30.03.2012 Башҡорт рәссамына – юғары исем
РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән рәссам, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Хәтип Фазыловҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде.
Хәтип Сәрүәр улы был юғары наградаға һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булған.
Милләттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ.