27.03.2012 Башҡортостанды өйрәнгән донъялағы берҙән-бер ғилми учреждение
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары башҡорт халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен, бай фольклорын һаҡлау һәм танытыу буйынса киң ҡоласлы эш алып бара
РФ Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ошо көндәрҙә үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бай тарихҡа эйә был ғилми учреждениеның халҡыбыҙ, республика тарихындағы әһәмиәте нимәлә? Институт директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА менән әңгәмәлә һүҙебеҙ ошо хаҡта.
– Һүҙебеҙҙе институттың үткәненән башлайыҡ. ҡасан, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килә ул?
– Институт башта «Башҡорт милли мәҙәниәт институты» тип атала. Был уның тәүге исеме. Ғөмүмән, иң тәүҙә ул академия үҙәгендә бер бүлек кенә булған. Башҡорт комплекслы институтында өс йүнәлеш була: ауыл хужалығы, химия, биология һәм тел проблемалары менән мәҙәниәт. 1932 йылда уларҙың һәр береһе үҙ аллы институт булып китә. Башҡорт милли мәҙәниәт институты шулай барлыҡҡа килә. Һуңынан ул Тел һәм әҙәбиәт институты тип үҙгәртелә. Артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тип йөрөтөлә. 1951 йылда Советтар Союзының Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы барлыҡҡа килгәс, бөгөнгө исеме менән йөрөтөлә башлай.
Шулай итеп, институттың тарихы 1932 йылдан башлана.
– Бөгөн һеҙҙең алда ниндәй маҡсаттар тора? Ниндәй йүнәлештәр буйынса ғилми тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып барыла?
– Институтта йәмғеһе ете бүлек бар: тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, этнология, археология, хәҙерге тарих, тарих һәм мәҙәниәт тарихы. Һәр бүлектең үҙенә күрә элек-электән килгән республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн эшләгән йүнәлештәре бар. Тел бүлеген алайыҡ. Тәүге көндәрҙән алып орфография, яҙыу тарихын өйрәнгәндәр. Башҡа бер вуз да бының менән шөғөлләнмәгән. Әйтәйек, борон Башҡортостанда ғәрәп графикаһы менән яҙғандар, һуңынан уға башҡорт теленә яраҡлаштырылған хәрефтәр индерелгән, артабан – латин графикаһына, аҙаҡ рус графикаһына – кириллицаға күскәндәр. Тәбиғи, яҙыу менән бергә дөрөҫ яҙыу тәртибе, ҡағиҙәләре булырға тейеш. Бының өҫтөндә йәнә институт хеҙмәткәрҙәре эшләй. 30-сы йылдарҙа ҡасим Әхмәров ағай ошо эшкә тотона һәм 1942 йылда орфография буйынса һүҙлек сығара. Ошо һүҙлек артабан яңыртыла, өҫтәлә, орфография камиллаштырыла. 1981 йылда Әкрәм ағай Бейешев эшләгән яңы орфография ҡабул ителә. Беҙҙең институт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән яңы орфографик һүҙлек 2004 йылда донъя күрә. Бына был – бер йүнәлеш.
Икенсе йүнәлеш – диалектология. Элек иҫке төрки телендә уҡытҡандар, ә ул һөйләш теленән бөтөнләй айырыла. Уҡытыу теле, дәреслектәр теле, яңы әҙәби телдең формаларын булдырыу, һүҙлектәр эшләү өсөн диалекттарҙы өйрәнергә кәрәк. Ошо маҡсаттан сығып, 20-се йылдарҙа институт белгестәре бөтә Башҡортостан буйлап экспедицияларға сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта был экспедициялар ҡайһы бер райондарҙағы халыҡ һөйләшенең башҡорт теленең диалекты булыуын, шуның менән бергә бындағы халыҡтың башҡортлоғон иҫбатлағандар. Бөгөн башҡорт телендә бер нисә һөйләште үҙ эсенә алған өс диалект бар икән, улар тап шул йылдарҙа билдәләнгән. Ошо экспедицияларҙың һөҙөмтәһе булараҡ 60 – 70-се йылдарҙа диалектологик һүҙлектәр, атлас эшләнә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диалектологик атласты ваҡытында сығара алмағандар һәм ул 2005 йылда ғына донъя күрҙе. Нәжибә апай Мәҡсүтова, Сәриә апай Миржанова, Урал ағай Нәҙерғолов, Миндияр ағай Дилмөхәмәтов, уларға тиклем беҙҙең институтта Т. Байышев, З. Шакиров, Н. Ишбулатовтар, ә дөйөм тел ғилемендә Ж. Кейекбаев – диалектологияны ныҡлап өйрәнгән ғалимдар.
