RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО

16.03.2012 УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО

УЛ ҮҘЕНӘ РУХИ ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО
Ултырып уйлаһаң, уй еткеһеҙ, буйың һонһаң, буй еткеһеҙ, ғәжәп иткәнгә – ғәжәп, хайран ҡалғанға – хайран. Эскән һыуҙамы хикмәт, әллә – тупраҡтамы? Әммә шуныһы хаҡ: беҙҙә таланттар, мәғДән кеүек, "ятышы", "ятышы" менән осрай. Ана Баймаҡтың Сыңғыҙ тигән ауылын ғына алығыҙ. Композиторы ла, бейеүсеһе лә, йырсыһы ла, ҡурайсыһы ла сыға тора унан. Ә шундағы Буранбай ауылы һуң? Унан иһә, сәсеп үҫтергәндәй, сәсән сығыр булыр. Ырыуҙар кимәленән ҡараһаҡ, "бөрйәнде яуға яратҡан, ҡатайҙы дауға яратҡан"; "бөр­йәндеке алдыра, ти, йырлап, таңға ҡалдыра, ти". "Йырлап, таңға ҡалдыра" тигәндән, Учалы яҡтарындағы ырыуҙар ҙа йырсылар­ға бай. Күбәләктәр иһә – бейеү, биҙәү-биҙәнеү оҫтаһы. Фәндә хәҙер фекерләүҙең "этник тибы", "фәлән этносҡа хас фекерләү" тигән төшөнсәләр ҡулланылғылай. Сәнғәти ижад хаҡында һүҙ барғанда, "эстетик фекерләүҙең этник үҙенсәлеге"н дә иҫәпкә алыу кәрәктер ул, моғайын. Бәлки, тимәксемен, сығышы, ойошоуы йәһәтенән үҙ тарихын "яҙған" этнос булараҡ һәр ырыу үҙенә генә хас "эстетик фекерләү тибы"на ла эйәлер. ҡалай булғас та, ошо хаҡта уйланырға урын бар. Уны хәл итеү әҙәбиәт белгестәренең генә ҡулынан килеп бөтмәҫ. Лев Гумилев тибындағы этнографтар, Дамир Вәлиев ише төпсөр фәлсәфәселәр, Гесиод Әминев кеүек психологтар, башҡаһы бер төпкә мисәүләшмәйенсә, эш сыҡмаҫтыр.

1. Табындар

"Әйтеүен әйттем. Әйттем дә ҡайттым", – тип кенә сикләнергә лә булыр ине. Һинең кәңәшеңде генә көтөп яталар, ти! Шул ғына етмәгәйне! Әммә нәфсем тынғы бирмәй. "Әйткәс, әйт!" – ти. Шуға ла, әгәр ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынып та, уны ҡайһы остан башларға аптыраусы булһа, мин: "Эште табындарҙан башлағыҙ, табындарҙан!" – тип әйтер инем. "Тема"ны анығырак һәм тарыраҡ итеп алырға теләүселәргә: "ҡапылда “Табын һәм башҡорт әҙәбиәте” тигән проблемаға ғына иғтибар итегеҙ!" – тип өҫтәр инем. Ни өсөн "проблема"? Үҙегеҙ хисап итегеҙ. Ошо ырыу, әйтерһең, шиңмәҫ әҙәби шишмә (тфү! Тфү! Күҙ тейә күрмәһен!). Унан быуын-быуын әҙиптәр сыға ла сыға, сыға ла сыға. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтан биргеһе генә лә – ике тиҫтәләп. Ә уға тиклем күпме булған? Уныһын Хоҙай үҙе генә белә. Бөгөн булһын бар донъяны хайран иткән Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаһын (VI – VIII быуаттар) ижад итешеүҙә лә ҡатнашманымы икән был табындар? Булһа булыр, был ырыуҙың ҡанбабаһы Төмән бейҙән (М. Өмөтбаев яҙып ҡалдыр­ған шәжәрәлә әйтелеүенсә, сығышы менән Истанбулдан булған) тыуған Майҡы бейҙең биләмәләре Йәнәсәй, Иртыш тартараҡ ятҡан, тиҙәр, бит. ҡырмыҫҡалы районындағы Үтәгән ауылында тыуып үҫкән академик Ғайса Хөсәйеновтың бер хәтирәһе иҫкә төштө: "Беҙ бәләкәй саҡта ауыл ҡарттары оҙон тәбәрәккә төшөп, боронғоларҙы телгә алһалар: "Олатайҙар Иртыш буйындағы Биштирәктә (Биш ҡайында) йәйләп ятҡанда", – тип һүҙ башлай торғайны". Сыңғыҙ нәҫеленән булған ике хан башҡорт бейҙәренә теш ҡайрай башлағас, Майҡы бейҙең улы Солтан бейҙән тыуған Әсәди бей менән Шәкәрле бей (тотош табындар башындалыр, моғайын), ҡасып китеп, ҡатай иленә юлыға, улар ер бирмәгәс, ун бер ырыулы Мең ҡәүеменә килеп һыйына.
