RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ хоҡуғыбыҙҙы беләйек!

16.03.2012 Үҙ хоҡуғыбыҙҙы беләйек!

Һатып алыусыларға кәңәштәр
Магазиндан алған сыр йәки колбаса иҫкергән булып сыҡтымы? Юҡ, уны ташларға ашыҡмағыҙ. Был сифатһыҙ аҙыҡты магазинға тапшырып, аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы ышаныслы рәүештә талап итә алаһығыҙ. Әгәр ҙә һатыусы баш тарт­һа, һеҙ уға Рәсәй Федерацияһының “ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Законының 18-се статья­һы хаҡында еткерегеҙ. Уға ярашлы, сифатһыҙ тип табылған тауарҙы кире ҡайтарырға мөмкин.
Әйткәндәй, иҫкергән йәки брак тауарҙы ғына түгел, төҫө, формаһы, үлсәме һ.б. буйынса тура килмәгәнен дә ҡайтарырға була (Рәсәй Федерацияһының “ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында” Законының 25-cе статьяһы). Тик ҡулығыҙҙа тауарҙың чегы булһын. Һеҙгә, дәғүәгеҙҙе белдереп, ике дана ғариза яҙырға кәрәк. Әгәр ҙә уны төҙөү ҡыйынға тура килһә, БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты йәки «Роспотребнадзор» белгестәре ярҙамға килер.
ҡайһы осраҡта, тауарҙың брак булыуын йәки һатыусы ғәйебе менән сифатһыҙ килеш һатылғанын раҫлар өсөн, экспертиза үткәрергә лә тура килә. Әгәр ҙә әйберҙең гарантия талоны булмаһа, уны үҙ иҫәбегеҙгә эшләтергә кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә экспертиза, тауарҙың, ысынлап та, сифат­һыҙ икәнлеген дәлилләһә, һеҙгә тауарҙың һәм экспертизаның тулы хаҡын ҡайтарыр­ға, шулай уҡ әхлаҡи зыян өсөн аҡса түләргә тейештәр. Ә бына тауар һеҙҙең ғәйеп менән боҙолған икән, тимәк, аҡсағыҙҙы ҡайтара алмаясаҡһығыҙ.
Әгәр ҙә тауар брак булһа, гарантия ваҡыты үтмәҫ элек, һатыусыға ризаһыҙлығығыҙҙы белдерегеҙ. Һеҙ унан был тауар­ҙы ремонтлатып, алмаштырып йәки осһоҙ хаҡҡа биреүен талап итә алаһығыҙ. Дәғүәгеҙҙе һатыусы 7−10 көн эсендә ҡарап, йә аҡсаһын ҡайтарырға, йә алмаштырырға тейеш (Рәсәй Федерацияһының “ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында” Законының 21-cе статьяһы). Тауарҙы 45 көн эсендә ремонтлап бирергә тейештәр. Ә әлегә һеҙгә тап шул әйберҙең аналогы бирелә. Әгәр ҙә билдәләнгән ваҡытҡа аҡсағыҙҙы ҡайтармаһалар йәки тауарҙы ремонтлап бирмәһәләр, артабан­ғы һәр көн өсөн тауар хаҡының бер проценты күләмендә пеня арта.

