RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АҠШ-тағы кеүек пенсия алырбыҙмы?

03.04.2012 АҠШ-тағы кеүек пенсия алырбыҙмы?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һәм социаль үҫеш министрлығы белгестәре сираттағы пенсия реформаһының концепцияһын әҙерләгән арала илдең Финанс министрлығы вәкилдәре яңы тәҡдим менән сығыш яһаны. Улар граждандарға шәхси инвестиция иҫәбе ярҙамында үҙ киләсәге хаҡында хәстәрләргә кәңәш итә. Ошо көндәр­ҙә улар РФ Хөкүмәтенә шундай ҡарар тәҡдим итте. Был система нигеҙендә Америка тәжрибәһе ята. АҡШ-та шәхси пенсия иҫәбе менән компаниялар идара итмәй, ә бындай иҫәптәр һәр кемдең үҙ мәйелендә.

Рәсәй халҡына “икенсе пенсия” алыу өсөн банкыла, страховкалау компанияһында йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында эшләүсе брокерҙар ярҙамында шәхси иҫәп асыу тәҡдим ителәсәк, аҡса фонд баҙарына китәсәк. Уның ниндәй инвестицияларға йүнәлтеләсәге иҫәп хужаһының үҙ ихтыярында. Әгәр ҙә һатып алған акциялары ҡиммәтен юғалтһа, бар яуап­лылыҡ тик уның иңенә төшәсәк. Ә бына хаҡлы ялға сыҡҡас, иҫәп хужаһы йыйылған аҡсаны ҡуллана башлаясаҡ. Тик Финанс министрлығынан әйтеүҙәренсә, пенсияға сығып, егерме йыл үткәс, шәхси иҫәп автоматик рәүештә ябыласаҡ. Шуға күрә, ошо ваҡыт арауығында бар аҡсаны ҡулланырға кәрәк буласаҡ.
Йыл һайын индерергә мөмкин булған иғәнә суммаһы сикләнгән. Мәҫәлән, Америкала ул ике мең доллар күләмендә. Граждандарҙы «икенсе пенсия»ға аҡса һалыуға ылыҡтырыу өсөн Финанс министрлығы буласаҡ инвесторҙар өсөн һалым льготаһын тәҡдим итергә кәңәш итә.
Был тәҡдим РФ Иҡтисад үҫеш министрлығында яҡлау тапҡан. Дәүләт етәкселәре уны хуплармы-юҡмы, уныһын ваҡыт күрһәтер.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”