Өсөнсө мөһим йүнәлеш – терминдар менән эшләү. Белеүебеҙсә, тәүҙә беҙҙең телебеҙҙә боронғо һәм дөйөм төрки, ғәрәп-фарсы терминдары өҫтөнлөк иткән. Совет осоронда иһә рус теленән, Европа телдәренән терминдар күпләп ҡулланыла башлай һәм ғәрәп-фарсы терминдары менән берлектә үҙебеҙҙең боронғо терминдарыбыҙ ҙа телдән алып ташлана. Телдә шундай үҙгәрештәр башланғас, терминдар өҫтөндә эш башлана. Иң беренсе булып был өлкәлә Ғ. Дәүләтшин менән Х. Әбдрәшитов эште башлап ебәрә, һуңынан ҡасим Әхмәров, Таһир Байышев дауам итә. Улар математика, физика, химия фәндәре, шулай уҡ медицина, музыка, кәсепселек буйынса терминдарҙы асыҡлай, өйрәнә һәм терминологик һүҙлектәр төҙөй. Заман үҙгәргән һайын, тел дә үҙгәрә, телебеҙгә яңы терминдар килеп инә. Шулай итеп, был йүнәлештә лә эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Был эш бигерәк тә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закон ҡабул ителгәс әүҙемләште.
Беҙ Рәсәй дәүләтендә йәшәйбеҙ, шунлыҡтан ике телле халыҡ булып иҫәпләнәбеҙ, был иһә үҙ сиратында ике телле һүҙлектәргә ихтыяж тыуҙыра. Николай Дмитриев редакторлығында тәүге русса- башҡортса һүҙлек 1948 йылда донъя күрә. 1964 йылда тағы бер һүҙлек сыға һәм әлеге ваҡытта 2005 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Зиннур Ураҡсин етәкселегендә беҙҙең телселәр төҙөгән ике томлыҡ русса-башҡортса һүҙлек менән ҡулланабыҙ. Тәүге башҡортса-русса һүҙлек иһә 1958 йылда, икенсе һүҙлек 1996 йылда баҫыла. Бынан тыш, Әкрәм Бейешев етәкселегендә институт ғалимдары көсө менән башҡорт теленең ике томлыҡ аңлатмалы һүҙлеге төҙөлә. Былар барыһы ла бик күп көс, ваҡыт һәм эҙләнеү талап иткән хеҙмәт емештәре.
– Әле ниндәй һүҙлектәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Әле иһә бөтөнләй яңы быуатта йәшәйбеҙ, тормош туҡтауһыҙ алға бара, телдә лә ниндәйҙер һүҙҙәр төшөп ҡала, яңылары өҫтәлә, мәғәнәләре үҙгәрә. Тимәк, яңы һүҙлектәргә ихтыяж тыуа. 2006 йылда башҡорт теленең ун томлыҡ академик һүҙлеге өҫтөндә эшләй башланыҡ, 2011 йылда уның ике томы донъя күрҙе. Әлбиттә, быға өлгәшеүе еңел булманы. Һүҙлек кәрәкмәй, башҡорт телендә һүҙлектәр күп, тип мөрәжәғәттәремде кире ҡағыусылар ҙа табылды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Һүҙлек кәрәк!!!» тип ҡултамға ҡуйып сығарғас ҡына, эштәр яйланып китте. Һүҙлек барлығы ун томдан торасаҡ. 2016 йылда беҙ уның бөтә томдарын да сығарып бөтөргә ниәтләйбеҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һүҙлектең баш һүҙе дүрт телдә бирелә: туған телебеҙ – башҡорт телендә, дәүләт теле булараҡ рус телендә, донъя теле булған инглиз телендә һәм төрки халыҡтары араһында иң таралған тел булған төрөк телендә. Һүҙҙәрҙең аңлатмалары иһә башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә. Ни өсөн рус телендә бирәбеҙ һуң? Сөнки барыһы ла, айырыуса йәштәр, башҡорт һүҙҙәренең бар мәғәнәһен дә белеп бөтмәй. Яңы быуын телебеҙҙең бар байлығын күрһен өсөн аңлатмаларҙы рус телендә лә бирҙек. Һүҙлеккә башҡорт телендәге барлыҡ һүҙҙәрҙе лә алырға тырышабыҙ. Унда диалект һүҙҙәр ҙә, боронғолары ла, үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә инә. Төшөп ҡалған йәки яңы барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе һуңғы томға индерербеҙ, тип уйлайым. Һүҙлек – ғалимдар өсөн генә түгел, тотош халыҡ яҙмышында әһәмиәтле мәҙәни күренеш ул. Ун томлыҡ һүҙлеге булған халыҡ оло ихтирамға лайыҡ. Ул – ҙур тел, республиканы күтәрә торған тел.