Әйткәндәй, ҡырмыҫҡалы яҡтарына юл төшһә, Ибраһим ауылына һуғылмай үтмәгеҙ. Унда барып ингәс тә уң ҡулдағы күл ярында һеҙҙе Мөхәмәтсәлим Өмөт­баевтың музейы ҡаршы алыр. Уға инһәгеҙ, төпкө бүлмәһенең уртаһындағы терәүгә эленгән шәжәрәгә иғтибар итегеҙ. Түшәмдән иҙәнгәсә һуҙылған был шәжәрәне үҙ ҡулдары менән М. Өмөтбаев яҙған. Төмән хандан башланған "нәҫел ағасы"ның тармаҡтарына күпме затлы исем яҙыл­ған. Затлы. Сөнки, тармаҡты башлаусы үҙе дан ҡаҙанмаған сүрәттә лә, заманалар үтә килә, ошо тармаҡтың берәй осонан, ырыу ғына түгел, тотош халҡым ғорурланырлыҡ заттар яралған. Ул заттар араһында әҙәбиәтебеҙҙе әҙәбиәт итеүгә үҙенең тос өлөшөн индергән Мөхәмәтсәлим Өмөт­баевтан тыш, Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Жәлил Кейекбаев, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхә­мәтов, Әнүр Вахитов, Рәшит Низамов, Барый Ноғоманов, Ирек Кинйәбулатов, Ғәйфулла Вәлиев, Әмир Әминев, Салауат Әбүзәр, Нияз Сәлимов, Гөлнур Яҡупова, тағы бик күп әҙиптәребеҙ, Вәлиулла ҡоломбәтов, Сәйфулла Сәғитов ише сәсәндәребеҙ бар (әгәр Урал артылып, Барын Табын ырыуынан сыҡҡан таланттарҙы ла һанай башлаһаҡ, был исемлекте тағы һуҙырға ла һуҙырға тура килер ине). Табындарҙың бер төркөмө төйәк иткән Үтәгән ауылы ғына ла беҙҙең заман әҙәбиәтебеҙ көмбәҙенең таяуы булырҙай ике шәхесте бирҙе. Улар әле генә килтерелгән теҙмәлә телгә алынған Ғайса Хөсәйенов һәм уның үксәһенә баҫа-баҫа килгән Роберт Байымов булыр.
Ошо шәхестәребеҙгә бәйләп йәнә бер проблема ҡуймаҡсымын тикшеренеүселәргә. Беҙҙә (моғайын, башҡа әҙәбиәттәрҙә лә быға оҡшаш хәл барҙыр) шундай бер феноменаль хәл күҙәтелә: берәүҙәр жанр артынан жанрға алмаш-тилмәш ташланғанда, икенселәре шиғриәттә көс һынай-һынай ҙа, нәҫергә күсә, унан хикәйәгә, хикәйәнән повесҡа тотона. Артабан уларға роман жанрын үҙләштерергә генә ҡала (Имай Насыри, Сәғит Агиш, Әнүр Вахитов). ҡайһы берәүҙәр, очерк йә хикәйәһендә күтәргән теманы киңәйтә-киңәйтә торғас, повесть килтереп сығара, тора-бара по­вес­тан – роман (Сәғит Агиш, Әкрәм Вәли, Хәсән Мөхтәр). Өсөнсөләре шиғриәтте лә, сәсмәүерҙе лә, драматургияны ла бер тигеҙ тарта (Мостай Кәрим, 3әйнәб Биишева һ.б.). Дүртен­селәре, шағир булып танылғас, шиғриәт өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр яһай башлай һәм ике йөктө лә һин дә мин тиң тартып алып китә (Рауил Бикбаев, Вафа Әхмәҙиев), бишенселәре шағирлыҡтан сәсмә әҫәр оҫтаһы булып таныла ла һуңғыһын сәсмәүерҙе ғилми яҡтан өйрәнеү менән бергә атҡара башлай (Әнүр Вахитов), алтынсылары.., етенселәре... Улары иҫәбенә иһә Үтәгәндең әлеге ике уҙаманы инә лә инде. Ғайса Хөсәйенов ғүмере буйы, нигеҙҙә, поэтик әҫәрҙәр тикшер­ҙе-тикшерҙе лә бер-бер артлы донъя күргән сәсмә әҫәрҙәре менән ҡыуандыра башланы. Үрмәксенән күрмәксе, күршең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ, тигән кеүекме, үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡандай итепмелер, уның менән бер дәүер­ҙәрәк ауылдашы Роберт Байымов та хикәйәләр, унан повесть, роман яҙырға тотондо. Тик, өлкән яҡташынан айырмалы рәүештә, был өлкәгә ул, энәһенән ебенәсә башҡа әҙиптәребеҙҙең сәсмәүерен ғилми өйрәнә торғас, килеп юлыҡты.
