RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күстәге бал ҡорто оя тарҡатмай

17.08.2010 Күстәге бал ҡорто оя тарҡатмай

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән башҡа милләттәр­ҙән үҙҙәренең баҫалҡылығы, күндәмлеге менән айырылып торған. Әммә кәрәк саҡта улар уҫал да, сая ла була белгән. Тормош ауырлығына бирешмәй, тырышып-тырмашып донъя көткәндәр. Быға М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан Тәңкәбикә асыҡ миҫал булып тора. Ысынлап та, ырыу башлығы Тәңкәбикә, уҫал да, ҡаты ҡуллы ла була белеп, ырыуҙаштарын тотоп торған. Ә бит бөйөк һүҙ оҫтаһы Тәңкәбикә образын тап шундай башҡорт ҡатындарын күҙ уңында тотоп һынландыра. Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел, бындай ҡатын-ҡыҙ ғәҙәти тормошта ла күп. Һеҙгә шундайҙар­ҙың береһе – Ғәбиҙә ҡартәсәйем тураһында бәйән итмәксемен.
Фәйзулла ҡартатайым йәш сағында күрше ауылдан ун дүрт йәшлек кенә Ғәбиҙә исемле ҡыҙҙы яусылата. ҡалымына ат бирә. ҡыҙҙың ата-әсәһе лә риза була. Быны ишеткән комсомолдар, ҡыҙын һатып, ат ала, тип, уның атаһын ғәйепләп, гәзиткә яҙып сығара. Ғәбиҙәнең әсәһе: «ҡыҙым, һин генә атайыңды ҡотҡара алаһың. Үҙ теләгем менән сығам, тип әйт», – тип өгөтләй. Комсомол ағзалары өйҙәренә хөкөм итергә тип килгәс, ун дүрт йәшлек ҡыҙыҡай сыға ла, сатнатып: «Беребеҙ, алам, тине, беребеҙ, барам, тине. Бында бер ниндәй ҙә көслөк юҡ!» – тип ярып һала. Шулай итеп, атаһын Себергә һөргөнгә ебәреүҙән ҡотҡарып ҡала. Аҙаҡ атаһы: «Рәхмәт, ҡыҙым. Бәхетле йәшә», – тип фатихаһын биреп, ҡыҙын күрше Әбүбәкир ауылына кейәүгә оҙата. Фәйзулла менән Ғәбиҙә бик матур йәшәп китәләр. Фәйзулла, һөнәре буйынса уҡытыусы булараҡ, күп кенә ауылдарҙа уҡытып йөрөй. Уларҙың өс балалары донъяға килә. Ләкин йылдар тыныс ҡына тормай, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, Фәйзулланы фронтҡа алалар. 1942 йылда «ҡара ҡағыҙ»ы килә. Бик йәшләй генә тол ҡалған ҡатын өс балаһы менән ата-әсәһе йортона ҡайтырға мәжбүр була. Фәйзулланың бер туған ағаһы Фәтҡулла һуғыштан яраланып ҡайтыуға, ҡатыны ауырып вафат булып, алты балаһы етем ҡала. Яңы һуғыштан ҡайтҡан һалдат, балаларын етем итмәҫ өсөн, тағы ла өйләнергә ҡарар итә. Ул ваҡытта ирҙәрҙең күбеһе һуғышта ятып ҡала, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп сағы. Әсәһе Гөлбаныу әбей: «Сит етемдәрҙе ҡарағансы, үҙебеҙҙең етемдәрҙе ҡара», – тип, улына һуғышта үлгән кесе улының ҡатыны, килене Ғәбиҙәне димләй. Һәм ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Йәнтеш ауылына йәйәүләп барып, киленен балалары менән эйәртеп алып ҡайта.
Ғәбиҙә икенсе иренең балаларын, һәр ҡайһыһына туй үткәрешеп, кейәүгә бирешә. ҡайныһы менән ҡәйнәһенә лә ярҙам итеп тора. Фәтҡулла ҡартатайым менән икәүһенән тағы ла өс балаһы – ике ҡыҙ һәм минең атайым донъяға килә. Әммә, күп тә үтмәй, һуғышта алған яралары уңалмайынса, ҡартатайым донъя ҡуя. Был юлы ла Гөлбаныу әбей килененә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Бабайы менән ҡартайған көндәрендә ҡартәсәйем уларға ҡәҙер-хөрмәт кенә күрһәтә. Улар килендәренән риза булып, бер-бер артлы яҡты донъянан китә. ҡартәсәйем бик тырышып донъя көтөп, алты балаһын да аяҡҡа баҫтыра. Уларҙың һәр береһе үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп, хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып, матур ғүмер кисерә. Ғәбиҙә ҡартәсәйем ошо көндәрҙә генә, 95 йәшен тултырып, гүр эйәһе булды. Бер быуат йәшәп, күпте күргән яҡын кешемдең зиһене асыҡ, күҙе үткер ине. Ул хәҙерге тормошто маҡтап ҡына иң кесе Фәймә ҡыҙында бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе. Бөтә балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренә тиклем килеп, хәлен белешеп торҙо. Мин дә ауылға ҡайтҡан һайын, уға барып, доға уҡытып, фатихаһын алып китмәйенсә оло юлға сыҡмаҫ инем. Яҡын кешем, хәҙерге йәштәргә ҡарата үҙ фекерен белдереп: «ҡайҙа ғына йөрөһәң дә матур йөрө. Яман кешеләр­ҙән һаҡлан. Һәйбәт, тәртипле кейәү тура килһен. Ана, мин йәш саҡта сыҡманым да, йөрөмәнем дә, әммә бик һәйбәт, уҡыған кешегә кейәүгә барҙым», – тип, үҙенең кәңәштәрен биреп ултырыр ине. Ауыр тупрағың еңел булһын, ҡартәсәй!
Бына хәҙер уйлайым да шундай фекергә киләм: фажиғәле һуғыш йылдарында Гөлбаныу әбей, күстәге бал ҡортоноң инәһе шикелле, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тарҡатмай, ғаиләһен һаҡлап алып ҡалмаған булһа, бәлки, беҙгә, киләсәк быуынға, бындай көндәрҙе күрергә яҙмаған да булыр ине. Хәҙер бит ауылдарҙа өйләнмәгән 30 – 50 йәшлек буйҙаҡтар күп. Яңғыҙ ҡалған еңгәләре өҙгөләнеп донъя көткәндә, буйҙаҡ ҡәйнештәре тыныс ҡына йәшәй бирә. Ә был осраҡта ни эшләп төҫ ташламаған еңгәһенә өйләнеп, балаларын тәрбиәләшмәҫкә? Ир-аттың үҙенә сауап ҡына булыр ине. Бәлки, бындай осраҡтарҙа тап өлкәндәр­ҙән өлгө алып, элекке йолалар­ҙы тергеҙергә кәрәктер?

Милә БИЛАЛОВА.
Хәйбулла районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”