– Һуңғы йылдарҙа беҙ ҡулдан яҙыуҙы онотоп барабыҙ, буғай, һәр беребеҙҙең алдында компьютер. Тәүҙәрәк унда башҡортса хәрефтәр булмаһа, хәҙер иһә төрлөләре бар. Компьютерға башҡортса яҙыуҙы индереүҙә институт хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығы бармы?
– Эйе, телселәрҙең тағы бер яңы йүнәлеше – ул компьютер лингвистикаһы. Бөгөн компьютерға индерелмәгән телдең киләсәге юҡ. Сөнки беҙ компьютер донъяһында йәшәйбеҙ, шуның менән эшләйбеҙ, аралашабыҙ, уҡыйбыҙ һ.б. Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалабыҙ, бар байлығында йәш быуынға тапшырабыҙ тибеҙ икән, беҙ уны компьютерға яраҡлаштырырға тейешбеҙ. Ошо маҡсаттан сығып, институтта лингвистика һәм информацион технологиялар лабораторияһы астыҡ. Һөҙөмтәлә бөгөн башҡорт телендәге 60-лап һүҙлек компьютерға индерелгән. Компьютер менән эшләгәндә уларҙы ҡулланырға мөмкин.
– Тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы һәм халҡыбыҙ өсөн файҙалы проекттар өҫтөндә эш алып барыла?
– Тарих йүнәлешенә килгәндә, уның бер нисә тармағы бар: тәүгеһе – башҡорт халҡының тарихын яҙыу. Әлегә тиклем борон-борондан алып башҡорт халҡының тарихы эҙмә-эҙлекле рәүештә яҙылғаны булмаған. Әлбиттә, был бик ҙур проект, уны беҙҙең ғалимдарыбыҙ, ғилми хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙҙәре генә атҡарып сыға алмай. Шунлыҡтан Башҡортостан вуздары уҡытыусыларын, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе һәм башҡа яҡтарҙан ғалимдарҙы йәлеп иттек. 2009 йылда уның I томы донъя күрҙе. Уныһы – боронғо тарих. 2010 йылда бишенсе томын ҡулға алдыҡ. Бында республиканың автономия алыу осоро, Зәки Вәлиди етәкселегендәге автономия өсөн көрәш сағыла. 2010 йыл Республика йылы тип иғлан ителгәнлектән, был том башҡаларҙан алдараҡ баҫмаға әҙерләнде. 2011 йылда 3-сө, 4-се, 6-сы томдары нәшер ителде. Быйыл иһә һуңғы томдар нәшриәткә әҙерләнә. Шуның менән был проект тамамлана.
Бынан тыш, республика тарихын яҙыу беҙҙең өҫтә. 2000 йылдарҙа беҙ уның яңы осор, яңы ҡараш менән яҙылған дүрт томын сығарҙыҡ. Күптән түгел «Башҡорт халҡының антропологияһы» донъя күрҙе, археология буйынса хеҙмәттәр сыҡты. Бына шулай итеп, һәр йүнәлештең үҙ бурысы, үҙенә генә тәғәйен эше бар.
Фольклорсыларыбыҙҙың хеҙмәтен халыҡ яҡшы белә, «Башҡорт халыҡ ижады» 3, 12, 18 томлыҡ булып, бер нисә тапҡыр сыҡҡаны бар, әлеге ваҡытта уның 36 томлығы әҙерләнә. 36 томлыҡтың 13 томы донъя күрҙе лә инде. Был томлыҡтарға халыҡ ижадының халыҡтан йыйып алынған һәм яңыртылған, байытылған иң аҫыл өлгөләре генә индерелгән. Бынан тыш, «Әлшәй фольклоры», «Дәүләкән фольклоры», «Борай фольклоры» һ.б. тип айырым төбәктәрҙең халыҡ ижадын үҙ эсенә алған алты китап сығарҙыҡ. Йәғни халыҡтан йыйған байлыҡты халыҡҡа ҡайтарыу менән шөғөлләнәбеҙ.