Беҙҙең күп кенә әҙиптәребеҙ әҙәби ижадҡа журналистика аша юл ярҙы. Әле һүҙ барған ике ауылдаш иһә, әҙәбиәт ғилеменең дә, әҙәби ижадтың да теҙгенен ҡулдарына урап тотҡас ҡына журналислыҡ шөғөлөн үҙләштерергә тотондо. Уларҙың был ғәмәле лә хикмәтле килеп сыҡты. Башҡа ҡәләмдәштәренән айырмалы рәүештә, Үтәгәндең шул ике уҙаманы журналистиканы кемдәрҙер тарафынандыр ҡасандыр ойошторолған баҫмалар аша яуламаны. Юҡ, нәҡ, ағастарҙы төпләп, сәсер майҙан әҙерләп алған тәжрибәле игенсе һымаҡ, үҙҙәре журнал ойошторҙо: өлкәне – "Ватандаш"ты, йәшерәге "Йәдкәр" (хәҙерге “Проблемы востоковедения”) тигәнен. Ойош­тороу эштәрен улар шул журналды мөхәррирләү, унда мәҡәләләр баҫтырыу менән бергә алып барҙы.
Тағы шуныһы: Үтәгән уҙамандарының икеһе лә – филология фәндәре докторы, профессор. Тәүгеһе оҙаҡ йылдар буйы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлеген етәкләне. Әйткәндәй, бөйөк яҡташы Мәжит Ғафури исемен йөрөтөүсе был институтҡа быйыл 4 мартта 80 йыл тулды. Уны тантаналы билдәләү Ғайса Хөсәйеновты 56 йыл ошонда тир түгеүе менән ҡотларға, тағы ла оҙон-оҙаҡ уның әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре булыуын теләргә форсат бирә. Республикабыҙҙа Фәндәр академияһы асылған көндән алып Ғайса Хөсәйенов уның мөхбир ағзаһы (действительный член), йәғни академигы. Р. Байымов та нәҡ шул мәлдә ошо йәш Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булыу дәрәжәһенә өлгәште. Шуныһы үкенесле: күҙ йоммай, дөрөҫөн генә әйткәндә, ауылдашы һымаҡ уҡ, ул да академия тыуған көндән үк академик дәрәжәһен йөрөтә ала ине. Ни өсөн тигәндә, фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарының тослоғон иҫәпкә алып, ғилми йәмәғәтселек уны потенциаль академик тип таный ине инде. Әммә баштан уҡ әшнәлек принцибын үҙ күреүселәр ул саҡта ла, аҙаҡ та, уға юлды ябып, лайыҡ булмағандарға академик дәрәжәһен өләшеүҙе артыҡ күрҙе. “Роберт эмоциональ кеше ине. Арабыҙҙан иртә китеүенең бер сәбәбе шул булманымы икән әле? Шулай булһа, быныһы академия ағзалары намыҫында инде”, – ти бөгөн уның коллегалары оло үкенес менән. Бындай фекер менән килешмәүе бик ҡыйын…
БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы менән етәкселек итеү буйынса профессор һәм танылған яҙыусыбыҙ Кирәй Мәргәндән эстафета алып, егерме йылға яҡын алмашсыһыҙ шул вазифаны башҡарҙы. Әле һүҙҙе табындар биргән ошо ике уҙамандың береһе – Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов хаҡында алып бармаҡсымын.

