RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.03.2012 Бүләккә фатир!

Мурманск эшҡыуары Анатолий Буднюк инвалид бала тәрбиәләүсе йортһоҙ ҡатынға ике бүлмәле фатир һатып алып бирә
Бүләккә фатир!
Силәбелә йәшәүсе 35 йәшлек Александра Борматова – был тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күргән ҡатын. Ул зәғифтәр интернатында үҫкән. Кейәүгә сыҡҡас, ире уны бәләкәс кенә инвалид балаһы менән ташлап киткән. Шунан нисек тә булһа йән аҫрарға тырышҡан ҡатын дауаханала санитарка булып эшләй башлаған – ни тиһәң дә, дауахананан ятаҡ алыу мөмкинлеге бар.
Тик ятаҡтағы кескәй генә бүлмәне алыу ҙа рәхәт түгел икән – әсә менән инвалид баланы былай ҙа бер ғаилә йәшәгән бүлмәгә урынлаштырғандар. Ятаҡ бүлмәһен шаршау менән бүлеп йәшәгән ике ғаилә тормошон күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде. Йәшәр әмәлдәре ҡалмағас, Александра эштән бушаған арала бер кабинеттан икенсеһенә, ярҙам һорап, чиновниктарға йөрөй. Тик ас ҡайғыһын туҡ беләме ни – бер кем дә шул тиклем ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам итергә йыйынмай. Имеш, улар булған ятаҡ бүлмәһен хосусилаштырып һатырға ла, яңы фатир алырға тейеш. Ике ғаиләгә бирелгән бер бүлмәне һатып, фатир алыуҙың мөмкин түгеллеген аңлатып тороуы ла артыҡ. Александраның юлына осраған чиновниктарҙан башҡаларға, әлбиттә.
Ярай әле халыҡҡа ярҙам итергә көсө булған журналистар бар. Улар ауыр хәлдә ҡалған ғаилә тураһында репортаж әҙерләп күрһәтә. Йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан репортажды Мурманск ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Анатолий Буднюк та күреп ҡала һәм инвалид бала ҡараусы ғаиләгә кисекмәҫтән ярҙам итергә була. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Силәбегә килеп, риэлторҙар яллап, ике бүлмәле фатир һатып алып, Александраға бүләк итә. Әсә менән ҡыҙҙың ҡыуанысын күрһәгеҙ ине! Ете квадрат метрҙан һуң ике бүлмәле фатир футбол майҙаны кеүек тойолғандай!
– Был ғаиләнең яҙмышында мине иң аптыратҡаны – чиновниктарҙың битарафлығы. Фатир өсөн түккән 1 миллион 800 мең һум аҡса миңә бөтөнләй йәл түгел. Беренсенән, ярҙам итергә мөмкинлегем бар, икенсенән, үҙем ағас йортта ауыр шарттарҙа үҫтем. Бай булып тыуманым, тәүҙә баҙарҙа сумкалар, футболкалар һатырға ла тура килде. Хәҙер үҙемдең медицина үҙәгем һәм стоматология клиникам бар, – ти эшҡыуар.
Сит кешеләргә фатир тиклем фатир алып биреү өсөн тотонған аҡсаһын Анатолий Буднюк та берәй сит илгә, иң ҡиммәтле отелгә ял итергә барып, туҙҙырып ҡайта ала ине. Тик уның кешелеклелеге, кеше ҡайғыһын аңлай белеүе шул тиклем ауырлыҡтар күргән ғаиләне «ҡыйыҡлы» итте. Буднюк кеүек кешеләр беҙҙең йәмғиәттә күберәк булһын ине. Кемдер өсөн әллә ни әһәмиәтле лә тойолмаған сумма башҡа берәүҙе сикһеҙ бәхетле итә ала икән, ни өсөн ярҙам итмәҫкә?! Байлыҡ менән дә, хәйерселек менән дә һынай бит беҙҙе Хоҙай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”