06.04.2012 Фотоларҙа – иҫтәлек тә, тарих та
“Башҡортостан” гәзите күргәҙмә асты
“Башҡортостан” гәзите 95 йыллыҡ мәртәбәле юбилейы айҡанлы күргәҙмә ойошторҙо. Баш ҡалалағы Матбуғат йортонда, гәзит редакцияһында асылған фотокүргәҙмәлә архив материалдары ла, Әле төшөрөлгән фотолар ҙа урын алған. Уларҙа олпат баҫмала төрлө йылдарҙа эшләгән шәхестәрҙе, редакцияға килгән ҡунаҡтарҙы, төрлө таланттарҙы күрергә мөмкин. Бынан тыш, журналистика өлкәһенә генә хас булған эш моменттарын, командировкаларҙа осраған ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы һүрәтләгән эштәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итӘ.
Әллә күпме ҡыҙыҡлы материал туплаған фотокүргәҙмәне асыуҙа БР Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һәм башҡа кешеләр ҡатнашты. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов, сараны асыу тантанаһына килеүселәрҙе тәбрикләп, фоторәсемдәргә экскурсия ла яһаны. Ә фотолар, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, ни тиһәң дә, уларҙа кәмендә 95 йыллыҡ тарих сағыла. Иғтибарҙы 1963 йылда төшөрөлгән, бер төркөм ихлас йылмайған кешене һүрәтләгән фото йәлеп итте. Шат йылмайған Рәми Ғарипов та әллә ҡайҙан күренеп тора. Ул КПСС Үҙәк комитетының милли баҫмаларыбыҙҙы дубляж хәлендә генә, русса сыҡҡан баҫмаларҙың тәржемәһе итеп ҡалдырырға ҡарар итеүе арҡаһында үткәрелгән пикеттан һуң төшөрөлгән. Ул ваҡытта журналистар, пикетҡа сығып даулашып, милли баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Фотола ошо еңеүҙе байрам иткән көндән бер генә мәл күрһәтелгән. Ошондай матур ваҡиғаларҙы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһының төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеген һүрәтләгән фотокүргәҙмә әле лә дауам итә. Уның хаҡында мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күрергә кәрәк. Сөнки һәр фотола журналистика тармағы өсөн генә түгел, һәр кем өсөн фәһем алырлыҡ ваҡиғалар, мәлдәр һүрәтләнгән.
Л. СОЛТАНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.