Әҙәбиәтселәр 90-сы йылдарҙа «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның алты томлығын сығарҙы. Заманалар үҙгәрҙе, хәҙер әҙәбиәткә бөтөнләй икенсе ҡараш, башҡаса баһа бирелә. Бөгөнгө күҙлектән сығып, улар «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның VII томын һәм рус телендә өс томлығын әҙерләй.
– Белеүемсә, институттың үҙенең ҡулъяҙмалар фонды ла бар…
– Һуңғы йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондының эше яйға һалынды. ҡулъяҙмалар – ул беҙҙең баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙ. Унда хатта XIV быуатҡа ҡараған ҡулъяҙмалар бар. Был яҙмаларҙың барыһы ла ғәрәп графикаһы менән яҙылғанлыҡтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы барыһы ла уҡый алмай, быны белгестәр генә эшләй ала. Шуға күрә бөгөн уларҙың тик 20 проценты ғына эшкәртелгән. ҡалғандарында әле халыҡҡа еткерелмәгән күпме хазина йәшеренгән. Улар өҫтөндә эшләү өсөн белгестәр кәрәк. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә улар етешмәй. Башҡорт дәүләт университетында белгестәр әҙерләй башланылар-башлауын, әммә ҡулъяҙмаларҙы, иҫке китаптарҙы уҡыу өсөн ҙур ғына тәжрибә лә кәрәк. Хатта махсус белеме булғандарҙың барыһы ла уларҙы уҡый алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡулъяҙмалар өҫтөндә эш дауам итә, булғандарын уҡып, халыҡҡа еткерергә тырышабыҙ. Ата-бабаларынан ҡалған боронғо китаптарҙы әлегәсә һаҡлап тотҡан һаҡсыл ғаиләләр ҙә бар. Ошондай ҡулъяҙмаларҙы эҙләп, райондарға экспедициялар ойошторола.
– Һәр йүнәлеш буйынса алып барылған был эҙләнеүҙәрҙең, тикшеренеүҙәрҙең дөйөм әһәмиәте нимәлә?
– Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында алып барылған һәр бер тикшеренеү барыһы бергә туплана һәм һөҙөмтәлә башҡорттоң башҡортлоғон танытырға, республикабыҙҙың дәүләтселеген булдырыуға булышлыҡ итә. ҡайһы берәүҙәр беҙҙең институтҡа тармаҡ институты тип кенә ҡарай. Медицина, химия һәм башҡа өлкә буйынса тармаҡ институттары Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла һәм башҡа ҡалаларҙа ла бар. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты – Башҡортостанды, башҡортто, уның телен, мәҙәниәтен, тарихын махсус рәүештә өйрәнгән берҙән-бер академик институт ул. Донъяла берәү, башҡа бер ерҙә лә юҡ.
– Институт тарихында ҙур эҙ ҡалдырған ғалимдар тип кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?
– Ысынлап та, һәр быуындың үҙенә күрә йондоҙҙары була. Шундай кешеләр иҫәбенә иң беренсе Ғабдулла Амантайҙы индерер инем. Ул беҙҙең институттың икенсе директоры булған. Беренсенән, ул – фольклорсы, икенсенән, телде өйрәнеү буйынса экспедицияларҙы ойоштороусы. Халҡыбыҙҙың тел байлығын туплауҙа уның роле ғәйәт ҙур. Ғабдулла Амантайҙың тағы бер ҙур ҡаһарманлығы – ул Мәскәүҙән репрессияланып килгән ғалимдарҙы эшкә алған. Мәҫәлән, Матвей Любавскийҙы. Ул Мәскәү университетының ректоры, Рәсәй (ул ваҡытта Советтар Союзы) академияһының мөхбир ағзаһы булған. Ул репрессияланып, эшкә урынлашыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, Өфөгә ебәрелгән була. Шул кешене Ғабдулла Амантай эшкә алған, һәм Матвей Любавский беҙҙең тарих буйынса күп хеҙмәт яҙған. Бөгөн уның ер мәсьәләһе, Башҡортостан тарихы, башҡорт ихтилалдары буйынса хеҙмәттәренең әһәмиәте ҙур. Институтта эшләп йөрөгәнен белеп ҡалғас, Ғабдулла Амантайҙы уны эштән ебәрергә мәжбүр итәләр. Әммә эштән ебәргән хәлдә лә ул Любавскийҙы ярҙамынан ташламай, аҙыҡ-түлек алып барып тора. Был ғалимдар араһындағы теләктәшлекте, бер-береһен яҡшы аңлауын күрһәтә. Минеңсә, Ғабдулла Амантай шундай ҙур ғалимдарҙы йәлеп итеп, уларҙы эшләтә алыуы менән институттың мәртәбәһен арттырған. Шуға ла уның институт тарихында үҙ урыны бар.