2. Формаға һыймай

... Бер көндө өлкән лаборанткабыҙ Венера Шакир ҡыҙы Хәкимованың бер эшенә иғтибар итә ҡуйҙым. Ябай дәфтәрҙе тегеләй ҙә әйләндерә, былай ҙа, ҡырын һалып та, буйынан-буйына ла ниҙер яҙа. Яҙа ла:
– Әп-пәт һыймай, – тип ҡуя. Тағы шул эшен ҡабатлай ҙа ҡулдарын ботона саба. Йәнә шул ауаз ҡабатлана:
– Әп-пәт һыймай!
– Нимә һыймай? – тим, аптырағас.
– Әй, бына декан форма һыҙып ебәргәйне. Кем ниндәй йәмәғәт эше башҡара. Шуны иҫәпкә алмаҡсы була ла. Бына баянан бирле интегәм. Роберт Нурмө­хәмәт улының ундай эштәренең тулы исемлеген яҙам тиһәң, декан биргән формаға һыймай.
Һыймаҫлығы ла бар шул. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы сәркәтиптәренең береһе, республика китап һөйөүселәр йәмғиәте рәйесе, әллә нисә журналдың мөхәрририәт ағзаһы, университет буйынса ла, унан тышта ла төрлө ғилми советтар ағзаһы һ.б.
Ғәҙәттә, һаналаһы нәмә күберәк күренһен өсөн, бер нисәһен атағас, "һ.б." тигән сараны ҡулланыусанбыҙ. Был осраҡта "һ.б." ысынлап та "күп" мәғәнәһендә ҡулланыла. Әгәр Р. Байымовҡа йөкмәтелгән йәмәғәт эштәрен һанай китһәң, беҙ ҙә әлеге лаборантка хәлендә ҡалыуыбыҙ ихтимал. Яҡшымы был, әллә яманмы? Әгәр тик традицион ҡараш күҙлегенән ҡараһаҡ – ал да гөл. Афарин! Ә яңыса фекерләү заманы талабы күҙлегенән – яман. Ни өсөн? Сөнки, асылда, бында ла экстенсив һәм интенсив үҫеш методы сағыла. Беҙҙә, ғәҙәттә, шулай итәләр. Берәү, производстволамы, ижадтамы, уңышҡа ирешә башлаһа, уға тиҙ генә төрлө-төрлө йәмәғәт эштәре таға башлайҙар. Йәнәһе, абруйы күтәрелеүгә булышалар. Асылда, уны ҡырҡҡа ярылырға мәжбүр итәләр. Был әйтелгәндәр йөкмәтелгән төп вазифаһын Роберт Нурмөхәмәт улының башҡарыу сифатын да, ғилми һәм әҙәби ижадын да һис кенә лә шик аҫтына алыу тигән һығымта яһарға ерлек бирмәй, әлбиттә. Әммә уйланырға урын ҡалдыра. Шундай яуаплы йәмәғәт эштәре, төп вазифаһы, итәк-салғыйына йәбешкәндәй, төрлө яҡҡа тартҡылаған сүрәттә лә әҙәби ижад, ғилми тикшеренеү менән шөғөлләнергә ваҡыт таба алыуы һоҡландыра ла, борсолдора ла. Борсолдора. Сөнки, ни тиклем бирешмәҫкә тырышма, улар һиңә һаулыҡ та, ғүмер ҙә өҫтәмәй. Киреһенсә, шуларҙың икеһен дә һура ғына… Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Булат Ишемғолдарға яңы әҙәбиәтте тыуҙырырға ла, уның уҡыусыларын әҙерләргә лә, шуға күрә мәҙәниәт фронтының әле бер яғына, әле икенсе яғына ташланырға һәм һөҙөмтәлә ара-тирә генә, унда ла ял ваҡыты иҫәбенә генә ижад менән шөғөлләнергә тура килгән. Хәҙер икенсе заман бит инде. Ижад, фән кешеһен, ижади шәхес­те саманан тыш тартҡыламай, киреһенсә, уға күберәк ижад итергә, тикшеренергә мөмкинлек тыуҙырғанда, шул үҙе сифат тураһында, ғөмүмән алғанда, фән һәм мәҙәниәт үҫешен етеҙләштереү тураһында ҡайғыртыу булыр ине. Юҡһа, беҙҙең әүҙем ижади заттарыбыҙ йыш ҡына – муйынына бер нисә ҡамыт, башына шунса йүгән кейҙерелеп, ауыҙлыҡланған, шул уҡ ваҡытта тышалған эш атын хәтерләтә башлай. Ана, ни өсөн форма-ҡалыптарға “әп-пәт һыймай” икән уларҙың эшмәкәрлеге.

