RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Белем алыуҙан, өйрәнеүҙән, тәжрибә туплауҙан туҡтамағыҙ»

16.03.2012 «Белем алыуҙан, өйрәнеүҙән, тәжрибә туплауҙан туҡтамағыҙ»

«Белем алыуҙан, өйрәнеүҙән, тәжрибә туплауҙан туҡтамағыҙ»
Вилнур Хәсәнов – Мәсетле райо­нының Дыуан-Мәсетле ауылы егете. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлап, БДУ-ға ингәндең өсөнсө йылына уҡ, йәғни 20 йәшендә хеҙмәт юлын башлай. Журналистика серҙәренә ул, уҡыу менән бергә, «Аҙна» гәзитендә өйрәнә. «ҡыҙыл» дипломлы белгес булараҡ, Башҡортостан райондарын арҡырыһы-буйына иңләп сығыуына Вилнур Рафаил улының ҡәләменең үткерлеген ап-асыҡ тойған етәкселәре уны үрләтә − тәүҙә гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары, унан баш мөхәррире булып китә. Әйткәндәй, республикала иң йәш баш мөхәррир ҙә ул була – яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәндә 24 йәше саҡ тулып өлгөрә. Һәр темаға ла иркен яҙа алған, кешеләр менән танышыуҙың тәүге минутынан уҡ ихлас аралашып, үҙенә кәрәк мәғлүмәтте ала белгән был йәш журналист бөгөн өс телдә гәзит сығарған нәшриәт йорто генераль директорының беренсе урынбаҫары, «Аҙна», «Атна», «Неделя» баҫмаларының шеф-мөхәррире. Тормош юлдашы Ләйсән менән Илназ исемле шуҡ малай ҙа үҫтерәләр. Йәш етәксенең рухлы икәне уның «Бәйләнештә»ге битендә үк күренә.
Шулай итеп, Вилнур Хәсәновтан − уңышҡа биш аҙым.
БЕЛЕМЛЕ БУЛЫУ, БЕЛЕМГӘ ЫНТЫЛЫУ

Әгәр белемең булмаһа, йә көн дә белемеңде арттырырға ынтылмаһаң, бер өлкәлә лә үҙеңде табырмын тимә. Белем – уңышлы булыу өсөн иң кәрәкле нигеҙ. Сөнки ундай кеше төплө фекер йөрөтә, теге йәки был ваҡиғаға дөрөҫ анализ яһай, һығымталар эшләй, үҙ эшен яҡшы башҡара. Белеменә таянып, сетерекле хәлдәрҙең күбеһен булдырмай, йә уларҙы мөмкин тиклем тиҙ арала хәл итә. АҡШ-тың мультимиллионеры Рокфеллер ҙа бит: «Инвестиция һалыу өсөн иң яҡшы ер – ул үҙегеҙ», − тигән. Ваҡытында белем алһағыҙ, артабан ул мотлаҡ үҙ дивидендтарын килтерер.

БЕР ЭШТӘН ДӘ ҡУРҡМАУ

Яратҡан эштә генә бар ҡеүәтеңдә тир түгәһең, ул ғына ҡәнәғәтлек килтерә. Һөҙөмтәлә ынтылыштарың, һалған көсөң үҙеңә кире ҡайта – уңыштар яулана. Эш ниндәй генә ауыр, йырып сыҡҡыһыҙ булһа ла, унан ҡурҡмау мөһим. Күптәр ана шул ҡурҡыуы менән бер ни эшләмәй. Ә кем тотона, яйлап булһа ла атҡарып сыға, тәжрибә туплай. Был да – юғарыға, килемле булыуға юл.

БАШҡАЛАРҘАН ЯҡШЫРАҡ ҺӘМ КҮБЕРӘК ЭШЛӘҮ

Үҙ эшен бүтәндәрҙән яҡшыраҡ башҡар­ғандарҙы һәр дәүерҙә, һәр ерҙә ихтирам итәләр. Мәҫәлән, итексе һөнәрен алайыҡ. Әгәр берәүһе насар эшләп, икенсеһе тырышһа, кемдекен күберәк һатып аласаҡтар? Әлбиттә, икенсеһенекен. Уны хөрмәт итә башлаясаҡтар. Ныҡ тырышһаң, һөҙөмтәһе лә күренә, һинең «ҡиммәтең» дә арта.

ӘҘӘПЛЕЛЕК, ҺҮҘЕҢДӘ ТОРА БЕЛЕҮ

Үрҙә телгә алған өс «аҙым» да бер осраҡта эшләмәүе мөмкин − әгәр һин барыһын да алдап, вәғәҙәңде үтәмәһәң, әҙәпһеҙ булһаң, башҡаларҙы ихтирам итмәһәң. Ундайҙарҙан кеше алыҫҡа ҡаса.
Ә бына әҙәпле, изгелекле кешеләргә һәр кем тартыла. Янында дуҫтары, туғандары, таныштары булғандар тау емерә.

УРТАҡ ТЕЛ ТАБА БЕЛЕҮ

Әгәр үҙ фекереңде әйтә алмаһаң, йомоҡ, ҡыйыуһыҙ булһаң, һине тапап үтәсәктәр. Ә был донъяла үҙеңдең бар икәнеңде белдереү кәрәк. Ниндәй юл менән булһа ла (әлбиттә, яҡшылыҡтар аша). Тиҙ уртаҡ тел тапһаң, аралаша белһәң, был − бик яҡшы сифат. Тик уны ла урынлы ҡулланыу кәрәк.
Уңыштар һеҙгә, йәштәр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”