Тағы ла Таһир Ғәлләм улы Байышевты шундай күренекле ғалим тип һанайым. Ул хатта институтта эшләмәгән осорҙа уҡ экспедицияларға йөрөй башлай һәм Башҡортостандың бөтә ауылдарын йөрөп сыға, диалекттарҙы өйрәнә, төньяҡ-көнбайыш халҡын өйрәнә, уларҙың башҡорт икәнлеген иҫбатлай. Ғалим булараҡ бик ҙур эш башҡарған ул. Экспедицияларҙа йыйған материалдарының әлегә бер өлөшө генә баҫылған, файҙаланмағандары әле әллә күпме. Заманында үҙе бер китабын баҫтырыуға өлгәшкән, 2000 йылдарҙа беҙ уның ике китабын әҙерләп сығарҙыҡ. Әле экспедиция материалдары барыһы ла сығып бөтмәгән, хаттары ята. Киләсәктә шуларҙы алып, өйрәнеп, эшләрбеҙ тигән ниәтебеҙ бар. Был хаттар уның гражданлыҡ позицияһын, милләтебеҙ өсөн янып йөрөгән шәхес булыуын күрһәтә. Ғалим-диалектолог ҡына түгел, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының яҙмышы өсөн янып йөрөүе уны ҙур шәхес итә.
Артабан институт тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ҙур ғалимдар исемлегенә Әхнәф Ибраһим улы Харисовты индерер инем. Уның бөйөклөгө – боронғо ҡулъяҙмаларҙы беренселәрҙән булып йыйып, өйрәнеп, боронғо башҡорт әҙәбиәтен яҙыуҙа. Әгәр ҙә Таһир Байышев ағай халыҡ телен халҡыбыҙҙан йыйып тарихҡа индерһә, Әхнәф Харисов ҡулъяҙмалар менән мәҙәниәтебеҙҙе байытҡан. Һәм улар Кирәй Мәргән менән бергәләп иң беренсе булып «Башҡорт халыҡ ижады»ның өс томын ташҡа баҫып сығарған.
Башҡа өлкәләрҙе алып ҡараһаҡ, халҡыбыҙ һәм институт тарихында бик ҙур роль уйнаған кешеләр – Раил Ғүмәр улы Кузеев һәм Наил Вәли улы Бикбулатов. Улар этнографтар. Был ғалимдар ҙа һәр башҡорт ауылында йөрөп сыҡҡан кешеләр. Улар ауылдан-ауылға йөрөп, ырыу тамғаларын, ырыу-ара исемдәрен, ырыу атрибутикаһын йыйған. Быларҙың һөҙөмтәһе булып «Башҡорт халҡының килеп сығышы», «Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһы» тигән китаптар донъя күргән. Наил Вәли улы сигеү өлгөләрен дә йыйып, китап итеп сығарҙы. Улар, Руденконан ҡала, беҙҙең этнография фәненә нигеҙ һалыусы бөйөк ғалимдар.
Яңы быуын ғалимдарыбыҙҙы алғанда, Ғайса Хөсәйенов, Зиннур Ураҡсин, Нәжибә Мәҡсүтова, Фәнүзә Нәҙершина, Сәриә Миржанова, Анатолий Пшеничнюктар үҙ осоро өсөн бик күп эш башҡарған. Ғайса ағай менән Фәнүзә апай әле лә йыл да бер китап сығарып тора. Оҙаҡ йылдар арымай-талмай эшләүҙәренең, эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе улар. Был ғалимдарҙың барыһы ла – ауылдан килеп, ауырлыҡтар аша үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы, ныҡышмалылығы менән институттың мәртәбәһен, данын арттырған олуғ шәхестәр.
– Инситуттың юбилейын ҡасаныраҡ үткәрергә уйлайһығыҙ?
– Әле беҙ ниәтләгән эштәребеҙҙе, әҙерләнә башлаған проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүлбеҙ. Тантананы ошо әҙерлек эштәре тамамланыуға табан, июнь аҙаҡтарына билдәләгәнбеҙ. Традиция буйынса унда ғилми-ғәмәли конференция, тантаналы йыйылыш үтәсәк.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.