Бөтә тауарҙарҙы ла кире ҡайтарып була икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Түбәндәге исемлектә һатыусыға тапшырырға мөмкин булмаған әйберҙәр күрһәтелгән. Ул 1998 йылдың 19 ғинуарында РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
– Йорт шарттарында дауалау һәм сирҙе профилактикалау саралары (металл, резина, текстиль һәм башҡа материалдан эшләнгән санитария һәм гигиена әйберҙәре, инструменттары, медицина приборҙары һәм аппараттары, ауыҙ ҡыуышлығы өсөн гигиена саралары, күҙлек линзалары, дарыу препараттары, балалар гигиенаһы тауарҙары).
– Шәхси гигиена әйберҙәре (теш щеткаһы, тараҡ, бигуди, парик, шиньон, сәс ҡыҫтырғыстар).
– Парфюмерия-косметик әйберҙәр.
– Текстиль тауарҙар (кизе-мамыҡ, ебәк, етен, йөн һәм синтетик туҡымалар, таҫмалар, селтәрҙәр), кабель продукцияһы (сымдар, шнурҙар, кабелдәр), төҙөлөш һәм биҙәү материалдары (линолеум, пленка, паркет һ.б.) һәм башҡа метраж менән һатылған тауарҙар.
– Трикотаж һәм тегелгән изделиелар.
– Һауыт-һаба.
– Көнкүреш химияһы, пестицид һәм агрохимикат тауарҙары.
– Мебель (гарнитурҙар һәм комплект­тар).
– ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән ҡиммәтле металл изделиелары.
– Автомобиль һәм мотовелотауарҙар, уларҙың тағылмалары, номер агрегаттары. Ауыл хужалығы эшен механизациялау өсөн кесе мобиль саралар. Суднолар һәм башҡа йөҙөү саралары.
– Гарантия ваҡыты булған көнкүрештә ҡулланылған техник тауарҙар (металл ҡырҡыу, ағас эшкәртеү станоктары. Көнкүреш электр приборҙары һәм машиналары. Радиоэлектрон аппаратура, көнкүреш иҫәпләү техникаһы. Фото һәм киноаппаратура, телефон аппараттары, электромузыкаль инструменттар, электрон уйынсыҡтар. Көнкүрештә ҡулланылған газ ҡорамалдары).
– Граждан ҡоралы, граждан һәм хеҙмәт ҡоралдарының төп өлөштәре, патрондар.
– Хайуандар һәм үҫемлектәр.
– Даими булмаған баҫмалар (китап, брошюра, альбом, карта, нота китабы, календарь, буклет һ.б.).

Түбәндәге тауарҙарҙа етди етешһеҙлек тапҡан осраҡта, ун биш көн эсендә кире ҡайтарырға йәки алмаштырырға мөмкин.
– Эске яныулы двигателле (электродвигателле) осоу аппараттары (самолет, вертолет).
– Еңел автомобиль, мотоцикл, мотороллер, эске яныулы двигателле транспорт саралары.
– Ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары (трактор, мотоблок һ.б.).
– ҡаргиҙгес һәм эске яныулы двигателле (электродвигателле) ҡар өҫтөндә йөрөү транспорты.
– Спорт, туризм суднолары, катер, яхта, кәмә, эске яныулы двигателе булған йөҙөү транспорты.
– Навигация һәм көнкүрештә ҡулланыл­ған сымһыҙ бәйләнеш ҡорамалдары.
– Система блоктары, стационар һәм портатив компьютер, ноутбук һ.б.
– Күп функциялы лазер ҡорамалдары, цифрлы идара ителеүсе мониторҙар.
– Телевизорҙар, проекторҙар.
– Цифрлы фото һәм видеокамера.
– һыуытҡыс, туңдырғыс, кер һәм һауыт-һаба йыуыу машинаһы, кофемашина, кондиционер, электр плитаһы, электр һыу йылытҡыс.

Сит илдә ял иткәндә хоҡуҡтарыбыҙ үтәлмәгән осраҡтар булыуы ихтимал. Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе белеү ҡамасауламаҫ.
– Турфирма менән килешеү төҙөгәндә уны ентекләп өйрәнегеҙ. Унда ҡунаҡхананың категорияһы, йәшәү һәм хеҙмәтләндереү шарттары күрһәтелгән булырға тейеш.
– Урынға килеп еткәс, килешеүҙә күрһәтелгән шарттар булмаһа, шундуҡ турфирмаға шылтыратығыҙ.
– Хоҡуҡтарығыҙ үтәлмәүен видеоға йәки фотоға төшөрөгөҙ. Унда мотлаҡ отелдең исеме күренһен.
– Сәйәхәттән ҡайтҡас, егерме көн эсендә турфирмаға һәм туроператорға, ризаһыҙлығығыҙҙы белдереп, ғариза яҙығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”