3. Кендек инәһе күҙаллаған, әммә
әйтмәгән
күрәҙәселек

... ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында йәшәгән, ти, бер ир менән бер ҡатын. Ир кеше хәҙерге космонавтарға тәтемәгән абруй эйәһе ине, ти. Ни өсөн, тиһәң, ауылда ул иң тәүге һәм берҙән-бер трактор йөрөтөүсе ине, ти. ҡатыны иһә уңған, егәрле булыуы менән шөһрәтле ине, ти. Ирҙең аты Нурмөхәмәт, ҡатындыҡы Сәғиҙә булып, Байымов тигән фамилияны уртаҡлайҙар ине, ти.
Көндәрҙең бер көнөндә, таң һыҙылып килгәндә, быға тиклем оло һөйөнөстәре булған өлкән улдарына иш янына ҡуш булып, ошо ғаиләлә йәнә бер ир бала донъяға килде, ти. Тыныс ҡына түгел, ҡәҙимге әҙәм балаһы һымаҡ яр һалып, әлбиттә.
ҡайһылай ҙа әсе ҡысҡыра! Табын ырыуының йәнә бер йәнгә артыуын бар йыһанға хәбәр итергә теләй, тиерһең!
Кендек инәһе шулай тип уйлап ҡуйҙы, ти. Әгәр ҙә мәгәр, бала ҡабул итеү һәләтенән тыш, ул күрәҙәсе лә булһа:
– һай-һай, тауышы сағыу. Был бала, Мөхәмәтсәлим, Ғәбдел­мәжит бабалары һымаҡ, ҡаурый-ҡәләм ҡөҙрәтенә эйә булмағайы! – тиер ине. Шулай тип әйтер ине лә, – Хәтер ҡатлансығына яҙып ҡуйығыҙ. Килер заман, 1937 йылдың 10 ғинуарын һәр биш, ун йыл һайын ныҡ телгә алырҙар, – тип өҫтәп ҡуйыр ине, моғайын.
Хәҙерге ғалимдар әйтеүенсә, инә ҡарынында бәбәкләнә башлаған дәүерендә үк сабый зиһененә, зат-зояраты, донъя хаҡында мәғлүмәт һалына бара, ти. Шуға күрә лә әле тыуған ир бала, үҙе лә белмәҫтән, зиһене төбөнә үҙенең Өмөтбаевтар затынан булыуы хаҡында мәғлүмәтте һалып тыуғандыр ҙа тәүге ауазы менән бөйөк бабаһының юлын ҡыуасағын әшкәрткәндер, тимәксемен. Әҙ-мәҙ булһа ла, яңы йөкмәткеле баҫмалар менән таныш булыу арҡаһында, яңылыҡты бер яҡлы аңлаған замана ғаиләләренә хас шауҡым буйынса, саф милли йә ғәрәп сығышлы исемде иҫкелек ҡалдығы, тип белеп, ул балаға исемде, совет осоронда сыҡҡан китаптан табып, Роберт тип ҡуялар. Мәңгелеккә ят ҡәүем исемен алһа ла, саф башҡорт һүҙҙәренән ойошоп, замана юҡһылдары күрә алмаған байлыҡҡа өмөт итеүҙе аңлатҡан исемдән яһалған милли фамилия йөрөткән бөйөк ырыу­ҙашы кесе йәштән уны ныҡ ҡыҙыҡтыра.
Түбән кластарҙа уҡыған сағында уҡ бабаһы кеүек бөтәһен дә белергә, барыһын да аңларға тырышыусан итеп таныта Роберт үҙен. Киләсәктә сәсмәүер оҫтаһы булараҡ танылыу табасаҡ Фәрит Иҫәнғолов ҡулында уҡыу унда әҙәбиәткә мөхәббәт уята. Шуға ла мәктәптәренә Сәғит Агиш менән Назар Нәжмиҙең килеүен йылы, көнө, сәғәте менән хәтерләр булды ул ғүмере буйына. Әлегәсә хикәйә, шиғырҙары буйынса ғына мәғлүм шул яҙыусыларҙы күреү уның өсөн айырыуса хәтирәле күңел байрамына әүерелә. Кем белә, үҙе лә һиҙмәҫтән, бәлки, нәҡ шул саҡта ул киләсәктә яҙыусы булыу теләген зиһененә һалып ҡуйғандыр.
