RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл хужалығы техникаһы күпме тора?

27.03.2012 Ауыл хужалығы техникаһы күпме тора?

Ауыл хужалығы техникаһы күпме тора?
Баш ҡалабыҙҙың «Өфө-арена» майҙанында «АГРОКОМПЛЕКС – 2012” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтеүе хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Дүрт көн барған сарала ауыл хужалығында ҡулланылған заманса техника ӨлгөлӘре күҙҙең яуын алып торҙо. Үҙ эше менән ашыға-ашыға ҡайҙалыр китеп барыу­сылар, аҙ ғына булһа ла ваҡытын бүлеп, күргәҙмәгә ҡуйыл­ған трактор­ҙар, комбайндар менән танышырға тырышты.
Үҙем дә ауылда тыуып үҫеп, бәләкәйҙән ауыл эше менән булышып йәшәгәнгә күрә бындай ҡорамалдарҙың, заманса тракторҙар­ҙың кәрәклеген асыҡ күҙ алдына килтерәм. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әле үҫмер саҡта ҡулға һәнәк йә көрәк тотторғанда: “Их, булһын ине ул үҙе ҡаҙа, тейәй торған техникабыҙ. Мин, исмаһам, әле ял итер, көсөмдө түгеп интекмәҫ инем”, − тип уйлана инем. Күргәҙ­мәне ҡарап сыҡтым да, бөгөн ниндәй трактор теләһәң – шуны алып була, тик аҡсаң, эшләргә теләгең генә булһын, тигән фекергә килдем.
Күргәҙмәлә ауыл хужалығы техникаһының ниндәйе генә юҡ. Улар башҡарған эш һанап бөткөһөҙ: ерҙе эшкәртә, сәсә, йыя, химикаттар, ашламалар һибә һәм, әлбиттә, йөк ташый. ҡыҫҡаһы, тырыш кеше ябай ғына трактор ярҙамында әллә күпме эш башҡара ала.
Заманса тракторҙар бай йыһазландырылған. Хәҙер уларҙың кабиналары сит ил еңел машиналарыныҡынан һис тә ҡалышмай тиерлек. Бар ерҙә пластик ҡулланылған, йомшаҡ ултырғыс ҡуйылған, двигатель тауышы ла бөтөнләй тиерлек үтеп инмәй. Иркенләп ултырып эшләү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, ти халыҡ мәҡәле. Был ҡағиҙә трактор һайлаған ваҡытта ла бик урынлы. Уларҙың хаҡы ла төрлөсә. Әлбиттә, күп функциялы сит ил тракторҙарының хаҡы миллионлаған һум менән иҫәпләнә. Ауыл ерендә йыш осраған МТЗ − 80 тракторы 590 мең һум торһа, МТЗ − 82 тракторын 665 мең һумға алырға мөмкин. Шул уҡ тракторҙың көсәйтелгән үҙәклеһенең хаҡы 30 мең һумға юғары. Ә барыһына ла билдәле экономиялы Т−25, Т−16 тракторҙарын хәтерләткән “Агромаш 30ТК” һәм “Агромаш 30СШ” (алдында арбаһы бар) моделдәре 520 мең һумға тәҡдим ителде.
Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән мини-тракторҙар һәм мотоблоктар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бөгөн ауыл ерендә мотоблок һатып алыусылар арта. Уның менән бесән сабып та, йөк ташып та була. Яҙғыһын баҡсала эшләп, ҙур-ҙур майҙандарҙың ерен “һә” тигәнсе йомшартып сығырға мөмкин. Яғыулыҡты ла күп талап итмәй.
Үҙенең бәләкәй генә хужалығы булғандарға мини-тракторҙарҙың да файҙаһы күп булыр. Мәҫәлән, бер цилиндрлы “Уралец” тракторы 130 мең һум тора. Уға 16 ат көслө дизель двигателе ҡуйылған. Шул уҡ мини-тракторҙарҙың ике, өс цилиндрлылары, көслөләре лә бар. Уларға сегментлы бесән сапҡыс, һабан, тырма, картуф сәсеү һәм күмеү өсөн ҡорамалдар, арба тәҡдим ителә. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған бындай техника уртаса 200 − 250 мең һумға төшә. Яңы ғына үҙ эшен башлап тороусыларға был хаҡ бик отошло булыр һымаҡ. ҡорамалдары менән ҙур трактор алырға әллә нисә йыл миллион һумға яҡын аҡса йыйғансы, мини-трактор алып, күп эш башҡарып була. Уның тонна ярым ауырлыҡ күтәргән арбаһы ла арыу ғына йөктө һыйҙыра. Бындай трактор­ҙар баҡса эштәрендә лә отошло – үҙҙәренең ауырлығы еңел булғас, тупраҡты артыҡ иҙмәй.
Бөгөн кешелек физик көстө аҙыраҡ ҡулланыу, ҡул көсөн ҡулланыу­ҙы техника менән алмаштырыу яҡлы. Сөнки һуңынан юғалған һаулыҡты бер ниндәй байлыҡ менән дә кире ҡайтарып булмай. Шуға ла һәр кем үҙенең эшенә кәрәкле ауыл хужалығы техникаһын алып тотон­һон, файҙаһын күрһен.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”