30.03.2012 Ҡырҡалар, бысалар…
ҡыҙы-ыҡ кешеләр йәшәй ул беҙҙең Ер йөҙөндә. Бер нисә көн элек кенә республика вуздарының бер студенты, «бәхетһеҙ мөхәббәт» кисереп, үҙенең енси ағзаһын ҡырҡҡан, тигән хәбәр ишетелде.
21 йәшлек ҡанһыраған иҫерек егетте урамда тапҡандар. Уның ҡарҙа күпме ятыуы билдәһеҙ. Дауаханала, бер аҙ айнығас, үҙен-үҙе шулай язалауын һөйләй. Тик табиптар ағзаһын кире тегеп ҡуйыр ине, кәрәк «өлөш» егетте тапҡан ерҙә булмаған. Хәҙер мәжнүндең ғүмеренә ҡурҡыныс янамай ҙа ул, әммә инвалид булып ҡалды.
Шундайыраҡ хәл бынан бер нисә йыл элек тә теркәлгән. 2009 йылда бер яҡташыбыҙ һөйгән ҡыҙы менән айырылышыу ҡайғыһынан енси ағзаһын ҡырҡҡан булған. Үҙенең бер ҙә донъя менән хушлашҡыһы килмәй, «Тиҙ ярҙам»ға хәбәр итә һалған. Ярай әле табиптар, уникаль операция яһап, ағзаны «законлы» урынына кире тегеп ҡуйған.
Австрияла иһә бер эшһеҙ автоматик бысҡы менән бәкәлдән саҡ ҡына өҫтәрәк аяҡтарын бысып ташлаған. Ташлаған тигәс тә, әллә ҡайҙа ситкә быраҡтырмаған – эҫе духовкаға тыҡҡан. Шунан… «Тиҙ ярҙам» саҡыртҡан. Бер ҙә үлгеһе килмәгән инде. Табиптар ҡанға батҡан ирҙе лә, яна яҙған аяҡтарҙы ла дауаханаға алып киткән. Әммә кире тегеп ҡуя алмағандар – духовка ярайһы ғына ҡыҙыу булған шул.
Ниндәй сәбәптәр этәргән ирҙе бындай юлға, тиһегеҙме? Урындағы киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, хеҙмәт инспекцияһының медицина комиссияһы эшһеҙҙең хеҙмәткә яраҡлы-яраҡһыҙлығын тикшерергә тейеш булған. Ир эшләргә теләмәйенсә, аяғын бысҡан була. Ғибрәт һәм оят!
Бына шундай сәйер кешеләр араһында йәшәйбеҙ, йәмәғәт!
Айсын АҡБУЛАТОВА.