RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылым яҙмышы – илем яҙмышы

16.03.2012 Ауылым яҙмышы – илем яҙмышы

Бөгөндән ауылдарҙа эш урыны булдырырға кәрәк
Рәсәй – Ер шарында майҙаны буйынса иң ҙур илдәрҙең береһе. Майҙаны 16 млн 896 мең кв. м. Был майҙанға ике Америка ҡушма Штаттарын йә иһә 70 Англияны урынлаштырып булыр ине. Ошо майҙандың 90 процентын урман биләп тороуы билдәле. ҡаҙылма байлығы буйынса донъя йөҙөндә илебеҙҙең тиңе юҡ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Үҙгәртеп ҡороуҙар башлан­ғанға тиклем машиналар, трактор­ҙар, шахталар өсөн ҡулайламалар эшләү, фабрика, заводтар, электр станциялары төҙөү киң ҡолас менән йәйелдерелә.
Сәнәғәттең юғары темпта үҫеүе иҫке ҡалаларҙа ла халыҡтың артыуына килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта РСФСР-ҙа халыҡты эш менән тәьмин итеү маҡсатында колхоз-совхоздарҙың үҫешен яйға һалыу буйынса ҙур эш башҡарылды. 1954 – 1955 йылда уҡ 9,3 млн гектар яңы ер үҙләштерелде, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү маҡсатында 84 яңы эре совхоз, күпләп МТС-тар төҙөлдө.
Мәғарифҡа ла ярайһы уҡ иғтибар бирелде. Мәҫәлән, РСФСР күләмендә 1954 йылда 117 мең мәктәп эшләп, 16 млн 400 мең бала белем һәм тәрбиә алды. Һәм шул иҫәптән 13 мең милли (рус булмаған) мәктәп эшләп, 44 телдә белем алыу тормош­ҡа ашырылды. Ә ил буйынса бер миллион студент иҫәпләнде.
Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында емерелгән 1700 ҡаланы, 72 мең ауылды ҡабат аяҡҡа баҫтырыу­ға өлгәште.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуы булды, халыҡтың фиҙакәр хеҙмәте менән төҙөлгән бөтә байлыҡ иртәнге томан кеүек күҙҙән юғалды. Күгәрсен районында 90-сы йылдар­ға тиклем Мәҡсүт, Күгәрсен, Мораҡ, Подгорный МТС-тары өс совхоздың, һигеҙ күмәк хужалыҡтың машина-трактор паркының эшен яйға һалып торҙо. Минең тыуып үҫкән Төпсән ауылы «Искра» совхозына ҡарай ине. Бөгөн иһә хәлдәр бөтөнләй үҙгәрҙе.
Совхоз тарҡатылғас, эш бөтөү сәбәпле, йәш ғаиләләр тырым-тырағай таралып бөттө. Ауылы­быҙҙа һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына ла һәр ғаиләлә 5-әр, 6-шар, хатта 9-ар бала тәрбиәләнә ине. Үҙем Төпсәнгә 1961 – 1962 уҡыу йылында уҡытыусы булып эшкә ҡайттым. Унда магазин да, мәҙәниәт йорто ла, медпункт та юҡ, ә мәктәп ярым емерек ине. Миңә, бик күп көс һалып, хәстәрләп уларҙың барыһын да төҙөтөргә тура килде.
Ә бөгөн йәштәр ниңә Себер яҡтарына ынтыла һуң? Сөнки ауылдарҙа эш юҡ. Совет осоронда ауыл ерендә эшсе көсө етешмәүен беләбеҙ бит. Тракторсы, комбайнсы, һыйыр һауыусыға алмаш кешене эҙләп таба алмай инеләр. Кешеләр алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Бөгөн килеп йәштәр эш таба алмай интегә. Ғаилә ҡорорға ашыҡмайҙар. Ил буйынса үлем күрһәткесе тыуымдан юғарыраҡ. Наркомандар, эскеселәр көндән-көн артыу өҫтөндә. Уларҙың ғүмерҙәре лә ҡыҫҡа була. Ундай сирлеләрҙән сирле балалар тыуасаҡ түгелме? Ил буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәмәке тартыуы, наркотиктар ҡулланыуы аяныслы хәл. Төпсән ауылынан ғына 20 йәш егет-ҡыҙыбыҙ сығып китте. Ә бит уларҙың 2 – 3-әр балаһы бар ине. Һәр ауылда эш урыны булдырыуҙы хәстәрләргә кәрәк тә бит…
Ауыл яҙмышы − ил яҙмышы. Халыҡ – илһеҙ, ил халыҡһыҙ булмай. Донъя йөҙөндә иң ҙур ил дә халҡын 145 миллиондан арттыра алмай. Ил башлыҡтарына уйланыр­ға ваҡыттыр инде.

Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”