҙ. ҡайһы саҡ, бер миҙгелгә генә туҡтап, мәшәҡәттәрҙән, шау-шыуҙан ни тиклем арығаныбыҙҙы тоябыҙ. Шул саҡ бар нәмәгә ҡул һелтәп, тәбиғәт ҡосағына – тыныслыҡ донъяһына һыйынғы килә.
Ә бына Өфө ҡалаһынан бер төркөм йәштәр хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә булған. Улар илдең капиталистик системаһы уртаһында социализм төҙөргә ниәтләй. Әлеге мәлдә социаль бәйләнештәрҙең береһендә ошо темаға ҡыҙыу һөйләшеүҙәр бара. Утыҙҙан ашыу кеше, был фекерҙе хуплап, төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер, шуларҙың етәүһе коммунаға бөгөндән үк инергә теләй. Кеше аяғы баҫмаған урмандан ер алып, шунда йорт һалырға, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға, йәғни үҙҙәренсә донъя көтөргә иҫәп тоталар.
“Коммунарҙар” ғаилә институтын һәм шәхси милектең бар формаһын да инҡар итә. Шулай ҙа был ойошмаға ғаиләлеләр ҡабул ителәсәк. Тик дөйөм донъя булғас, бала ла уртаҡ булып сыға инде. Тимәк, уны бар коммуна тәрбиәләйәсәк.
Үҙен Владимир Икенсе тип таныштырыусы егет (ул ошо коммунаның “атаһы”) әйтеүенсә, әле ер эҙләү менән мәшғүлдәр. “Ике вариант бар. Береһе – Аҡбирҙе ауылы янында, икенсеһе – Баймаҡ районында. ҡайҙа рөхсәт итәләр − шунда барабыҙ, законды боҙорға йыйынмайбыҙ”, − ти. Әйткәндәй, ул һөнәре буйынса юрист.
Был кешеләрҙе, бер яҡтан, аңларға ла була. Сөнки һәр кешенең иреккә, үҙаллылыҡҡа мохтажлығы бар. Улар ошо рәүешле үҙҙәренең кескәй генә дәүләтен булдыра. Унда кемгәлер буйһонорға ла, һалым түләргә лә кәрәкмәй. Насармы был, әллә яҡшымы – ваҡыт күрһәтер.
Тик был коммуна “Дом – 2”, “Каникулы в Мексике” телетапшырыуҙарының күсермәһе булып ҡуймаһын тағы. Ундағы иреклек хаттин ашты юҡһа. Тәүбә-тәүбә…
Г. БИКМӘТОВА.