23.03.2012 Һарыҡты кем урлаған?
Ошо көндәрҙә Туймазы районының Уяҙытамаҡ ауылынан 80 йәшлек ҡарт бер юлы ун һарығы юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итә. Кемдер көпә-көндөҙ һарайынан малдарҙы ҡыуып алып сығып киткән. Полиция йәһәт кенә тикшереү эшен башлай. Асыҡланыуынса, ҡарттың ейәне малға ҡул һуҙырға йөрьәт иткән икән. Ул һарыҡтарҙы тапшырып, аҡса эшләргә булған.
Һарыҡ ҡарағы быға тиклем урлашҡаны өсөн ике тапҡыр хөкөм ителгән. Ә хәҙер, күрәһең, өсөнсөһө өҫтәлер.
Мәҙинә ХӨСӘЙЕНОВА.