Ә ул теләк ғәмәлгә ашҡансы әллә күпме һыуҙар ағырын, донъя­ның әллә күпмегә түкмәсерен белеү ҡайҙа, имеш, әле уға ул саҡта. Тиңдәштәре кеүек үк, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙа һынау үтергә лә, тормош юлын бөтөнләй ул теләктең ҡаршы яғынан башларға ла тура килә. "ҡаршы яғынан" тигәндә, 1954 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас та, Иҫке ҡыйышҡы ете йыллыҡ мәктәбендә физика, математика уҡытыусыһы булып эшләй башлауын, ошо һөнәр буйынса Стәрлетамаҡтағы педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инеүен күҙ уңында тотам. Әммә тере яҙыусылар менән осрашыу, уларҙан һабаҡ алыу тәьҫораты күңеленән сыҡмай уның. Шулар уны ҡайҙалыр билдәһеҙ киңлеккә әйҙәгәндәй булып тик тора. Етмәһә, ун дүрт кенә йәшендә үҙ ауылында тәүге тракторсы булыуға өлгәшеп, һуғышта танкист сифатында ҡатнашҡан атаһының хәтирәләрен тыңлау уның хыял ҡанаттарын нығыта ғына. Шул уны армиянан һуң, СДПИ-ны ташлап, БДУ-ның тарих-филология фа­культетына алып килә (1963 йылға тиклем филологтар менән тарихсылар ана шул уртаҡ факультетта әҙерләнә). 1961 йылда, армиянан ҡайтышлай, үҙем дә шунда студент булыу бәхетенә ирешкәс, минең кеүек үк, әле һаман һалдат кейемен кейгеләштереүсән был өсөнсө курс егетен мин китапханаларҙа ла, уҡыу залында, комсомол комитетында ла, партия йыйылыштарында ла йыш күрә инем. Башҡаларҙан ул үҙенең етдилеге, юҡҡа-барға ваҡыт әрәм итмәүсәнлеге менән айырыла ине. "Гел уҡыу ғыналыр бының башында. Ленин стипендиаты шулай була торғандыр, ахырыһы", – тип уйлай инем мин ул саҡта. Баҡтиһәң, шул мәлдә үк факультет, университет комскомитеты менән етәкселек итергә лә, ВЛКСМ-дың Киров райкомы, Өфө ҡалаһы, өлкә комитеттары эшендә ҡатнашырға ла, матбуғатта сығыш яһарға ла өлгөргән, имеш, ул.
Йылдар үтте, һәм яҙмыш беҙҙе яҡындан осраштырҙы. Роберт Нурмөхәмәт улы менән ун туғыҙ йыл үҙебеҙҙе әҙәм иткән факультеттағы башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында бергәләп эшләү бәхете тейҙе миңә. 1972 йылда кафедраға килеүемә уны үткер тәнҡитсе, әҙәбиәт ғалимы, тәжрибәле педагог итеп таныйҙар ине инде. Оҙаҡламай китап авторы тип тә белә башланылар. Р. Байымовтың тәүге китабы "Шаг в зрелость " (1975) тип атала ине. Әле лә хәтеремдә: факультеттың сираттағы ғилми советына йыйыл­ғайныҡ. Ул саҡтағы деканыбыҙ В. Прокшин, ултырышты асыу менән, көрән тышлы бер китапты залдағыларға күрһәтеп: "Шәкер­теңдең китабын күреүҙән дә, уны бүләк итеп ҡабул итеүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр ул. ҡотлайым, Роберт Нурмөхәмә­тович!" – тигәйне. Хәҙер булһа: "Шулай үтте уның тәүге китабының презентацияһы", – тиерҙәр ине.
Кендек инәһе, күрәҙәселек итһә, Роберттың был өлгәше хаҡында: "Тәүҙә ул өлгөргәнлеккә ҡыйыу аҙым яһар, – тип әйткән булыр ҙа, – унан инде бер урында ғына тороп ҡалмаҫ, ары атлар", – тип ҡуйыр ине.

Әхмәт Сөләймәнов
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”